0%

Юлбаҫарҙар йондоҙлоғо((хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Юлбаҫарҙар йондоҙлоғо ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева

FuthorФакиһа Туғыҙбаева '

.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Юлбаҫарҙар йондоҙлоғо


 Телевизорҙан йотлоғоп мультфильм ҡарап ултыра инем, тәҙрәнән Ғәфүрҙең һыҙғырғаны, унан:
— Әминбәк! Киттек футбол уйнарға! — тип ҡысҡырғаны ишетелде. Кедамды тиҙ генә кейҙем дә сығып һыпырттым. Юҡһа, әсәйем: «Китап уҡы. һин — ҡыҙ кеше, малай-шалай ыңғайына туп ҡыуып йөрөмә!» — тип һуҡраныр.
Исемем Әминә булһа ла, малайҙар миңә ҡушамат таҡтылар! Әминбәк! Елле яңғырай!
Беҙҙең ос командаһы мине һаҡсы итеп ҡуйҙы.
— Әминбәк! Ҡыҙҙар халҡы хәйләкәрерәк була ул, ҡапҡаға туп индермә — ҡара! — Капитан Ғәфүр, уйын башланыуы менән ҡотлап, ҡулымды ҡыҫты.
Ҡыҙҙы алыш. Ҡапҡаға осҡан тупты эләктереп кенә алам да кире майҙанға ырғытам:
— Бына шулай уйнайҙар уны, туғанҡайҙар!Ха-ха!
Тик бәлә аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр инде: туп көтмәгәндә күҙгә таш һымаҡ килеп бәрелде лә, ергә ауҙым. Тирә-йүн зыр әйләнә, ҡолаҡ шаулай...
— Малайҙар, Әминбәк батырҙаса «һәләк булды», — тинем дә ҡайтып киттем.
Бәхет бар икән: әсәйем өйҙә юҡ. Көҙгөгә ҡараһам, күҙ тирәһе күм-күк. Иҫем дә китмәй әле. Батыр яраһыҙ буламы! Атай-әсәй күреп ҡалмаһын тип йоҡларға яттым. Иртәгә беҙҙең IV «А» класының «Б»-лар менән концерт ҡуйыу буйынса ярышасағы ҡапыл иҫкә төштө. Йырларға тейешмен бит. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр! Йырлатмағыҙ, тип старостаға күпме ялындым. Тыңламаны. Имеш, һин әртискә оҡшап тораһың, тауышың да матур. Мәктәп коридорындағы көҙгөнән ҡарағайным — үҙемә һөйкөмлө күрендем: ҡара сәс, зәңгәр күҙ, нәҙек бил. Йырларға риза булдым.
«Иртәгә — концерт... Күгәргән күҙ менән сәхнәгә сығып буламы ни? Бөттө баш». Уйланып яттым-яттым да Ғәфүрҙәргә саптым. Ишектән инеү менән, хәлде төшөндөрҙөм.
— Атаман башың менән дә мине хурлыҡтан ҡотҡара алмаһаң, һин ниндәй дуҫ! — тип ысҡындырыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ғәфүр миңә текләне:
— Башым яй эшләргә өйрәнгән, төн оҙон, уйлармын...
Ғәфүр менән икәү килеп ингәндә, концерт башланғайны инде. Уҡытыусыбыҙ Зөлхизә апай, минең күҙҙе күреү менән «аһ» итте.
— Ни эшләп дәрескә килмәнегеҙ?
Ғәфүр ашығып яуап бирҙе:
— Беҙ... беҙ, апай, өйҙә репетиция үткәрҙек.
— Күҙ күгәртепме?
Улай ҙа булмай, конферансье иғлан итте:
— Әминә Солтанова йырлай.
Сәхнәгә Ғәфүр менән бергә күтәрелеүемде күреп, зал шау-гөр килде. Боролоп баҫҡайным, берәү ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
— Әминбәк «фонарь» таҡҡан. Ха-ха!
