0%

Шәһәр баҡсаһында

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Шәһәр баҡсаһында
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: Шәһәр бакчасында : [хикәя] // Әхбар. – 1908. – 25 июнь. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Шәһәрҙә тороусыларҙың, ҡыҫҡаса әйткәндә, байыраҡ кешеләрҙең, йәй көнөндә күңел асып, хәсрәттәрен баҫып йөрөй торған урындары баҡсаларҙыр. Көн буйынса ҡыҙҙырып торған эҫе ҡояш байырға яҡынлаһа, баҡсаға пар-пар булып һәр тарафтан килә башлайҙар. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышҡан матур кейемлеләр, үҙҙәренең матурлыҡтарын, ҡиммәтле кейемдәрен был майҙанға килеп күрһәтергә вә үҙҙәре күрергә киләләр.

Мин шәһәрҙең бер яҡ ситендә торһам да, бәғзе көндә, был баҡсаға килеп, бер яҡ ситтән тамаша итеп, аҙыраҡ ултырып ҡайтмаһам, күңелемдең тулҡыны баҫылмай. Ҡом һипкән юлда, улар араһында аҡрын ғына ары-бире йөрөргә ҡыҙыҡһам да, был кейемем, был сифатым илә улар араһына кереп, йәмһеҙләрмен тип уйлап, бер яҡ ситтәрәк булған эскәмйәгә ултырырға мәжбүр буламын. Был баҡсала һәр кемдең хаҡы тигеҙ икәнен белһәм дә, ихтимал, ундағы кешеләр, «был да бында кереп йөрөй», тип әйтерҙәр. Бөгөн дә мин килеп ғәҙәтемсә ултырҙым. Бөгөн һауа бигерәк саф, болот та, ел дә юҡ.

Аһ, баҡса, ни ҡәҙәре гүзәл манзара тәшкил итеп яһап тора!..

Зур-ҙур үҫкән ҡуйы япраҡлы ағастар, шул ҡуйы япраҡтар араһында аҫылынып ҡуйылған, ай ҙурлығында булған электрик фонарҙары, бигерәк тә бының аҫтында йөрөгән ирҙәр ҡатыш күберәге ҡатын-ҡыҙҙар — күҙ алмайынса ҡарап торорлоҡ дәгелме? Быларҙың әксәре асыҡ йөҙлө, ҡайғы-хәсрәтһеҙ күренәләр. Быларға донъяның насарлыҡтары ирешмәйме икән ни һуң? Юҡһа былар йәннәттән ваҡытлыса ғына бында килеп, кире ҡайтып китәләрме икән? Бигерәк тә араларында йөрөгән мәләк кеүек матур ханымдар минең ике күҙемде үҙҙәренә ҡараталар. Быларҙы ҡыҫҡа ғына әйткәндә, таусиф итеп бөтөрөр хәл дә юҡ.

Былар фәлән нәмәгә оҡшағандар, тип әйтергә, йыһанда бер нәмә табыу мөхәл эш. Сөнки былар тәбиғәттән әйләнеп сыҡҡан иң аҫыл инсандарҙың да аҫылдары булып, иң матур зиннәттәр илә зиннәтләнгәндәр. Быларҙы оҡшатырлыҡ нәмәнең барсаһы быларҙың өҫтәрендә булып, уларға хеҙмәтсе генә булғандар. Был ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен күктәге айға тәшбиһ итер инем, ай бит бик йөзьи һәм дә үҙендә хәйәт юҡ, һытыҡ йөҙлө, ҡар кеүек бер нәмә. Уларҙың, электриктың ағып торған нурҙары араһында, балҡып торған йөҙҙәрен нисек итеп шаҙра айға тәшбиһ итергә йәсәрәт итәйем? Былай итһәм, быларға хыянат ҡылған булырмын, тип тә ҡурҡам. Шатланып һүҙләшеп барған ваҡытта, көлөп ебәргәндә күренеп ҡалған тештәрен ынйыға оҡшатырға ла ҡурҡам. Ынйы бит диңгеҙ төбөнән сыҡҡан, һәр кемдең ҡулында булырға мөмкин булған бер нәмә. Бының кеүек матурҙарҙың ҡаштары бәғзе кешеләр — йәйә кеүек, бәғзеләре — ҡәләм берлә һыҙылған кеүек тип, таусиф ҡылған булалар, был тәшбиһтәре бигерәк урынһыҙ инде. Ҡараған кешеләрҙе мосахәр итә торған был ҡара ҡаштарға миҫал килтермәк бик ағырҙыр.

