0%

Эҙҙәр. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Эҙҙәр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 23.12.2013.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Кешеләрҙең була төрлөләре,
Төрлө хистәр улар уята,
Кемдәрҙәндер ҡала бушлыҡ ҡына,
Кемдәрҙәндер гүйә таң ата.

Кемдәрҙеңдер яҡты йылмайыуы
Күңелеңдә ҡала уйылып,
Кемдәрҙәндер телдә әрем тәме
Аҙна буйы бөтмәй юйылып.

Тормош һуҡмағынан атлап барам,
Ниндәй икән ҡалған эҙҙәрем?
Берәйһенең күңеленә барып
Етә микән йөрәк һүҙҙәрем?

Кешеләрҙән төрлө эҙҙәр ҡала…