100%

Юлай Мәҡсүтов ижадында милли рух сағылышы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Юлай Мәҡсүтов ижадында милли рух сағылышы
автор Н.Ә.Әхмәтйәнова, ф.ф.к.
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ахметьянова Н.А. Отражение национального менталитета в творчестве Юлая Максютова // Сборник научных статей "Актуальные проблемы современной журналистики" – Уфа, Башгу, РИЦ, 2013 г. стр.213-222


Ике тиҫтә ғүмерен журналистика менән бәйләгән БР һәм РФ Журналистар союздары ағзаһы, «Йәшлек» гәзитенең көнъяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Ю.Х.Мәҡсүтовтың ғүмеренең һуңғы йылдарында Баймаҡ районынан яҙылған материалдар тупланмаһы донъя күрҙе. «Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙҙә, баймаҡтар» (Баймаҡ, 2012) йыйынтығы «Юлай-юламан яҙмалары»нан һәм уның хаҡында иҫтәлектәрҙән торған «Йәшәйһең һин йөрәк түрендә…» тип аталған бүлектәрҙән тора. Был йыйынтыҡҡа ҡыйыу хәбәрсе Ю.Мәҡсүтовтың 71 һайланма әҫәре индерелгән, автор үҙе төшөргән, ғаилә архивынан алынған фотолар менән байытылған.Китапҡа индерелгән материалдар Баймаҡ районы, уның тырыш, ҡунаҡсыл халҡын данлай, бөгөнгө тарихын сағылдыра. Жанр яғынан улар төрлө: араһында һүрәтләмә, хәбәрләмә, интервью, репортаж, проблемалы мәҡәлә, журналистик тикшереү, очерктар бар. «Үҙебеҙҙең яҙған мәҡәләләребеҙҙә башҡаларҙы нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә, ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығырға, нисек бәхетле булырға өйрәтеп, аҡыл һатыу ғына аҙ, иң элек үҙебеҙ үрнәк күрһәтеп…, хыялдарыбыҙға хыянат итмәҫкә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә тейешбеҙҙер»,- ти Юлай ҡәләмдәштәренә «Үҙебеҙ яҙған яҙмыш» исемле яҙмаларынан.Ошондай әүҙем ижтимағи позицияһы журналистың мәҡәләләренә публицистик аһәң өҫтәй: ул һәр әҫәренән геройҙары яҙмышы, эше, һүҙе аша яҡты үрҙәргә өндәй.Ул үҙен ысын патриот, журналистиканың ғәҙел идеалдарын һаҡлаусы, көн үҙәгенең иң актуаль мәсьәләләрен сағылдырыусы профессионал булараҡ танытты. Мәҡәләләренең геройҙары төрлө һөнәр эйәләре, ябай ауыл кешеләре. Уларҙың тормошҡа зарланмай, ә йәм табып йәшәүҙәре, эшкә ең һыҙғанып тотоноуҙары донъяуи фәлсәфә менән һуғарылыған. Илдә барған ижтимағи ваҡиғаларға вайымһыҙ булмауҙары, ил-ер хәстәре менән яныуҙары уҡыусыны ла битараф ҡалдырмай, күңелен ҡуҙғатып, уйланырға мәжбүр итә. («Канарҙа ятыр мәл түгел», «Кирбесе лә кирбесе! Үкенмәҫ алған кеше», «Икмәк булһа – йыр ҙа булыр», «Кешеләргә биреп күңел йылыһын», «Эшең булһа йөҙ, көҙ туҡлыҡлы килер», «Йәшлектән ҡалмағас, ҡартлыҡтан ҡалып булмай», «Ауыл халҡын өмөт йәшәтә»).

