ШӘРЕҠТӘН - ҒӘРЕБКӘСӘ, йәғни Урал аша үткән ырыуҙар юлы. Спартак Ильясов.
Һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙҙы тергеҙеү яҡшы уҡ йүнәлеш ала кеүек. Ниңәлер бығаса тарихсылар, фольклорсылар, археологтар тарафынан урындағы ҡомартҡылар аҙ өйрәнелде. Әлегә тиклем оло тарихты тәшкил иткән ваҡ ваҡиғаларға иғтибар бөтөнләй булманы. Ә бит кешелек донъяһы үҙенең меңәрләгән йылғы йәшәү осоронда төрлө-төрлө ижтимағи-сәйәси осор үткәргән. Һәр осорҙоң - үҙ сәйәсәте, уға ярашлы иҡтисады, тормош ағышы. Барлыҡ халыҡтар ҙа, ниндәй генә телдә һөйләшеүҙәренә һәм ниндәй генә ҡитғала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, таш быуатта ла һәм хәҙерге заманда ла, бер-береһенә һырығып, ойошоп донъя көтә. Быны раҫлаусы миҫалдар - ғаилә, ара, йорт, аймаҡ, ауыл, ҡала. Был берекмәләр иҡтисади һәм сәйәси үҫеш алып, ҡәбилә, ырыу берекмәләрен тыуҙырып, артабанғы үҫештәрендә ханлыҡ-кенәзлек һәм дәүләттәр барлыҡҡа килтергән. Билдәле, һәр ханлыҡтың, кенәзлектең үҙ-ара һәм күршеләре менән дә аралашыу өсөн үҙ һуҡмаҡтары, юлдары булған. Шундай юлдар тураһында булыр һүҙем.
Ифрат күп төрлө улар
[edit]Беҙҙең башҡорт йәшәйешендә һәм телендә юлдар үҙҙәренең бүленеше, атамаһы буйынса ифрат та күп төрлө. Уларҙы шартлы рәүештә түбәндәгеләргә бүлеп булыр ине.
1. Ғәмәл юлы. Нимәнелер башҡарыу юлы. Ҡайҙалыр барыу юлы. Ара юлы. Дауалау юлы. Мөнәсәбәт булдырыу юлы (дипломатия). Бәйләнеш юлы. Аҡса алыу, биреү, эшләү юлы. Ебәк юл. Көрәшеү юлы (физик көрәш, сәйәси көрәш, иҡтисади көрәш).
2. Тәбиғәт юлы. Ҡаты юл. Машина юлы. Асфальт юл. Һанама юл. Йомро юл. Һуҡмаҡ. Ураҡ. Ҡуян урағы. Йәнлек юлы. Ҡош юлы. Хайуан юлы, эҙе. Балыҡ юлы (үрләй, түбәнләй, йөрөй). Һыу юлы. Тау юлы.
3. Сифат юлы. Яҡшы юл. Насар юл. Тумарланып ятҡан юл. Тайғаҡ юл. Яҡты юл. Ҡараңғы юл.
4. Эпик юл, йыһан юлы. Тәңре юлы (ҡояш әйләнеше). Ай юлы (йәш ҡыҙҙарҙың, килендәрҙең, ҡатындарҙың һыу юлы, йәшлек юлы). Йондоҙ юлы (комета). Ҡош юлы (Млечный путь). Ҡәғбә юлы (хаж юлы). Ҡуңыр Буға юлы (боронғо ҡәбиләләр бәйләнеше юлы). Әүлиә юлы (яңы тәғлимәт юлы).
Туған телен белгән һәр бер кеше быларҙың барыһының да мәғәнәһен һәм ҡулланыу урынын беләлер. Атамалар исеме йә иҫкергәнлектән, йә ике мәғәнә аңлатҡанлыҡтан, уларҙың ҡайһы береһенә аныҡлыҡ индереп китеү дөрөҫ булыр. Ғәмәллектә барыһы ла аңлашыла кеүек. Ә тәбиғәт юлдарының ҡайһы бер атамаларына аңлатма биреү зарур.
Һанама юл. Урман эсендә, түбәлектәр араһында, йә яланда берҙән-бер арба йә сана юлы.
Йомро юл. Йәйәүлеләр йә һыбай йөрөй торған юл. Ул ғәҙәттә тығыҙ ерҙәр аша бара. Ҡуйы урманлыҡ, тау-таш, һаҙ яғаһы араһында, батҡыл урындарҙа тик йомро юл булған һәм әле лә бар.
Ураҡ. Һис ситкә сыҡмай торған юл өлөшө. Ураҡ юл, ҡуян урағы. Ул, ғәҙәттә, оҙон булмай.