— Хи-хи! — тип яуапланы Ғәфүр. — Көлөргә ашыҡмағыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа Әминә түгел, ә Ишғәле баҫып тора. Мин — Ҡушғәле. — Дуҫым әртистәргә оҡшатырға тырышып тамаҡ ҡырҙы.
Мин шунда уҡ сәстәремде туҙҙырҙым да, билгә таянып, алышҡа сығырға әҙерләнгән әтәстәй кәпәрендем:
— Ҡушғәле, йә, әйт әле, минең күҙгә ни булған?
— Тондорғандарҙыр?..
— Белмәнең.
— Бәрелгәнһеңдер?..
— Башың етмәне, һиңә сер итеп кенә һөйләйем, улайһа. Бүтәндәргә ләм-мим. — Сәхнәнән ҡарайым. Залдағылар күҙҙәрен дүрт итеп миңә текләгәйне. — Кисә шулай, Орсоҡ ҡаяһының башына менеп, ҡояшта ҡыҙынып ултыра инем, эргәмә генә бөркөт килеп ҡунаҡланы. Йөрәгемә шом һалды был. Миңә ташланмаҫ элек өлгөрөп ҡалайым тип эргәлә ятҡан таш менән һелтәнгәйнем, ҡанаттарын елпене лә, өйөрмә ҡупты. Упҡынға тәгәрәүҙән аяғына тотоноп саҡ-саҡ ҡотолдом. Бөркөт мине үҙе теләгән яҡҡа алып осто. Күҙемде асһам, зәп-зәңгәр күктә йөҙәбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙыра... Күлдәккә ут тоҡанды... Сәс сытырлап яна... Тамаҡ сатнаны... Бөркөткә ялынам:
— Ергә төшөрһәңсе?!
Ул минән:
—- Яҡшы уҡыйһыңмы? — тип һорай.
Тегене һемәйтмәксе булдым:
— Эйе!
— Ер Ҡояш трәһендә нисә тәүлектә әйләнеп сыға?
-Э-э-э... Онотҡанмын.
— Ер үҙ күсәрендә нисә сәғәттә бер әйләнеш яһай?
— Э-э-э... Иҫкә төшмәй.
— Беҙҙең эш харап! Мин, ошо һандарҙы белмәйенсә, үҙемдең осош тиҙлеген яйға һала алмайым. Тимәк, беҙ, Ергә ҡайтмайынса, сикһеҙ ғаләмдә осоп тик йөрөйәсәкбеҙ.
— Ниңә язалайһың мине, бөркөт?
— Бөтәһенә лә үҙең сәбәпсе. Минең ошо хәлгә төшөүемә лә һин ғәйепле. Миңә һин таш атҡас, үҙ-үҙемде белештермәйенсә, ярһып, ғәрләнеп, Ерҙе ташлап остом... 
Хәл бөткәндән-бөтә. Ҡапыл ҡара упҡынға ҡоланым. Иҫемә килгәндә, эргәмдә бөркөт минең йөҙөмә ҡанаттарын талғын ғына елпей ине.
— Беҙ ҡайҙа?
— Юлбаҫарҙар йондоҙлоғонда.
— Ул ниндәй йондоҙ? — тип һорап та өлгөрмәнем, күҙемә кемдер таш менән тондорҙо. Ауыртыуға сыҙай алмай ҡалҡынып тирә- яғыма ҡараһам, һушым китте: был ниндәй ил?
Ағастар, хатта йөҙйәшәр имәндәр ҙә, сәскә- үләндәр ҙә ҡороған, ҡоштар һыуы кипкән шишмә буйлап тәгәрәшкән. Рогатка тотҡан юлбаҫар малайҙар беҙҙе уратып алды. Өҫ кейемдәре лә сәйер: башлыҡты ла, күлдәкте лә, салбарҙы ла ҡара күндән тегеп кейгәндәр. Ҡара күҙлек былай ҙа ҡурҡыныс ҡиәфәттәрен тағы ла шомлораҡ итә.
Береһе — башлыҡ, ахыры — рогаткаһын һелтәй-һелтәй ихахайланы:
— Эй, икенсе күҙеңә теймәйем әлегә, бөркөтөңдө теге донъяға ебәргәнебеҙҙе ҡарап торорға кәрәк булыр.
Бөркөткә күҙ һалам: ул, ҡанаттарын йыйып, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, сабыр ғына ята. Ошо минутта донъяла миңә унан да ҡәҙерлерәк йән эйәһе юҡ ине. Ул — был мәхшәр илендә тыуған еремдең берҙән-бер төҫө.