Ю.Мәҡсүтовтың әҫәрҙәре тематик яҡтан да төрлө: республика президенты сәйәсәте, сәнәғәт, иҡтисад, матбуғат, ижтимағи тормош, мәғариф, мәҙәниәт, тарих, урмансылыҡ, малсылыҡ, игенселек, һаулыҡ һаҡлау, спорт, эшҡыуарлыҡ һ.б. Йыйынтыҡта Юлайҙың Баймаҡ районында үткәрелгән төрлө конкурстарҙы, бәйгеләрҙе, спорт ярыштарын һүрәтләгән хәбәрләмәләре байтаҡ. Был мәҡәләләре бер яҡтан, райондаштарының республика кимәлендә абруйын күтәрһә, икенсе яҡтан, ҡалған райондарға Баймаҡты үрнәк булырлыҡ итеп күрһәтә. Бындай бәйгеләрҙең ҡайһы берҙәре барлыҡ райондарҙа ла үтмәй, сөнки, күп ҡала-район етәкселәре был сараларҙа файҙа тапмай, аҡса яуы тип ҡарай. Мәҫәлән, «Ейәне менән ҡартатай бер ваҡытта ла ҡартаймай» тигән мәҡәләлә һүҙ «Ҡартатайҙар һәм ейәндәр» конкурсының район кимәлендә үткән финалы хаҡында. Был ғәҙәти булмаған сараны ойоштороп, етәкселәр бик файҙалы, сауаплы эш күрһәткән икәнлеген Юлай Мәҡсүтов ҡабаланмай ғына, үҙенең уйҙарын да ситтә ҡалдырмай, бәйгенең һөҙөмтәләрен уҡыусыға еткерә. Ошо сифаты мәҡәләне уҡымлы, райондаштарын ғына түгел, ә бар гәзит уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә. Шундай уҡ юҫыҡта яҙылған «Мөғжизәләр тыуа аҡ инәйҙәр бар ерҙә» тигән мәҡәләлә - «Ҡорама», «Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе» яҙмаһында - «Иң яҡшы атай», «Батырмын, тип кем әйтмәҫ…» мәҡәләһендә «Бөрйән ырыуы батыры» бәйгеһе һәм конкурстары хаҡында һүҙ бара. Ю. Мәҡсүтов бындай конкурстар үткәрелеп торған райондарҙың киләсәге яҡты, ышаныслы тигән идеяны пропагандалай.Журналистың геройҙары олоһонан кесеһенә тиклем ғәҙеллек яҡлап көрәшә, тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмай, алға атлай. Мәҫәлән, «Ғәҙеллек сәсәм, тиһәң…» тигән мәҡәләлә XI класс уҡыусыһының Юлыҡ урмансыларының уҡыусыларҙы алдап, эшләтеп, аҡсаһын түләмәүҙәре хаҡында әсенеп яҙған хаты тураһында. Ҡыҙ кеше,уҡыусы ғына булһа ла, оло ағайҙарҙан ҡурҡып тормай, бар уйлаған фекерҙәрен ярып һала. «Эх һеҙ! Киләсәк быуынды шулай тәрбиәләйһегеҙме, үҙегеҙ кеүек алдаҡсылыҡҡа өйрәтәһегеҙме?!», - тип әрнеп өндәшә ул Юлыҡ лесничествоһы түрәләренә [1;41]. Артабан, журналист тәнҡитте үҙ өҫтөнә ала. Ул урмансылар менән һөйләшкәндән һуң, фәлсәфәүи юҫыҡта мәҡәләһен тамамлап ҡуя: «Аҡыллыға ишара тигәндәй, һеҙгә ҡарата ғәҙел булһындар тиһәгеҙ, иң элек үҙегеҙгә ғәҙеллек һағына баҫырға тура киләсәк»[1;44]. Был мәҡәлә – Юлай Мәҡсүтовтың ғәҙеллек яҡлап сығыуы, түрәләр һүҙенән ҡурҡып тормауына иҫбат.

