0%

Ысыҡ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ысыҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ысыҡ


Үҙемде саҡ тотоп ҡалам
Эргәңә йүгереүҙән,
Үләндәге ысыҡ булып
Эҙеңә түгелеүҙән.

Тыйылам. Мәлһеҙ ҡылыҡты
Бәйһеҙ тип атарһың шул.
Ысыҡта янған ҡояшты
Иҙгәнсе тапарһың шул.

Һирпелеп кенә ҡарайым,
Ҡояшым ҡалды боҫоп.
О, ни күрәм! Ҡарашыңда
Элберәй тоҙло ысыҡ.