Jump to content

Эҙләнеү. Дауыт Юлтый

From Wikisource
Эҙләнеү (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1909.


Эҙләнеү


Сикһеҙ киң күк йөҙөн сыбарлаған
Йондоҙҙарға ҡарап ирек асам;
Яҙмышҡа буйһонған һыныҡ күңел
Шунан рәхәт тапһың, исмаһам.

Ана, кескәнтәйерәк аҡһыл йондоҙ,
Ул күҙ ҡыҫа, әгәр мин ҡыҫһам;
Миңә иптәшлеккә — йәр булырға
Төшөр төҫлө, кил, тип ҡыҫтаһам.

Юҡ, мин алмам, уны йәр итә алмам;
Юҡ, мин башҡа бер нур эҙләнәм,
Табам, тимен, һаман ғүмер уҙа,
Кем алдына инде теҙләнәм?!


1909