Китапты асҡан «Кешеләргә бер йылы һүҙ етә» (1997) тигән мәҡәлә Баймаҡ районындағы «Октябрь байрағы» гәзите коллективының абруйлы аттестация комиссияһы алдында һынау тотоу барышы хаҡында. Ю.Мәҡсүтов йыйылышта әйтелгәндәрҙән тәнҡит булараҡ яңғыраған һүҙҙәрҙе лә тулыһынса асыҡ иттереп халыҡҡа еткерә. Кем дә булһа, үҙенең райондаштарының эшендә булған етешһеҙлектәрҙе йәшереп, әйтмәй ҡалдырыр ине, ә Юлай үҙенә генә хас тура һүҙлелек сифатын был мәҡәләлә лә сағылдыра. Күп журналистар ниндәйҙер коллективтың, эштең баһаһын күтәреү өсөн, уны маҡтау ҙа етә тип уйлай һәм төптән хаталана. Уңышҡа өлгәшер өсөн, иң беренсе рәттә үҙеңдең етешһеҙлектәреңде күрә белеү, улар өҫтөндә эшләү мөһим. Был хәҡиҡәтте Ю.Мәҡсүтов белә һәм үҙ мәҡәләләрендә ошоға таянып эш итә. Әйтеп үтелгән мәҡәлә – быға дәлил. Бында Баймаҡ район-ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирәй Әғзәм улы Кейекбирҙиндың һүҙҙәре коллективта булған етешһеҙлектәрҙе ярып һала, шулай уҡ йыйылышта маҡтауға лайыҡ иптәштәр ҙә ситтә тороп ҡалмай, барыһы ла күҙ уңында тотола. Юлайҙың теле йомшаҡ, халыҡсан, уҡымлы.

«Атайҙар һүҙе - аҡылдың үҙе» исеме аҫтындағы мәҡәләлә Баймаҡ районында үткән «Иң яҡшы атай» район бәйгеһе тураһында бәйән итә. Эскелек, аҡсаһыҙлыҡ, ҡыйбатсылыҡ, өмөтһөҙлөк заманында ғаиләһен ҡарап, кейендереп, туйындырыра алырлыҡ ир-аттар ҡалғанмы, ғөмүмән, ошо сифаттарҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинме? Бында ошондай һорауҙарға яуап биреүҙе маҡсат итеп ҡуя конурс.Мәҡәлә сиктәрендә автор ошо мәсьәләгә үҙ ҡарашын күрһәтә. Мәҡәләлә әсе шелтә (сарказм) лә бар. Мәҫәлән: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо конкурстан башҡа бер ҡайҙа ла мин бәһлеүәндәй ир-азаматтарҙың үҙ ҡатыны, балалары тураһында иҫ киткес йылы һүҙҙәр әйткәнен, улар менән ысын мәҙәнәһендә ғорурланыуын ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ ине»[1;13]. Был хәҙерге замандағы барлыҡ атайҙарҙың етешһеҙлеген уртаға ярып һала. Шулай уҡ, жюри ағзаларына ла һүҙ тейә авторҙан: «Әйткәндәй,был һынауҙа жюри ағзалары ла, аҡыл менән эш итеүгә ҡарағанда, хис-тойғоға артығыраҡ бирелеп, үҙҙәре сығарған баһаларҙың дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүенә шикләнергә урын ҡалдырҙы. Мәҫәлән,16 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың «кейәүгә сығам!» тиеүенә бер атайҙың: «Ятып ҡалғансы, атып ҡала. Кейәүгә бирәм дә ҡуям!» тип мәсьәләне еңел генә хәл итеүенә жюри ағзаларының барыһы ла «бишле» билдәһен ҡуйыуы, ысынлап та, аптырарлыҡ хәл булды. Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡыусы 16 йәшлек 10-11-се синыф ҡыҙҙары ысынбарлыҡта бөгөндән үк кейәүгә сығып, бала таба башлаһа, жюрила ултырыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар бер ҙә хуш күңелләнергә ашыҡмаҫ ине, моғайын. Ә инде бәлиғ булмаған ҡыҙын шатланып кейәүгә биргән атай, бер һөнәрһеҙ, белемһеҙ, тәжрибәһеҙ балаһының үҙ елкәһенә ултырып, йүнле эш таба алмай, үҙ ғаиләһен аҫрай алмай, этеп- төртөп тормош көтөүенә үҙе лә бик шатланмаҫ ине» [1;14]. Был юлдарҙа Юлай түрәләрҙән ҡырын һүҙ ишетермен тип, ҡурҡып тормай,ә дөрөҫлөктө уртаға ярып һала. Ишетһә лә ишеткәндер инде, ни тиһәң дә дөрөҫлөктө йөҙөңә бәреп әйткәнде бер кем дә яратмай.