— Ҡайҙа юл тотҡайнығыҙ, хәстрүштәр? — тип мыҫҡыллауын белде телдәр юлбаҫар.
— Еребеҙгә, — тине бөркөт.
Юлбаҫар шул саҡ шарҡылдап көлөргә тотондо. Уның имәнес тауышынан йәнлеге, ҡош-ҡорто, сәскә-үләне ҡырылған тауҙарҙан шауҙырлатып таш тәгәрәне. 
— Ергә?! Ергәме?! Беҙҙең ҡулдан ошоғаса бер йәнлек тә, бер ҡош та ысҡына алғаны юҡ әле. Ә һине, ҡыҙыҡай, үҙебеҙҙең юлбаҫарҙар иленә шымсы итеп алырбыҙ.
— Ярай, ризамын, — тип хәйләләнем, ҡара күлдәклеләрҙе ҡоро ҡул менән генә еңеп булмаясаҡты төшөнгәс. — Тик миңә шуны әйт әле, юлбаҫарҙар башлығы, һеҙ үҙегеҙ был илдә ҡасандан бирле йәшәйһегеҙ?
— Юлбаҫарҙар йондоҙлоғо тип йөрөтөлһә лә, был — наҙандар иле, — тип ғорурланды юлбаҫарҙар башлығы. Төрлөбөҙ төрлө яҙмыш менән килеп юлыҡтыҡ. Ул күкрәгенә төртөп алды. — Мин, мәҫәлән, Ерҙә, дәрестән ҡасып, рогатка менән сәпсек атып йөрөй торғас, шул тиклем наҙан, еңел холоҡло кешегә әйләндем, бер көндө баш һуҡҡан яҡҡа киттем дә барҙым! Юлда өйөрмә сығып, мине ошонда осортоп алып килде...
Башлыҡ, һөйләүҙән туҡтап, команда бирҙе:
— Теҙелергә! Бөркөткә рогаткаларҙы тоҫҡарға! Бөркөт, ҡанаттарын елпеп, юлбаҫарҙар башлығына өндәште:
— һуңғы үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ! Ер Ҡояш тирәһендә нисә тәүлектә әйләнеп сыға?
— Китап килтерегеҙ, — тип бойорҙо башлыҡ.
Ҡара күлдәклеләр биттәре йыртылып, тышы таушалып бөткән бер китапты башлыҡҡа тотторҙо. Уныһы:
— Был — беҙҙең илдәге берҙән-бер китап! — тип кәпрәйҙе лә, биттәрен аҡтарып, кәрәкле һанды эҙләй башланы. Түҙемлеге етмәй, миңә аҡырҙы:
— Үҙең тап!
Бөркөткә кәрәкле һан китаптың тәүге битендә үк яҙылғайны:
— Бөркөт дуҫым! Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлектә әйләнеп сыға. — Шунда уҡ яҙылған икенсе һанды ҡысҡыра һалдым. — Ер үҙ күсәрендә 24 сәғәттә әйләнә.
— Күп тәтелдәмә! — Башлыҡ китапты ҡулымдан йолҡоп алып та өлгөрмәне, бөркөт «саңҡ», «саңҡ» итеп, минең баш осомда әйләнә башланы. Күҙҙе сытырлатып йомоп, аяҡтарына йәбештем. Күҙҙе асҡанда, беҙ Ерҙә инек...
Мин Ғәфүр менән бөгөн иртән баш вата-вата уйлап сығарған әкиәтте һөйләп бөткәс, залдағылар бер аҙ тын торҙо ла шау-гөр килеп ҡул саба башланы.
— Эй, әкиәтсе! — тип ҡысҡырҙы староста Вәзинә.
Ғәфүр-Ҡушғәле залды тынысландырҙы:
— Әминбәк-Ишғәле һеҙгә әкиәт түгел, булған хәлде һөйләне. Бөркөткә тотоноп осоп киткәнен дә, кире әйләнеп ҡайтҡанын да үҙ күҙем менән күрҙем.
Вәзинә һаман сырылданы:
— Үҙең ҡотолоп ҡайтҡанһың да — шуның менән эшең дә бөткән. Юлбаҫарҙар йондоҙлоғондағы ҡара күлдәкле наҙандарҙың да донъяға күҙен асырға кәрәк.
Мин ҡулымды йәйеп ебәрҙем:
Был хаҡта, әйҙәгеҙ, бергәләп уйлашайыҡ!

 


2009 йыл