Йәнлек юлы. Әммә юлды эҙ менән бутарға ярамай. Һәр йәнлектең (бүре, төлкө, кәзә, һеләүһен, айыу, бурһыҡ) үҙ төйәге, һәр саҡ бер тирәләрәк ятағы була. Шул ятаҡтан һунар, һыу, үреш еренә, йә дошмандарынан ҡасыу юлы була. Нигеҙҙә, ул ҡитғалар һыҙмаһы ҡанунына буйһона.
Осар ҡоштоң да осор юлы, ҡануны бар. Һыуҙан - һыуға, тибер ерҙән - сүпләр ергә. Әммә ҡоштар күберәк ҡитғалар һыҙмаһы буйлап оса. Был осоштар - көндәлек тормош ғәмәле. Оло ҡош юлы - көҙгө миҙгелдә көньяҡҡа осоу өсөн күрһәтмә. Ҡош юлы үҙен ергә бик ҡыҫҡа тулҡындар ебәреп, осор ҡоштарҙың һиҙемләү тойғоһон тирбәтеп билдәләй. Улар шул йоғонтонан ситкә китә алмай. Төндәрен дә, күҙҙәрен йомоп, осалар ҙа осалар.
Тәңре юлы. Тәңрене кем нисек аңлайҙыр? Әгәр ҡояш тип аңлаһа, Ҡояш әйләнеше юлы.
Хәҙер инде күктән ергә төшәйек. Ҡитғалар араһындағы һәм Рәсәй кенәзлектәренең һәм һуңғараҡ империяһының юлдарына аңлатма биреү кәрәкмәйҙер. Әммә беҙҙең башҡорт ере аша үткән бик-бик боронғо юл бар. Ул икәү. Ефәк юлы тип атала ул. Икеһенең дә башы - Һиндостан, Ҡытай. Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайышынан ул икегә айырыла. Түбәнгеһе уйғырҙар аша Көньяҡ Ҡаҙағстан, Урта Азия аша Фарсы, Ғәрәбстан, Египет яҡтарына юллана. Икенсеһе - мунғалдар һәм уйғырҙар уртаһы менән Төньяҡ Арал ере аша Көньяҡ Уралға, Урал аша үтеп, Башҡортостандың көнбайышында Булығаға (Волгаға) етмәҫ борон икегә айырыла. Береһе көньяҡҡа тартып, Тын (Дон), Ҡобан аша Византияға һәм көньяҡ-көнбайыш Европаға үтә. Көньяҡ Уралдан һуң Булғар иленә барғаны, Иҙел - Булыға аша сығып, тура көнбайыш Европаға үтә. Исеме лә уның Үр юл, йәки бөгөнгө Орел ҡалаһы ерҙәре аша үткән юл. Урыҫ этимологияһында Орел һүҙенең тамыры юҡ. Ул һүҙ төрки-мағул һүҙе "Үр юл"дан алынған. Тимәк, түбәнге юл Византияға, ә Үрге юл көнбайыш Европаға барған. Орел ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихын урыҫтар хәҙер: "Имеш, ҡасандыр шул урында ҙур ағас башында орел оялаған. Шуға Орел тип атағандар", - тигән уйҙырма баҫа. Орел да бейектәге, юғарылағы Үрге юл менән осоп йөрөй бит.
Кемдәр улар монгол-татарҙар?
[edit]Бында юлдар темаһынан ситкә китеп, ололар һөйләүенән монгол һүҙенә асыҡлыҡ керетеп китәйек. Ҡалмаҡ-башҡорт яуҙарынан һәр төрлө ер атамалары, легендалар байтаҡ ҡалған. Ҡалмаҡ (ҡалмыҡ) яуы тураһында һүҙ сыҡһа, ололар мунғал ҡалмаҡтары, тип һөйләр ине. Ә ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар (ҡарағалпаҡ), башҡорттар, ғөмүмән, төрки халыҡтары тураһында "мағул төркиҙәре" тигән атама булды. Тимәк, "төрки халыҡтарының мағул берләшмәһе" тип аңларға кәрәкмәйме икән? Урыҫтар "монголо-татарское иго" тип яҙа. Ә беҙҙең тарихсылар, урыҫтар яҙмаһына эйәреп, "монгол-татар", ҡайһы береһе "мағул-татар" тип яҙа. Был, минеңсә, ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Сыңғыҙхан һәм Батыйҙың мағул төркиҙәре берекмә-дәүләтендә һәм ғәскәрендә тату ҡәбиләһе халҡы күпселекте тәшкил иткән. Урыҫ кенәзлегенә баҫып керер алдынан был мағул-татуларға Урал һәм Булыға алды арҙары ла ҡушылып, Татуға ар өҫтәлеп, урыҫ өсөн "тат+ар" булып киткән. Был "тат-+ар" яңы этносҡа исем итеп урыҫ кенәзлектәре йылъяҙмалары тарафынан бирелгән. Уға тиклем Оло Иҙел буйында татар тигән этнос булмаған. Батый хан Оло Иҙелдә булғарҙарҙы һәм уларҙың ҡалаһы Болғарҙы нигеҙенә тиклем туҙҙырғас, шул тирәләге ар халҡын ҡушып, штрафбат кеүек алдан ҡыуып килтергән. Мағулдар татулар менән көнбайышҡа урыҫ кенәзлектәренә йүнәлә. Чудь, вепс һәм башҡа милләттәрҙе баҫып, кенәзлектәрен ҡороп алған урыҫтар Батый ғәскәренән ҡурҡып, ҡала-нығытмаларына бикләнә.