Ю. Мәҡсүтовтың яҙмалары араһында Баймаҡ районының һәм ҡалаһының почетлы гражданины, краеведы, Б.Вәлид, Сәғит Мифтахов исемендәге премиялар лауреаты, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 5 китап авторы В. Б. Буранбаевтың һуғыш иҫтәлектәре лә бар. Очерк «Ҡайғыһы ла, шатлығы ла булды бергә»,«Шартлау»,«Һуғыш ҡанундары аяуһыҙ»,«Курск алышы», «Яу юлдары», «Ҡабат сафта», «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте», «Эшләй торған эштәр күп әле» исемле бер нисә бүлеккә бүленгән. Яҙмалар «Шартлау»тигән мәҡәлә менән башланып китә. Һүҙ танк командиры, старшина Вара Буранбаевтың 1945 йылдың февраль аҙаҡтарында Польшаның баш ҡалаһы Варшава янында ҡаты контузия алыуы хаҡында бара. 20 йәшлек кенә яугир егетткә йәп-йәш кенә көйөнсә ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыу ҡурҡынсы янай. Был өҙөктә старшинаның ошо фажиғәле ваҡиғанан һуң госпиталдә үткәргән кисерештәре сағыла. Юлай уҡыусыға йәш һалдаттың хис-тойғоларын тейешле кимәлдә еткереүгә өлгәшә.Киләһе өҙөк «Һуғыш ҡанундары аяуһыҙ»тип атала. Бында Вара Буранбаевтың нисек һуғышҡа әҙерләнеүе, «Алкино-2» хәрби лагерына килеп эләгеүе хаҡында һүҙ суратыла. Фашистарға ҡаршы һуғышыу теләге ни тиклем көслө булмаһын, Вараға тиҙ генә яу яланына барып эләгергә яҙмай. «Алкино-2» хәрби лагерында ул 82 миллиметрлы батальон миноментын өйрәнеү курстарында уҡып, хәрби һөнәр ала. Тик был лагерҙа хәрби хеҙмәт хәлдәре һәйбәттән булмай. Командирҙар буласаҡ һалдаттарға ҡарата бик ҡаты була. «Ер аҫтында һыуыҡ казармаларҙа аслы-туҡлы йәшәүгә, көн һайын быҫҡаҡлап яуған көҙгө ямғыр аҫтында сафта атлап йөрөүгә, ҡайһы бер холоҡһоҙ командирҙарҙың бойороғо буйынса шул батҡаҡта шыуышырға мәжбүр итеүҙәренә түҙмәй, бер-ике курсант өйҙәренә лә ҡасып ҡайта». [1;26]. Уларға дизертир исеме яғып,барлыҡ буласаҡ яугирҙәр алдына баҫтырып атып үлтерәләр. Йәш һалдаттар ауыр тормош шарттарында йәшәргә мәжбүр була. Шулай итеп, «Алкино-2» лагерында Ватанды һаҡлау хыялы менән янған егеттәрҙең, үҙебеҙҙең командирҙарыбыҙ ҡулында һәләк булып ҡалыуы кеүек аяныслы хәлдәр тураһындағы иҫтәлектәр ҙә авторҙың иғтибарынан төшөп ҡалмай.«Курск алышы», «Яу юлдары», «Ҡабат сафта» тигән бүлектәрҙә Вара Буранбаевтың һуғыш мәлендә башынан үткән ваҡиғалар, уй-кисерештәре сағылдырыла. «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте», «Эшләй торған эштәр күп әле» исеме аҫтындағы бүлектәрҙә һуғыштан һуңғы йылдар, еңеүсе һалдаттың ең һыҙғанып эшкә тотоноуы хаҡында һүҙ алып барыла. Хәбәрсе ветерандың бөгөнгө көндә ауыр тормош шарттарында йәшәүгә мәжбүр булыуы, Баймаҡ район-ҡала хакимиәте етәкселәренең Баймаҡ районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины Вара Бәшәр улының хәленә кермәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Ю. Мәҡсүтов мәҡәләләрендә тәрән мәғәнәле, мәргән әйтемле хикмәт, парсалар, мәҡәл-әйтемдәр лайыҡлы урын алған.Әйтергә кәрәк, барлыҡ афоризмдар ҙа сәйәси, әхлаҡи-этник йөкмәткегә эйә. Автор материалдарының туҡымаһына билдәле шағирҙарҙың ижадынан 2-4 юл шиғыр бирергә ярата. Мәҫәлән: Бер уйлаһаң, әҙәм балаһына әллә ни күп тә кәрәк түгел кеүек – кешеләргә бер йыл һүҙ етә, ул һүҙ булһа ысын йөрәктән» («Кешеләргә бер йылы һүҙ етә»,1997) [1;11]. «Ф.Рәхимғолованың шиғри юлдары беҙҙең дә һәр беребеҙ өсөн оран булып яңғыраһын ине:

