Jump to content

Эшһөйәр Селәүсен(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Эшһөйәр Селәүсен(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ( әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Эшһөйәр Селәүсен


 Юл буйлап Селәүсен килә ятҡан. Уны яңғыҙ йәшәү ялҡытҡан, ти. Үҙенә иптәш эҙләп йөрөүе икән. Тәүгеләрҙән булып Күбәләк осраған.
— Әйҙә, Күбәләк, икәү көн итәйек,—тигән ул.
— Әйҙә һуң,— тип риза булған Күбәләк. Селәүсен, ҡоро ғына урын табып, йорт һала
башлаған. Дөрөҫөрәге, өңгән. Өйө йылы, ҡоро килеп сыҡҡан. Эсенә йәшел япраҡтар ҙа йәбештергән. Күбәләккә лә оҡшаған был йорт. Татыу ғына көн күреп ятҡанда, ямғыр яуып ебәргән. Селәүсендең өйөн һыу баҫҡан.
— Уй-й, күлдәгемдең биҙәге уңа инде, һыу тамып,- тип хафаланған Күбәләк.
— Ҡайғырма, Күбәләк, минең арҡама менеп ҡун! Мин һине ҡоро урынға күсерәм,— тип йыуатҡан Селәүсен дуҫын.
— Юҡ инде, Селәүсен, мин һинең менән бүтәнсә бергә йәшәргә теләмәйем,— тигән дә Күбәләк осоп киткән.
Ҡайғырып ятҡанында, Ҡусҡар үтеп бара икән.
— Ҡусҡар, Ҡусҡар, әйҙә бергә йәшәйек,— тигән Селәүсен.
— Ярай,— тип, Ҡусҡар шатланып риза булған.
Селәүсен тырышып өй өңә башлағас, Ҡусҡар ялҡып киткән дә, мин дә аласыҡ булһа ла төҙөп ҡуяйым, тип эшкә керешкән. Ул үҙе ҙурлыҡ ҡына аласыҡ яһай башлаған.
Эштәрен тиҙ арала тамамлап та ҡуйған былар. Селәүҙең өйө эсенә Ҡусҡар ҙа, Селәүсен дә һыя. Ә Ҡусҡар төҙөгән аласығына үҙе генә инә ала икән. Асыуланышып киткәндәр былар:
— һин өйөңдө үҙең өсөн генә һалғанһың, миңә ундай иптәш кәрәкмәй,— тигән Селәүсен үпкәләп.
— Ярай, ялҡытҡыс дуҫ менән йәшәгәнсе, бер үҙем көн итеү яҡшыраҡ! Аласығымды ла үҙем менән алам!— тип, Ҡусҡар сығып киткән. Шул көндән алып ул аласығын гел үҙе менән йөрөтөр булған.
— Был ни эш?— тип аптыраған Селәүсен.— Бында мине береһе лә яратмай. Китәйем был ерҙән, үҙемә тоғро дуҫ табайым.
Ул китеү менән, аҡландың йәме юғалған: сәскәләр, үләндәр һулыған, ағастар ҡороған, ҡош-ҡорттар һәләк була башлаған. Барлыҡ бөжәк, ҡош-ҡорттарҙың рәйесе Һайыҫҡан ағай тирә-йүнде һаҡлау тураһында йыйылыш үткәргән.
— Селәүсен дуҫыбыҙ үҙ арабыҙҙа булғанда, ҡәҙерен белеп еткермәгәнбеҙ. Хәҙер тәбиғәт йәмһеҙләнә башланы: ямғыр яуһа, күләүектәр ергә һеңмәй, һыу һеңмәгәс, сәскә- үләндәрҙең тамырҙарына дым юҡ, ағастар ҙа ҡорой.
— Ә Селәүсендең быға ни ҡыҫылышы бар һуң?— тип аптыраған ҡайһы бер бөжәктәр.
— Нисек инде ҡыҫылышы булмаһын? Ул үҙе бер туҡтауһыҙ ер өңә, уны йомшарта, бутай, яңырта... Шулай булғас, иғтибарһыҙлығыбыҙ өсөн ғәфү үтенеп, ҡайтарырға кәрәк уны.
— Дөрөҫ, күптән шулай кәрәк,-— тиешкәндәр барыһы ла. Селәүсен, кире ҡайтып, өй йүнәтә башлаған. Ер йөҙө ҡабаттан матурланып, йәшәреп киткән.
Ә ямғыр Селәүсене иптәшлеккә үҙе һымаҡ эшһөйәр Селәүсенде тапҡан. Улар бергәләп әленән-әле яңы өй ҡотлап торған: ерҙе өңгәндәр, йомшартҡандар. Үҫемлектәр иркен тын алып үҫкән.


1996 йыл