Арҡа буйлап һуҙылып һалынған йәиһә баштарына төрөлөп ҡуйылған ҡара һәм һарғылт сәстәрҙе — ебәк кеүек тигән булалар. Был ни тигән һүҙ? Ебәк бит шул гүзәл сәстәрҙең эйәләрен өрөтөп йөрөргә яратылған бер хеҙмәтсе генә. Нисек оялмай уларҙың сәстәрен шөйлә ҡорт яһаған ебәккә тәшбиһ итергә кәрәк?

Бигерәк ғәжәп эш шул — уларҙың һәр кеше мәфтүн булырлыҡ, үлектәрҙе, йән кертеп, тергеҙерлек бит алмаларын бәғзе кешеләр — алма кеүек тигән булалар. Бото ҡырҡ тинлек, ашала торған алманы быларҙың бит алмаларынан артыҡ итәләр. Оруғһыҙ һалҡын бер алманы был дәрәжәгә мендереү кеүек урынһыҙ шәй улырмы?

Ал-ҡыҙыллы ирендәрен ал-ҡыҙыллы сәскәләргә тәшбиһ итеүҙәренә лә мин мөсәлләм булып етә алмайым. Сөнки мин сәскәне күргән ваҡытта хайран ҡалып торған бер кешене лә күргәнем юҡ. Әммә былар, ирендәрен тибрәтеп, бер генә һүҙ әйтһәләр ҙә, күргән кеше ихтыярһыҙ, уларҙың ағыҙына бағып хайран ҡалалар. Уларҙың шул ирен арҡыры сыҡҡан һүҙҙәре шул дәрәжә нөфүзле була, хатта байлыҡтарҙы ла бөтөрә ала, мәмләкәттәрҙе лә харап иткеләй. Мин ғаҡыллы тигән егеттәрҙе ғаҡылынан яҙҙыралар.

Бәғзе ғәрәп шағирҙары быларҙың бөгөлөп-һығылып торған, һауаға осоп китергә йөрөгән зифа буйҙарын әллә ниндәй ағастарға, беҙҙең был ерҙә — тал сыбыҡҡа тәшбиһ ҡылалар. Мин был тәшбиһтәр менән бөтә ғүмерем буйынса мөсәлләм була алмам. Ҡышҡар шәкерттәренән күп артыҡ дәрәжә ҡаршы тороп, бәхәс итергә ҡурҡам.

Теләһә ҡайҙа, һаҙҙа үҫә торған ағастарҙы килтер ҙә, был зифа буйҙар дәрәжәһенә ҡуй! Бынан артыҡ урынһыҙ истиғмал буламы һуң? Быларҙы кәрәк ҡәҙәре таусиф вә тәшбиһ итеп торорға был донъяла миҫал тапмағас, башҡа ерҙәрен һәм урындарын тәшбиһ итеп мәшәҡәтләнмәҫкә кәрәк. Күп ғашиҡтар әйткәнсә, таусифтан ғажизлекты белдерә торған: хур кеүек, мәләк кеүек, пәрей кеүек тип, ҡыҫҡаса ғына әйтергә тейешле. Мин дә уларҙың тәшбиһтәренә иштираҡ итә алам. Сөнки буйлә, әллә ниндәй мәфрүз нәмәләргә тәшбиһ итмәк — быларҙың донъяла мисле юҡ тимәктер.