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен Боронғонан ҡалған бер өгөт: Ил ағаһы булып, атай булып, Ғорур булып ҡалһын ир-егет!» («Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе»,1997) [1;15].

«Был донъяның ғазаптары икәү – Береһе – үлем, береһе–яңғыҙлыҡ,- тип бәйеттәрҙә юҡҡа ғына әйтелмәйҙер.» («Йәшлектән ҡалмағас, ҡартлыҡтан ҡалып булмай»,2001) [1;21].

«М.Ғәлиҙең: Күпме нәмә әле етмәй беҙгә, Уйлап-уйлап кешегә уй етмәй. Ниндәй яҡын кеүек өмөт ҡошо – Тотоп алыр инең, буй етмәй. Кеше түҙем, эйе, кеше сыҙам, Етмәүен дә, хатта, ул еңә. Ләкин бөтәһе лә етер көндә Ғүмер етмәй ҡала – ул һүнә, - тигән шиғри юлдары иҫкә төшә Төркмәнән ауылындағы ҡарттар йортона барғанда». [1;7].

Йәки, «Юҡтан бер нәмә лә бар булмай бит, Буштан ғына тыумай мөғжизә. Мөғжизәләр тыуа бай күңелле, Алтын ҡуллы халыҡ бар ерҙә, - тигән шағирыбыҙ Ҡол-Дәүләт. Мөғжизәләрҙе мөмкин тиклем күберәк эшләп өлгөрһәк ине.» («Мөғжизәләр тыуа аҡ инәйҙәр бар ерҙә», 2001)

«Ир аҫылҡайҙары шунан беленә: Атҡайҙарын килә уйнатып,- тип йырҙа йырланғанса.»(«Батырмын, тип кем әйтмәҫ», 2000). [1;74].

«Ғөмүмән, ысын бәхет алтын табыуҙа ғынамы икән? Бөйөк шағирыбыҙ Ш.Бабич: Бай булһаң, бик рәхәт – байлыҡ яҡшы; Булмаһаң,өмөт өҙмә – һаулыҡ яҡшы, - тимәгәндер юҡҡа ғына.» («Ҡулдарың алтын булһын»). [1;112].

