Jump to content

Эшкингән. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

ЭШКИНГӘН


Олатайым бик оҫта,
Эш менән була тышта,
Мин дә уға булышам,
Көрәккә һап ҡуйышам.
Рәхмәт әйтә олатай,
Эшкингән тиеп маҡтай.
Ҡулымда минең көрәк,
Инде ҡаҙырға кәрәк.


2012