Был нығытмаларҙы алырға Батый хан, әлбиттә, төп гвардияһы алдынан барған тату һәм ар халҡын ебәрә. Татуаҙарға башҡа сара ҡалмай. Арттан мунғал гвардияһы. Алда урыҫтар. Шуға ла улар аяуһыҙ һуғышып, урыҫ ҡәлғәләрен берәм-берәм баҫып алған. Урыҫтарҙа татуарҙар яҡшы хәтирә ҡалдырмаған. Урыҫ кенәзлектәре берләшеп көсәйгәс, улар тату, арҙарҙан быуаттар буйы үс алған. Ә Оло Иҙел буйында, татуарға ҡәрҙәш тә булмаған булғарҙар йәшәгән. Улар боронғораҡ заманда Оло Иҙел буйлап өҫкә күтәрелгән хазарҙар тоҡомо булған. Мунғал һүҙе, ғөмүмән, беҙҙең осорҙа, беҙҙең ерҙә һирәк осрай торған һүҙ. Беҙ бала саҡта халыҡ араһында шундай йыр ҙа йөрөй ине:
Мунғалдарҙың аттары
Аҡ ала ла күк ала.
Тағы бер йыл һуйыш булһа,
Был ырыуҙан кем ҡала?
Монгол-мунғал тоҡомо аттарында, ысынлап та, аҡ ала, күк ала, туры ала күп. Тимәк, мағул-төркиҙәр, башҡа халыҡ ислам динен алған, ә мунғалдар - бөгөнгө ҡалмыҡтар, буряттар, монголдар һ.б. будда динендә. Мағулдарға төрки һүҙе аҙағыраҡ йәбешкәндер? Бында ла Рәсәй тарихсыларының "ярҙамы" барға оҡшай. Ғөмүмән, батырсылығы еткән ғалим-тарихсыларға ҡатламдар аҫтынан дөрөҫлөктө эҙләү өсөн ялан киң. Бурят, Тыва, Алтай, Уйғыр, Ҡытай, Монгол тарихын, архивтарын аҡтарып эҙләргә ине лә... Мунғал менән мағул һүҙе ҡаҙаҡ менән казак кеүегерәк инде.
Өфө өйәҙе барлыҡҡа килеүе
[edit]Көнбайыш һәм төньяҡ Башҡортостанды Урыҫ империяһы үҙенә ҡушҡас, Өфө ҡалаһында нығынып, Ҡаҙан яғы менән бәйләнеш булдырғас, башҡа көслө дәүләттең ҡурсауы юҡлығынан файҙаланып, улар Урал аша көнсығышҡа ынтыла. Әммә Ләмәҙе буйында, ғөмүмән, Урал һыртының көнбайышында, еңелеүгә осрағас, улар Урта ер аша Ибер киңлектәренә сыға. Әммә ныҡлы юл һала алмайҙар әле. Юл һалыр өсөн ниндәйҙер хакимиәтлек кәрәк була. Ә ул юҡ. Эшләр өсөн бүленеш ойошторорға кәрәк. Һәр бүленештең етәксе, һаҡсы, баҫҡын, хөкөм һәм башҡа ағзалары булыуы мотлаҡ. Беҙҙең ерҙәр Өфөнән ярайһы уҡ йыраҡ булғанлыҡтан, 1637 йылда Себер приказы ойошторола. Ә көнсығыш башҡорттары Себер приказын танымай. 1586 йылда Өфө өйәҙе барлыҡҡа килә. Ә унан Башҡорт (иле) ере менән идара итеү өсөн дүрт йүнәлеш билдәләйҙәр: Ҡаҙан, Оса, Нуғай һәм Себер юлдарын. Ә.З.Әсфәндийәров үҙенең "Башкирия после вхождения в состав России в 1560-1850 гг." тигән китабында Себер юлына 17 олоҫто индерә. Әммә беҙ унда Тиләү-Табын, Барын-Табын тип яҙылған олоҫ күрмәйбеҙ. Ҡара табындарҙың бер өлөшө 1608 йылда уҡ урыҫ хакимиәтен таный. Киреһенсә, ҡалған Көнсығыш Табын ырыуҙары Себер даруғаһында төҙөлгән хакимиәтте танымай, 1730 йылдарға тиклем сағыштырмаса үҙаллы йәшәүҙәрен дауам итә. Шуғалыр ҙа инде, ҡулға эйәләшкән ҡара табындар исеме менән олоҫ төҙөгәндәр һәм уға башҡа халыҡ ерен дә кереткәндәр. Урыҫ хакимлығын танымаған ҡара табынлы Бүре солтан, үҙ кешеләре менән тиләүҙәр, барындар араһына күсеп, нәҫелдәре хәҙер ҙә унлаған ауыл булып, беҙҙең менән йәшәп ята. Әммә был ваҡиға даруғалар керетелгәнгә тиклем була. Башҡортостандың башҡа өлөштәрендәге юлдарына Ә.З.