«Үкенмәмен ошо донъяларҙа Самалыраҡ ғүмер һулаһам, Мөхәббәткә зарығып көн күргәнсе, Мөхәббәттән сәсәп ҡолаһам, - тигән бит шағир ҙа» («Йәшәргә кәрәк, йәшәргә!») [1;220].

Бында барлыҡ афризмдарҙы ла миҫалға килтереп бөтөү м!мкин түгел, сөнки улар һәр яҙмала ла бар, һәм мотлаҡ очерктың, йә иһә мәҡәләнең идея концепцияһын нығытып ҡуя.

Мәҡәләләрҙең исемдәре үк гәзит уҡыусыны үҙенә йәлеп итеп тора. Юлай ағай был йәһәттән бик отошло алымдар табырға мөмкин. Уларҙа тарихи һәм этник реалийҙар, мәҡәл-әйтемдәр бар. Мәҫәлән: тарихи реалийҙар:«Ҡыңғырауҙар сыңлай йәйләүҙә» [1;79],«Йәмле Талҡаҫ, Баймаҡ ял йорто Башҡортомдоң һаҡлай рух-ҡотон…» [1;85], «Темәс һәм Вәлиди – айырылғыһыҙ» [1;235], «Бөркөттәр бейек оса» [1;235], «Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө» [1;240].

Мәҡәл-әйтемдәр менән башланып киткән осраҡтар: «Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе» [1;11], «Хеҙмәтенә күрә хөрмәте» [1;34], «Кәңәшле эш тарҡалмаҫ» [1;68], «Алма ағасынан алыҫ төшмәй» [1;159], «Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй» [1;134], «Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ» [1;44], «Һәр кем үҙ икмәгенә көл тарта» [1;149], «Икмәк булһа, йыр ҙа булыр» [1;189], «Ирҙең даны иленән» [1;194], «Батырға ла ял кәрәк» [1;152]. Перифраз ҡулланылған: «Йәшлектән ҡалмағас,ҡартлыҡтан ҡалып булмай» [1;19],«Урау булһа ла юл яҡшы, ә тураһы тағы ла яҡшыраҡ» [1;81],«Өйҙәре булған, ти, Темәс кирбесенән…» [1;92], Милләт күрке - милли кейем [1;113].

Этник реалийҙар менән башланып киткән очерктар:«Мөғжизәләр тыуа аҡ инәйҙәр бар ерҙә» [1;46], «Ейәне менән ҡартатай бер ваҡытта ла ҡартмаймай» [1;52], «Булыр илдең балаһы Бер-береһенә батыр тиер» [1;124], «Ирҙең даны иленән» [1;196],«Айныҡ эштәр менән» [1;210],«Йыр башҡаларға оят түгел» [1;229], «Һөт сафлығы бөркөр ҡулдар бар» [1;60], «Батырмын, тип кем әйтмәҫ», [1;156], «Ҡыңғырауҙар сыңлай йәйәләүҙә» [1;41], «Милләт күрке – милли кейем» [1;113].

Уларҙан башҡа, составы буйынса түбәндәге типтағы ябай - («Шартлау», «Яу юлдары», «Янғын», «Шомло төн») һәм ҡатмарлы - («Ауыл хакимиәтендә диверсанттар, йәки йәштәрҙең Талҡаҫ буйында ялы тураһында», «Йәмле Талҡаҫ, Баймаҡ ял йорто башҡортомдоң һаҡлай рух-ҡотон…», «Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер», «Был яҡтың төп байлығы – эшсән, күркәм кешеләр», «Кирбесе лә кирбесе! Алған кеше үкенмәҫ») исемдәге яҙмалар бар.