Был гүзәл ханымдарҙың, ағастар аҫтында бер яҡтан бер яҡҡа ағып, аҡрын ғына хәрәкәт итеүҙәре, бәғзеләрҙең эскәмйәләргә теҙелешеп ултырыуҙары, быларҙың ағыҙҙарынан сыҡҡан әллә ниндәй тауыштар кемде мосахир итмәҫ? Был да етмәһә, тик тора торған япраҡтарҙы хәрәкәт иттерә торған музыка тауышы кешенең дәртен ҡуҙғата. Музыка быларҙың ғишҡына нисек матур тауыш сығара, әллә ниндәй айырылышыуҙарҙы, бик ҡыҙыҡ гүзәл манзараның тиҙ генә бөтөүен иҫкә төшөрөп, йәсәрәтләнә. Япраҡтар үҙҙәренең еҫтәрен саф һауаға ҡатыштырып, быларҙың өҫтәренә сәсәләр. Ботаҡтарынан ысҡынып китеп, быларҙың өҫтәренә ташланырға теләйҙәр. Йөрәге хәсрәтле кеше кеүек хәрәкәт итәләр.

Былар араһында, ҡоро кейем илә матурланып, ғиффәтһеҙлек илә гүзәл күренергә йөрөүселәре лә барҙыр, зарар юҡ, ул һаман тегеләрҙең ҡәҙерҙәрен генә арттыра.

Мәҡәләмдең башынан бирле гүзәл ханымдарҙы, баҡсаның манзараһын маҡтап яҙып киләм. Үҙем дә ғәжәп итәм, ҡәләмдең һаман яҙғыһы килә. Был ергә ҡәҙәр уҡыған кеше: «Был быларға ғашиҡ икән дә, башҡа бер нәмә лә уйламай икән, быларҙы күргәс, ләззәтләнеп, хәсрәттәре бөтөп, ҡайғыһыҙ бер кеше булған да ҡуйған»,— тип әйтер. Унда йөрөгән ханымдарҙың әллә ниндәй гүзәллектәре вә хур кеүек сифаттары булһа ла, минең өсөн бер күҙ тултырып ҡарауҙан башҡа файҙалары юҡтыр. Уларҙың осоп китер кеүек булған йөрөштәре, күккә сығып, ағас япраҡтарын хәрәкәт иттергән музыка тауыштары, ай ҙурлығында әллә нисә урында балҡып торған электриктар минең хәсрәтемде бик ваҡытлыса ғына оноттора алалыр. Туғрыһын әйтәм, бер йәһәттән, быларҙың йөҙҙәрен үткәндә генә күреп ҡалыуым, икенсенән, бындағы, ебәктәргә солғанып йөрөүселәрҙән башҡа, быларҙың араларына керергә ҡурҡып вә оялып йөрөүселәр, хатта бөтә йәй буйына бының кеүек баҡсаға, бер мәртәбә булһын, килә алмаған хисапһыҙ кешеләр иҫкә төшөп, кәйефемде боҙа вә асыуландыра ине. Улар бит был ваҡытта эштән саҡ ҡайтып, ашарға ултыралар. Уларҙың баҡсалары — шул кескенә өйҙәре, музыкалары — балаларының аслыҡтан илаған тауыштары, электриктары — бишле лампалары, йөҙөнә ҡарап ләззәт ала торған ҡатындары ла — мейес алдында ҡыҙып-бешеп самауыр ҡуйып йөрөүсе ҡатынылыр.

Мин баҡсала ваҡытта шул алдымдан мәләк кеүек үтеп киткән матурҙарҙы тамаша итеп, ҡыҙығам, тегеләрҙе иҫкә төшөрөп, ҡыҙғанам. Мин был бер-беренә хилаф улған ике фекерҙе ихтыярһыҙ улараҡ уйлайым. Һәм был ихтыярһыҙ ҙа булырға тейешле. Сөнки бер кеше матур йөҙлө ханымдарҙы күргәндә, музыка ауазын ишеткәндә, баҡсаларҙы аралап йөрөгәндә шатланмаһа, ул кешенең тәбиғәте боҙолған, табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип әйтәләр түгелме? Әлбиттә, бының илә дәртләнеүҙәр ғәйре ихтыяри булырға тейешле.

Быларҙы күргәндә, теге фәҡирҙәр иҫкә төшә лә, ихтыярһыҙ улараҡ, уларҙы ла ҡыҙғанырға башлана, әллә нәмәләр иҫкә төшә, асыу килә башлай, ни эшләргә белеп булмай. Шулай бер аҙ торғас, баҡсанан сығып, ҡайтып киттем.