Әсфәндийәров ентекле аңлатма бирә. Маҡсатым - үҙ төбәгебеҙҙәге юлдарҙы яҙыу. Әммә был юлдарҙың географик урынын, тәғәйенләнешен аңлау өсөн уҡыусыға өс төшөнсәне белеү, күҙаллау мөһим. Беренсеһе - бөгөнгө административ бүленеш юҡлығын күҙ алдына килтереү кәрәк. Бары тик Ялан Ҡатай, Ҡыуаҡан-Табын, Барын-Табын, Тиләү һәм Күбәләк-Табын ерҙәрен генә уйларға кәрәк. Һуңғараҡ Ырымбур губернаһы Троицк, Верхнеурал өйәҙе, Исәт провинцияһы ерҙәрен күҙаллау, географияны белеү зарур. Бына шул урындағы тарих халҡыбыҙҙың оло тарихына таяу булһын өсөн яҙыла. Быны йәш быуын белергә тейеш. Башҡортостандың көнсығышында һәм Урал тауҙары ҡуйынында йәшәгән төп халыҡ Рәсәй империяһының тау сәнәғәтен тыуҙырыуға, булдырыуға, йәшәүенә, көсәйеүенә төп иҡтисади ҡеүәт биргән. Ҡеүәт биргән, тигән һүҙем шул: еренең мәғдәнен асҡан, күрһәткән, биргән, эшсе көсө менән төҙөшкән. Әлбиттә, тимер, баҡыр, алтын һәм башҡа күп байлыҡ урындары баҫып алынған, кешеләре йә ҡыуылған, йә ҡол ителгән. Шулай ҙа беҙҙең төбәктә ерҙәр, нигеҙҙә, үҙ исемдәре менән ҡалған. Әлбиттә, оккупация география, тарих өлкәһендә бик көслө барған. Һәм ул бөгөн дә дауам итә. Ләкин ҡайһы бер атамалар урыҫтар килгәнгә тиклем үк быуаттар ашаһынан беҙгә билдәле. Беҙҙең төбәк аша үткән боронғо юлдарҙың атамалары түбәндәгесә: 1. Шәреҡ юлы (Ефәк юлы). 2. Ырыу юлы. 3. Һуғыш юлы. 4. Ристан юлы. 5. Кәтерин юлы. 6. Ям юлы.
Шәреҡ юлы
[edit]Көнсығыш менән көнбайышты тоташтырыусы иң оҙон юл - Шәреҡ юлы буйлап Бумын ҡаған, һундар, Төмән ҡаған, Сыңғыҙхан төмәндәре, Батый хандың мағул төркиҙәре ғәскәре үткән. Был юл халыҡтарҙың оло күсенеүенә шаһит. Был юл - Алтайҙан Уралғаса. Урал артында, Булыға буйҙарында ул юл боронғо заманда нисек аталғандыр, әммә табындар хәтеренә ул Шәреҡ юлы тип һеңешкән. Яуҙар, күсенеүҙәр үтеү менән Уралды, Себерҙе, Алыҫ Көнсығышты Рәсәй империяһы баҫып алғанға тиклем биш йөҙ йыл самаһы ул көнсығыш менән көнбайыштың алыш-биреш, сауҙа юлы була. Һиндостандан, Ҡытайҙан, Уйғыр, Ҡараит һәм Алтай илдәренән сәй, ефәк (ебәк), көҙгө, энә, еп, емеш, биҙәнеү әйберҙәре һ.б. бик күп тауарҙар килгән. Былар бөтәһе лә, әлбиттә, дөйә һәм ат арҡаһында килтерелә. Шулай итеп, Шәреҡ юлы Ефәк юлына (Шелковый путь) әйләнә. Каруанға, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, туҡтап, ял итеп, ашап-эсеп алыу өсөн кешеләр йәшәгән тораҡ ерҙәр, ултыраҡтар кәрәк була. Элек, хәҙерге кеүек, шырпы ла, зажигалка ла булмай. Ҡайҙа кеше торағы, шунда - ут, йылылыҡ, яғыулыҡ, ит-һурпа. Алтайҙан алып Уралға һәм Булығаға (Волга) тиклем йәшәгән төрки-мағулдар ерендә утһыҙ һәм итһеҙ ултыраҡ булмаған. Шунда уҡ алыш-биреш тә барған. Шәреҡ юлы, һис шикһеҙ, башҡорттарҙың ҙур ултырағы Ҡурған, Ҡаҙаҡ ерендә Ҡостанай (Кустанай) аша үтмәй булмағандыр. Ул ваҡытта Ҡурған, Силәбе, Өстамаҡ (Троицк), Мейәс, Алтынтамаҡ (Златоуст) кеүек ҡалалар береһе лә булмай. Ғөмүмән, төрки халҡы үҙ ерендә бер урыҫты ла күрмәгән осор була был. Көнсығыштан көнбайышҡа сауҙа өсөн тауар үтһә лә, көнбайыштан көнсығышҡа бер нәмә лә үтмәй. Әгәр баҫҡынсы ҡасаҡ башкиҫәр казактарҙың Ҡаспый (Каспий) аша Иран ерҙәренә һөжүмен иҫкә алмаһаҡ, Рәсәй тарихында көнсығышҡа барған Тверь ҡалаһы сауҙагәре Афанасий Никитиндың ғына яҙмалары бар. Шәреҡ (Ефәк) юлы Ҡурған йә Ҡостанай аша тағы ла бер ҙур башҡорт ултыраҡ-нығытмаһы Өстамаҡҡа теймәй үтмәй. Ул нығытма Уйҙың Тубылға ҡушылған ерендә була. Аҙ ғына алдараҡ Уйға Өйәл ҡушыла. Урыҫтар хәҙер уны Увелка тип йөрөтә. Көнсығышҡа сығыу ере боронғо башҡорт ҡаласығы-нығытмаһы Өстамаҡ (Троицк) тиктән-тиккә нигеҙләнмәгән. Ҡап-ҡаҡ ергә килеп ҡала-нығытма һалыу башланмай. Троицк ҡалаһының гербы бөгөн дә - ҡалҡан. Ефәк юлы Барын ере аша Урал арҡыры көнбайышҡа үтә. Ваҡыт, быуаттар үтеү менән, уның төп юлы ла үҙгәрә. Ҡурған, Силәбе нығытмалары хасил булғас, ул шул ерҙәр аша үтә лә, империя хакимлығы Себергә таралғас, Ефәк юлы эшләүҙән туҡтай. Көнсығыш каруан менән Рәсәйгә килмәй. Юлдары Урта Азияға - һулға борола. Рәсәй империяһының хакимлығы Себерҙә Иберҙә, Уралда нығынғас, Төмән, Томск, Ҡурған, Новосибирск, Иркутск ҡалалары барлыҡҡа килгәс, Шәреҡ (Ефәк) юлы Себер юлына әүерелә. Себер юлы төрмә, каторга юлы тигән мәғәнә ала. "Башы Себер китте, Себергә ҡыуҙылар, Себерҙә каторгала", тиҙәр. Был юлға башҡорт иҫе, табындар хәтере тик каторга мәғәнәһен генә һала. Был мәғәнә табындар хәтеренән яйлап тик 1930-1940 йылдарҙан һуң ғына юйыла башланы. Ә хәҙерге аң менән, Себергә киткән, тиһәк, тик эш тураһында уйлайбыҙ: "Себергә эшкә киткән". Шулай үҙгәртә халыҡ хәтерен быуаттар.
Ырыу юлы
[edit]Ырыу юлы - төбәгебеҙ тарихы, төбәгебеҙ атамаһы. Ырыу юлының башланғысы һәр Көнсығыш Табын ырыуының йәшәгән еренән башланһа ла, нигеҙҙә, ул Урал армыттары араһында бергә барып ҡушыла. Ырыу юлы - бик боронғо юл. Уның йәшен Шәреҡ юлы менән генә сағыштырып булалыр. Сөнки ул юл Табын, Ҡатай, Әйле, Иберле ырыуҙарының Уралдың көнбайышындағы Кесе Табын, Кәлсер, Ҡумырыҡ, Йомран һәм башҡа табындарҙан тыш, Ҡатай, Тамъян, Мең, Юрматы ырыуҙарынан Болғарға ла барған юлы иҫәпләнгән. Әйтергә кәрәк, Ырыу юлы беҙ йәшәгән төбәктән тик ике йүнәлештә була. Бер йүнәлеш - ғәреб (көнбайыш), икенсеһе - йәнүб, ҡибла (көньяҡ). Табындарҙан ҡиблаға - Тамъянға, Бөрйәнгә, Түңгәүер-Ҡыпсаҡ ырыуҙарына барған юлдар, нигеҙҙә, бөгөнгө беҙ йөрөгән юлдар. Йә көнсығыш Урал армыттары Көркәк - Өрпәк - Ҡырҡты - Ирәндек буйлап, йә Уралтау аша төшөп, Ҡыраҡа һәм Баштау араһы, Ағиҙел туғайҙары буйлап йөрөгәндәр. Барын-табындарҙан көнбайыш башҡорт табындары еренә сығыу юлы Уй йылғаһын һәм Уйташ тауҙарын уңда ҡалдырып, Йәнбикә яланы, боронғо баҡыр иретеү төбәге Кинйәкәй, Манғош, Өшөгән тауҙарының көнсығышы менән хәҙерге Әпсәләм, Тәтембәт аша Буранғолға йүнәлеп, Яйыҡ кисеүенә төшә. Икенсе айырмаһы ике Ирәндек уртаһы, Аратау алды Ҡуҙабил менән килгән юл да шул кисеүгә тоташа. Яйыҡты кисеп, һулаҡайға Серәкәй тауы алды менән Барал, Кәрәге, Бирсә йылғалары башы менән Уралтау аша Әүәләк итәгенә, Ағиҙел башына сыға. Әүәләк алды Ағиҙелдең һул яры менән хәҙерге Байһаҡал тирәһендә йыйылыр булғандар. Сөнки