Шулай уҡ, ҡайһы бер мәҡәләләрҙең исемдәр е уҡыусының аңына эмоциональ йәһәттән тәьҫир итеү маҡсатын үтәй.Ю.Мәҡсүтов мәҡәләләренә лә хас улар. Мәҫәлән, интрига ҡороу: «Батырмын, тип кем әйтмәҫ», «Ҡуянтау мөғжизәһе», «Һәр кем үҙ икмәгенә көл тарта», «Ирәндек айыуының ҡала яҙғаны»; Һағайтыу: «Шомло төн», «Канарҙа ятыр мәл түгел», «Хикмәт нимәлә?»; Ҡурҡыу: «Шартлау, янғын», «Һуғыш ҡанундары аяуһыҙ», «Сәлимәнең үҙен үҙе күргәне».

Номинатив вазифа үтәүсе исемдәр мәҡәләнең темаһы исемендә үк, проблемаға тиклем тарая: «Беҙ айныҡ тормош яҡлы», «Тарихҡа бай яҡ – данлы Баймаҡ», «Был яҡтың төп байлығы – эшсән, күркәм кешеләр», «Айныҡ эштәр менән», «Икмәктән оло булмайыҡ», «Канарҙа ятыр мәл түгел», «Эшләйһе торған эштәр күп әле».

Ю.Мәҡсүтов очерктары исемдәренә генә түгел, ә йөкмәткеһенә лә башҡорт халҡының әйтем, тапҡыр һүҙ, мәҡәлдәре тәбиғи рәүештә үрелеп китә. Мәҫәлән: «Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк», «Ҡунаҡты кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар» («Милләт күрке – милли кейем»), «Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул була,ти бит халыҡ та. Ҡанаттар ғына ныҡлы булһын», «Эт талашып, һыйыр ялашып, кеше һөйләшеп аңлашып тигәндәй»(«Ғәҙеллек сәсәм тиһәң…»), «Батырға ла ял кәрәк» һ.б.

Шул рәүешле, Ю.Мәҡсүтовтың һәр әҫәренең стиль нигеҙендә авторҙың тәбиғилеге ята, тип әйтә алабыҙ. Шуға күрә лә, гәзит уҡыусы дөрөҫлөктө тура әйтергә, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйырға ҡурҡмаған, үҙ һүҙен яҡлай алған, ныҡлы позициялы ғәҙел хәбәрсенең ҡәләм осонан тамған һәр бер һүҙен ҡалдырмай уҡыны ла инде.

«Ғүмер ҡәләм менән бер – уны матур осларға кәрәк, тиҙәр. Был бигерәк тә беҙгә, ҡәләм тирбәтеүсе журналист халҡына, нығыраҡ ҡағылалыр. Үҙебеҙҙең яҙған мәҡәләләребеҙҙә башҡаларҙы нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә, ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығырға, нисек бәхетле булырға өйрәтеп, аҡыл һатыу ғына аҙ, иң элек үҙебеҙ үрнәк күрһәтеп, үҙебеҙ өгөтләгәнсә матур йәшәргә, идеалдарға, хыялдарыбыҙға хыянат итмәҫкә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә, хатта әжәл менән осрашҡанда ла ҡурҡмай, уның алдында теҙләнмәй, яһил күҙҙәренә ғорур ҡарарға тейешбеҙҙер»,- тип өндәшә Юлай ҡәләмдәштәренә («Үҙебеҙ яҙған яҙмыш»). Был һүҙҙәр журналистың үҙе тураһында яҙылған кеүек. Эйе, ул үҙ ғүмер юлын лайыҡлы үтте. Һәр әҫәренән геройҙарының яҙмышы, эше, һүҙе аша Ю.Мәҡсүтов үҙе яҡты үрҙәргә өндәй.

Юлай Мәҡсүтов Башҡортостан журналистикаһы тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙып, матбуғат уҡыусыларының, яҡташтарының күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалды, тиһәк, ялған булмаҫ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  • Ю. Мәҡсүтов. Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, Баймаҡтар. — Баймаҡ, 2012. — 263 бит.