0%

ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯҺЫН ҠУЛЛАНЫУ. Вәлиева Г.Д.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯҺЫН ҠУЛЛАНЫУ (мәҡәлә)
автор Author:Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы
.Нәшер ителгән: 25.04.2015. Сығанаҡ: «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» халыҡ-ара конференцияһы материалдары (Өфө, 24-25 апрель,2015 йыл)


ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯҺЫН ҠУЛЛАНЫУ


Вәлиева Г.Д.
филология фәндәре кандидаты, доцент,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы



ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯҺЫН ҠУЛЛАНЫУ сайттар бер нисә төргә бүленә:

Тематик. Һәр ресурс тема буйынса бүленә. Мәҫәлән, автомобилдәр, уҡыу йорттары, эш, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләгән юғары уҡыу йорттарында уҡытыу методикаһы заманға ярашлы яңыртып өйрәнелә. Уҡыу-укытыу процесын Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттары талаптарына яуап бирерлек итеп ойоштороуға, лекцион һәм практик дәрестәрҙә эшлекле һәм компетентлыҡлы ҡарашты үҫтереүгә, студенттарҙың әүҙем эшмәкәрлегенә ирешеү өсөн актив һәм интерактив методтарға өҫтөнлөк бирелә.

Буласаҡ уҡытыусы, фәнде ни өсөн һәм нисек уҡытыуы, ниндәй һөҙөмтәләргә иҫәп тотоуынан сығып, аныҡ маҡсат ҡуйырға һәм үҙ методик концепцияһын төҙөргә тейеш. Әлбиттә, дөйөм методик һәм дидактик принциптарҙы ла төплө белеү мөһим. Студент үҙ предметынан тыш методика, педагогика, психология өлкәһендә лә белемле булырға, эффектлы алымдарҙы һайлап, уҡытыу, тәрбиә биреү бурысын комплекслы хәл итә белергә тейеш. Мәктәпкә уҡытырға барған педагог предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн традицион булмаған дәрес төрҙәрен йышыраҡ ҡулланыу отошло икәнен яҡшы аңларға тейеш, сөнки уҡытыу методикаһын камиллаштырыуҙа, материалды үҙләштереүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан президенты Р.З.Хәмитов: «Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәр ваҡыт өйрәнәсәктәр. Мин уҡытыусыларҙы уҡытыу сифатын күтәрергә, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә саҡырам» – тине [6].

Балаларҙа предметты, телде өйрәнергә теләк, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тыуҙырыуҙа иң отошло алымдарҙың береһе – компьютер технологияһы. Бөгөн белем биреү даирәһендә киң танылыу ала барған был технология башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә актив ҡулланыла. Юғары уҡыу йорттарында был иҫәпкә алына. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, тарих», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр» бүлектәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбите дәрестәрендә компьютер технологияһы» курсы уҡытыла. Был дисциплина буйынса эш программаһы төҙөлгән, уҡыу әсбабы бар, дистанцион курс (http://sdo.strbsu.ru/enrol/index.php?id=786) эшләнгән.

Ғәҙәттә, уҡытыусы дәрес барышында башҡорт теле буйынса теоретик материалды аңлатҡан саҡта, яңы материалды нығытыу өсөн төрлө күнегеүҙәр эшләтеү процесында, уҡыусыларға өйгә эш биргән ваҡытта дәреслек менән эш итә. Хәҙерге көндә уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла белемде, мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан һайлап алыу мөмкинлеге артты. Шуға күрә яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеген үҫтереү талабы ҡуйыла. М.Х.Иҙелбаев билдәләүенсә, махсус техник мəғлүмəт саралары (ЭВМ, аудио, кино, видео) ҡулланып өйрəтеүҙе информацион (мəғлүмəти) технологиялар тип йөрөтəлəр, һуңғы ваҡытта компьютер барыһынан да йышыраҡ ҡулланылғанға күрə, был осраҡтағы технология шулай тип атала [4, 6].

Мәктәпкә әҙергә бәҙер [1, 2] уҡытыусылар бармаһын өсөн практик дәрестәрҙә һәм дистанцион уҡытыуҙа теоретик, методик белем бирелә. Дәрестәрҙә интернет ресурстар, компакт-дискылар, электрон дәреслектәр һәм ҡулланмалар эшләү күнекмәһе булдыырыла. Шуны әйтергә кәрәк: был осраҡта дәрестә компьютер технологияһын ҡуллана белеү мотлаҡ.

Интернет ресурстар ҡулланылыу маҡсатынан, йөкмәткеһенән сығып бер нисә төргә бүленә. Һәр төрө тураһында белешмә бирелә: Ғилми ресурстар (Ҙур ғилми китапхана – rusjaz45minut.info).

Цифрлы белем биреү ресурстары (тикшереү-өйрәтеү материалдары, мультимедиа презентациялар, виртуаль көндәлектәр, электрон портфолио, дәрес өлгөләре, тестар).

