Jump to content

Эшләп үҫәбеҙ(шиғыр).Ә.Әсәҙуллина

From Wikisource
Эшләп үҫәбеҙ (Шиғыр )
автор Ә.Әсәҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Эшләп үҫәбеҙ


 Ветеран әбейҙәр, бабайҙар
 Йортона беҙ килһәк күмәкләп,
 Малайҙар эш таба балтаға,
 Ә ҡыҙҙар һыу ташый күнәкләп.
Шатланып йылмайһа өлкәндәр,
 Беҙҙең дә йөрәктә дәрт арта.
 Беҙ шулай үҫәбеҙ — бөтәбеҙ
 Кескәйҙән хеҙмәтте ярата.


1996 йыл