Jump to content

Энәле тун(әкиәт). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Энәле тун (әкиәт)
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Энәле тун


 Борон-борон заманда ер йөҙөндә ҡыш булмаған, барлыҡ хайуандар ҙа шыр яланғас йөрөгәндәр, ти. Ләкин йылдан-йыл көн һыуына барған, шуға күрә һәр хайуан үҙенә тун тегеп алған.
Терпенең туны бөтәһенекенән дә матур булып сыҡҡан: үҙе ап-аҡ, үҙе йомшаҡ, үҙе ҡояшта йылҡылдап тора. Күп хайуандар һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарағандар, һаҡлап ҡына кейгән терпе үҙенең тунын, йоҡлағанда гел сисеп ятыр булған.
Берҙән-бер көн иртәнсәк кейәйем тиһә — юҡ туны. Эҙләгән-эҙләгән дә ултырып эй илаған, эй ҡайғырған. Көнсөл сысҡан урлаған төндә тунды, ерҙе ҡаҙып, шунда йәшереп ҡуйған, белеп ҡуймаһындар тип ҡурҡып. Терпе ныҡ ҡайғырғас, хәйләкәр сысҡан юрамал йыуатҡан була:
— Терпе апай, илама инде, мин һиңә үҙемдең тундан ҡалған иҫке тире киҫәктәрен бирәм, знә менән эләктереп ҡуйһаң, ныҡ була ул.
Башҡа хайуандар ҙа сысҡан тиреһенең иҫке- моҫҡо киҫәктәренә үҙҙәренең энәләрен ҡаҙап сыҡҡандар, ти, терпене йәлләп. Шуға күрә лә терпе энәле тун кейеп йөрөй башлаған.
Ғүмере сисмәй икән ул үҙенең тунын хәҙер, берәйһе яҡынлашһа, урлай күрмәһендәр тип, баштан-аяҡ уранып ята йомарланып.
Ә сысҡан матур тунды, кейергә ҡурҡып, һаман йәшереп тота икән,
Терпе барыбер һиҙгән кем уның тунын урлағанын, сысҡандарҙы яратмаҫ булып, уларҙы аулай башлаған.


1996 йыл