Сайттар. Улар үҙҙәре бер нисә төргә бүленә: федераль һәм региональ матбуғаттың, республика, өлкә, райондарҙың, ғилми учреждениеларҙың, китапханаларҙың, музейҙарҙың, йәмғиәт эшмәрҙәренең, ғалимдарҙың, мәктәптәрҙең, уҡытыусыларҙың сайттары. Онлайн ресурстар – видеояҙмалар, онлайн-һүҙлектәр, аудиокитаптар, видеоконференция.

Интернет ресурс булып сайт, уның бүлеге була ала. Сайт (инглиз һүҙе site – “урын-ер”) һүҙенең синонимы – бит, портал. Сайттың бүлеге Яндекс каталогында теркәлһә, ул үҙ аллы ресурс булып иҫәпләнә. Һәр сайттың цитаталау индексы, һылтанмалары бар. Цитаталау индексына ҡарап, сайттың популлярлеген, мөһимлеген белергә була. Интернетта урынлаштырған сайттарҙың авторҙары булып, физик һәм юридик кешеләр тора. Сайтты махсус белгестәргә мөрәжөғәт итеп төҙөтөргә йә түләүһеҙ интернетта бирелгән шаблон ярҙамында үҙеңә эшләргә мөмкин. Әммә автор сайттың йөкмәткеһенә һәм сайтҡа инеп ҡараусыларға бирелгән һылтанмаларҙың бирелешенә иғтибар һәм яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш.

1. Билдәле булыуынса уҡыу-уҡытыу, мәғариф һ.б.

2. Региональ. Каталогта билдәле бер регионды һайлап алыу мөмкинлеге бар. Был, әлбиттә, шул регионда урынлашҡан ойошманы, йортто, кешене эҙләү эшен еңелләштерә.

3. Типлы. Был төргә кәңәштәр һәм инструкциялар, энциклопедиялар, тауарҙар һәм хеҙмәтләндереү, форумдар (чаттар, конференциялар), төрлө саралар (фестивалдәр, күргәҙмәләр) инә.

Әйтеп кителгән сайттарҙың уҡыу-уҡытыу процесында әһәмиәте бик ҙур. Айырым Яңауыл ҡалаһы И.Ш.Мөҡсинов исемендәге Яңауыл гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙының сайты демонстрациялана һәм анализлана (http://farshatova.jimdo.com/). Уның сайты бик йөкмәткеле һәм структур, методик йәһәттән дөрөҫ төҙөлгән, унда теркәлмән материалдарҙы тәжрибәле һәм буласаҡ уҡытыусылар ҙа файҙалана ала. Ул төҙөгән ресурс электрон уҡыу-уҡытыу комплексы ҡалыбына нигеҙләнгән: теоретик һәм практик характерҙағы биттәр бар. Шуны әйтеп китергә кәрәк: материал һәр уҡытыусыла, уҡыусыла милли рух, милли үҙ-аң тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы шулай уҡ яңы федерель белем биреү стандартарын индереүҙе күҙ уңында тотоп, сайтына ҡушымта эшләгән: ФББДС буйынса дәрестең технологик картаһын төҙөү, дәрес һәм кластан тыш саралар үткәреү буйынса методик күрһәтмәләр, видео, аудио, презентациялар тәҡдим итә. Үҙенең сайтында автор уҡытыусылар өсөн файҙалы булған башҡа сайттарҙың һылтанмаһын бирә. Һылтанмаларҙы дәрестә өҫтәмә материал итеп ҡулланырға мөмкин, күп ваҡыт сарыф итмәйенсә теге йәки был мәғлүмәтте табырға була. Мәғариф хеҙмәткәрҙәрең социаль селтәре сайтында башҡорт теле уҡытыусылары З.Т. Шәрәфетдинованың (Стәрлетамаҡ ҡ.) Р.З. Миндиярованың (Асҡын районы), Н. Н. Махиянованың (Балаҡатай районы) сайттарынан файҙалы һәм эффектив мәғлүмәт табып була.

Бынан тыш лаборатор дәрестәрҙә башҡорт теленең машина фонды, башҡортса Викимедиа материалдары менән таныштырылды, уларҙың авторҙары З.Ә.Сиражетдинов, Р.Нурыев, VK селтәре бәйләнешен тәржемә итеүҙә ҡатнашыусы М.Урманшин һәм И.Кинйәбулатов менән осрашыуҙар, әңгәмәләр үткәрелде. Был мәғлүмәттәр менән буласаҡ уҡытыусыларҙы таныштырыу мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки интернет ресурстарҙы тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланыу үҙ йәһәтендә уҡыусыларҙың коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияһын формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам итәсәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Аҙнағолов Р.Ғ. Заманса технологиялар ҙа уйландыра. – «Башҡортостан» гәзите, 2008, №118.

2. Аҙнағолов Р.Ғ., Исламова Ф.Г., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаhы. – Өфө: Китап, 1996. – 320 б.

3. Социальная сеть работников образования. http://nsportal.ru/

4. Иҙелбаев М.Х. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек. – Өфө: БДУ, 2011. – 210 бит. 5. help.yandex.ru›webmaster/id/111136

6. http://www.zachetik.ru/ref-133065-bash-1184-ort-tele-1210.html