0%

Юғалтыу. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Юғалтыу. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 07.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Эй, дуҫым аҡыл өйрәтә!
Шым ғына тыңлап торам,
Кәрәген, кәрәкмәгәнен
Мыйыҡҡа урап торам.

Ярай, тыңлаған булайым,
Күңелдәре ҡалмаһын,
Минең иғтибарһыҙлыҡты
Ауыр итеп алмаһын.

Кешенең күңелен һаҡлап,
Өйрәтеүҙән тыймайым,
Миңә ҡыйын булһа булһын,
Уға ҡыйын булмаһын!

“…Үәт әй аҡыл өйрәттем!”-тип,
Әйҙә, ҡалһын шатланып…
…Сит кеше китте янымдан,
Гүйә атҡа атланып…