тиләүҙәр, уртаға ултырған ҡара табындар ҙа шул тирәгәрәк килгән. Әгәр шарт буйынса осрашыу билдәләнмәгән осраҡта, төп осрашыу урыны Баҡты армытындағы Таш ҡапҡа алдында була. Был осраҡта ҡара табындар, тиләүҙәр өсөн Ирәмәл, Әүәләк һырты уң ҡулда ҡалған. Юл хәҙерге Ҡолош ауылы тарлауығы аша Урал һыртын артылып, Һары бейәгә, унан Ағиҙелгә, хәҙерге Мәхмүт ауылы тирәһенән Әүнәр йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған тирәһенән үткән. Билдәле, ул осорҙарҙа Ҡолош та, Мәхмүт тә булмай. Тиләүҙәр Тирлән аша Ҡолмарҙаҡ һыртына ла сыҡҡан. Һәр шартлы туҡталыш, йә көткән урында Билдә таш тигән йә ҡаялыҡ, йә берәй үңерҙә таш, ҡаясыҡ, йөҙйәшәр ҡарағас булып, шунда шартлы билдәләр ҡалдырып йөрөгәндәр. Хафизов Алмас тигән ҡәрҙәшебеҙҙең әйтеүе буйынса, ул ер Таш ҡапҡа алдында, ә йөҙйәшәр ҡарағас Ҡолмарҙаҡ алдындағы бер яланда була. Был турала миңә 1979 йыл тирәһендә Мәхмүт ауылы аҡһаҡалы Вәлиулла бабай ҙа һөйләгәйне. Ул ҡарағасты "Оморҙаҡ ҡарағасы" тип йөрөткәндәр. Байһаҡал ауылы тирәһендә йыйылғандары хәҙерге юл менән Әүәләк аша үтеп, Оло һәм Бәләкәй Ирәмәл аша төшкән. Һулға Бәкте (Баҡты) һыртының көнсығышынан барғанда, Таш ҡапҡа янында туҡталған. Таш ҡапҡа аша үтһәң, Йүрүҙән йылғаһына төртөләһең. Ул саҡта Йүрүҙәндең баш алған еренә үрләргә кәрәк булған. Был осраҡта юл Бәкте, Ҡолмарҙаҡ армыты менән Башы аҡ-Машаҡ тауы араһынан дауам иткән. Таш ҡапҡа аша сыҡмағандар Ҡолмарҙаҡ буйлап Оморҙаҡ ҡарағасына килгән. Артабан юл Оло һәм Бәләкәй Ямантауҙы уңда ҡалдырып, Бәләкәй Инйәр үҙәне аша хәҙерге Айғыр тигән ерҙән Ҡараташ һыртын үтеп, Һалды тауына артылған. Тау Ҡатай, Урман Ҡатай тораҡтарына хәжәтлеләргә, Башы аҡ-Машаҡ, Нары, Лағош тауҙарын үтеп, Елмәрҙәк армыты һыртын үтергә тура килгән. Ә Кесе Табын туғандарына барғандар, Һалды һыртын үткәс, Оло Инйәрҙе кисеп, Елмәрҙәк тауының билдәше аша Еҙем йылғаһының үҙәненә төшкән. Унда - Әүҙерҙәк, алда - Бужан ҡыры. Был ерҙәр Кесе Табын ырыуының ерҙәре була. Ырыу юлы боронғо саҡта аралашыу, алыш-биреш маҡсатын үтәгән булһа, Рәсәй империяһының экспансияһы башланғас, ихтилал ойоштороу, ғәскәр күсереү, һәр төрлө сығыштарға ярҙамға барыу кеүек ғәмәлдәрҙә ҡулланыла. Йөктәр артмау менән ат арҡаһында ташыла. Бәпәнә абыҙ Төрөпбирҙин, Төлкөсура батыр Өфө, Табын ҡәлғәләре тирәһендәге яуҙарҙа булыуына нәҡ тә шул юлдар шаһит. Карателдәр ул юлды белмәгән. Әммә уларҙы көнсығыш менән көнбайыш башҡорттарының бәйләнеше аптырауға һала. Сөнки Өрәңге, Лөгөш, Шуйҙа, Юҡалы, Ҡатау, Эҫем (Сим) үҙәндәре аша Өфө юлына 1730 йылдарҙа ғына улар төплө хужа булып ала. Ырыу юлын белгәс тә, уға төрлө ҡорғо ҡуйып маташалар. Тик уңышһыҙ. Һәр урыҫ ҡорғоһо ҡыйратылыуға дусар була. Ә аралашыу туҡтамай. Шуға ла ырыу юлына урыҫ властары "Воровская дорога" тигән исем таға. Беҙҙең тирәләге Поляковка, Вознесенка (Кинйәкәй), Кирәбе (Кәрәге) ауылдарындағы оло урыҫ кешеләре ул юлды һаман да "Воровская дорога" ти. Ә ул - Ырыу юлы. Был баҫҡынсы урыҫтың беҙҙе кәмһетергә, мыҫҡылларға маташыуының йәнә бер билдәһе.
