Jump to content

Ысыҡтағы ҡояш

From Wikisource
Ысыҡтағы ҡояш (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 16.04.2006. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (42-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ысыҡтағы ҡояш*


(“Ысыҡтағы ҡояш” мелодрамаһынан)**

Ысыҡтағы ҡояш йәйғоролай
Күңелеңдә һөйөү балҡығанда
Мин һаҡ ҡына күҙҙәреңә бағам –
Ҡарашыңдан йондоҙ атылғандай.

Һөйөүемдең илерткес был мәле
Киләсәккә бәхет яусыһылай,
Йөрәгемә йәйғор тоташҡайны
Ысыҡтағы ҡояш тамсыһынан.

Ысыҡтағы ҡояш – һинең күңел,
Һөйөүемә йәнә йән керетте.
Был тамсыҡай ғына бәхетемдең
Балҡып-һүнер мәле – мәңгелектер.

Һинһеҙ йәшәй алмам, йәшәй алмам,
Йөрәгемде алдың тоташ ҡына,
Беләм, бәхет таңым һинһеҙ атмаҫ,
Ысыҡтағы алһыу ҡояшҡынам!



Иҫкәрмәләр

  • Йыр. Композиторы Флера Шарипова. Дилә Мөхәмәтйәрова йырлай.
  • Авторҙың башҡа әҫәрҙәре Author:Лилиә_Һаҡмар
    • БАЛАПАН.Л.Һаҡмар.Электрон баҫма.131-153-сө биттәрҙә "Ысыҡтағы ҡояш" мелодрамаһы[1].



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.