Һуғыш юлы
[edit]Рәсәй империяһы үҙ ерҙәрен киңәйтеү сәйәсәтен бойомға ашырыу өсөн көнбайышта, көньяҡ-көнбайышта, төньяҡ-көнбайышта ҙур һуғыштар алып бара. Быға миҫал булып, Төньяҡ һуғышы, Пруссия, Австрия, Ҡырым ханлығы, Төркиә менән һәм башҡа бик күп яуҙар тора. Беҙҙең Башҡортостан тарихсылары Рәсәйҙең һәр баҫҡынсы һуғышында башҡорт атлы алайҙарының ҡатнашыуы тураһында лаф ора. Ә кәрәкме һуң Башҡорт иленә Рәсәйҙең Австро-Венгрия менән һуғышы? Ғаиләһен ҡалдырып, ат арҡаһында Карпат, Альп артына һуғышып барып етеү, әлбиттә, ҙур батырлыҡ. Ә кәрәк булғанмы ул һуғыш башҡорт өсөн? Кемде һаҡлаған ул? Башҡортостандымы, Рәсәйҙеме? Бер ниндәй швед, венгр, төрөк, Наполеон менән Гитлерҙан башҡаһы, Рәсәйҙе баҫырға ниәтләнмәгән. Уға тарих шаһит. Бына шул бөтмәҫ баҫҡынлыҡ һуғыштарына йәлеп иткән Рәсәй тигән батшалыҡ башҡорттарҙы ла, казак итеп, сиктәрен дә һаҡлатҡан. Тубыл, Исәт, Мейәс, Уй, Йүрүҙән, Әй, Эҫем (Сим) буйҙарында йәшәгән башҡорттарҙың, крепостной рекруттарҙың, һуңғараҡ казактарҙың да көнбайыш Себерҙән Урал армыттары аша үткән иң боронғо юлы - хәҙерге Транссибирь автомобиль юлы. Дөрөҫөрәге, Транссибирь юлы шул һуғыш юлы үткән ерҙәр аша һалынған. Силәбе - Өфө тимер юлы йүнәлеше тиһәк тә ярай. Быны аңлауы ауыр түгел. Ул саҡта Силәбе лә, Златоуст та, Мейәс тә юҡ кимәлендә. Тимер юлы ла төҙөлмәгән. Һорау тыуа. Ә ниндәй юл менән Урал аша килгән һуң Мосоловтар, Демидовтар һәм башҡа баҫҡаҡтар беҙҙең төбәккә? Уралдың ҡайһы армыттары, ҡара урмандары аша улар юл һалған? Улар башҡорттоң Урал аша йөрөгән юлынан килгән. Әммә Рәсәйгә ҡушылғандан һуң да беҙҙең төбәккә был оло юл менән 1735-1737 йылдарға тиклем, йәки 180 йыл буйы үтә алмағандар. Тере урыҫты ул йылдарға тиклем күргән кешеләр юҡ кимәлендә. Уларҙы тик Күсем хан, Ғәли хан, Ишем солтан менән Иберҙә, Урта Уралда, Өфө яғында булған яуҙарҙа ғына күреп белгәндәр. Аҙаҡ империя административ бүленештәр яһап, урындарҙа үҙ хакимиәтен булдырғас ҡына ойошҡан рәүештә оло дәүләттең һуғыштарына алайҙар төҙөп китер булғандар. Тубыл, Исәт, Мейесле йылғалары буйҙарынан көнбайышҡа үткән һуғыш юлының иң ҙурыһы шул. Был юл Көнбайыш Себер, Урал буйын Рәсәйҙең урта төбәктәре менән тоташтырған. Беҙҙең төбәк һуғышсылары ҡайҙан киткән Өфөгә, артабан яу ҡырына, Мәскәү тарафтарына? Йәки һуғыш бөткәс тере ҡалғандары ҡайһы юл менән кире илдәренә ҡайтҡан? Вагондарға тейәлеп килеп төшөргә әле тимер юлы юҡ. Әпен-төпөн генә булған тимер юлы, Косотурға - Ҡыятүргә-Алтынтамаҡҡа - Золотоустьеға тик 1890 йыл саҡ-саҡ килеп етә. Староста, старшиналар, йөҙлөк баштары егеттәрҙе йыйып, әллә кире көнсығышҡа, 100-120 саҡырымдағы Троицк ҡалаһына, өйәҙ үҙәгенә алып киткәнме? Унан 600-680 саҡырым көньяҡҡа, Ырымбур ҡалаһынамы? Унан ғына йә Өфөгә, йә Һамарға киттеләрме? 700-800 саҡырым урау юл һуғышҡа саҡырылған кеше өсөн еңелме? Етмәһә, ҡорал да, кейем дә, ат та үҙеңдеке? Рәсәй бит башҡортҡа ҡорал бирмәгән. Башҡорт ҡоралды үҙе һуҡҡан. Башҡортҡа ҡуҙсыҡҡандар (кузнецтар) тотмаҫҡа тигән ҡәтғи указдар сыҡһа ла, һуғыш сыҡҡас, күҙ йомғандыр властар.
Беҙҙең төбәктә Һуғыш юлы берәү генә, ә асаһы икәү. Төньяҡтар, Мулдаҡай, Туңғатар өсөн юл хәҙерге Ҡужай ауылы аша Уй һыуы башы, Уйташты һулда ҡалдырып, Әңкә тауы башы, Оҙонҡыр тауының көньяғы, Әй һыуы кисеүе, Ямаҙы тауы менән Өрәңге араһына керә. Ә көньяҡтар өсөн юл, хәҙерге Рысай (Аҡбулат) үҙәне менән Аҡкүлде һулда ҡалдырып, көнбайышҡа Аратау мороно менән Яманһаҙҙы төньяҡтан урап, Яйыҡ кисеүен кисә. Унан һуң Нәжем, Ялпантау аша төшөп, Әйҙең үрге кисеүенә төшә. Артабан ике юл да бергә ҡушылып, Өрәңге моронон, Нөгөштөң төньяғын урап, Шуйҙа һырты ашаһында оло һуғыш юлына ҡушылып, Өфөгә йүнәлгән. Өрәңге, Әүәләк - Ялауҙы араһы менән Нөгөш армытының биләне аша төшөп, Йүрүҙәнде кисеп, Егәлгә мороно менән дә ялан яҡҡа сыҡҡан юл булған. Бында инде ер-һыу, тауҙарҙы белгән башлыҡ дөрөҫ йүнәлеш алған. Егәлгәне артта ҡалдырғас, һулғараҡ тартҡаны Әмшәр һырты аша турыраҡ сыҡҡан. Уңғараҡ тартҡаны Аҡсар (Аҡсыра) армыты аша Оло һуғыш юлына төртөлгән. Тиләү-күбәләктәр Оло һуғыш юлына ҡайҙа ҡушылғандыр, әммә Эрәҫтәк тауының үҙәге тауҙар араһына кергән ере икәненә шик ҡалдырмай. Ул бөгөн дә юл. Күбәләк тиләүҙәр, бәлки, ҡатайҙар аша йөрөгәндер? Һәр һуғыш өсөн саҡырылыштың шарты билдәләнгән. Шулай ҙа уларҙың юлы Ирәмәлдең көньяғынан Бәкте армытындағы Таш ҡапҡаны үтмәйенсә, башҡа юлдары булдымы икән? Башҡаса юл юҡ. Сөнки Башы аҡ, карталарҙағы Машаҡ һәм Нары армыттары буйлап юл тик көньяҡҡа. Ә уларға көнбайышҡа барырға кәрәк. Ул саҡта хәритәләре булғанмы-юҡмы, әммә оло һыуҙы тик бер ерҙә генә кисеү отошло булғанға, Өфө тирәһенә улар Ҡариҙел Ағиҙелгә ҡушылғанғаса Иҙелде кискән булырға тейеш. Башҡаса Иҙелде кисмәй, уны уңда ҡалдырып, юлдары дауамланғандыр. Нисек үттеләр икән Кинелде, Булығаны (Волганы)? Аптырарһың. Һалдар төҙөнөләрме? Тимер сыбыҡ канаттар ҙа юҡ. Ярым ҡырағай ярһыу аттарҙы нисек тейәнеләр? Йөҙөп сыҡтылармы? Ә арбалар? Әйбер-ҡара? Ҡорал? Мең һорау. Ҡыҫҡаһы, батыр, бик батыр булған олатайҙар. Әле тасуир иткәндәрем - Рәсәйҙең оло һуғыштарына киткән яугирҙар юлы. Һуңғылары - тик беҙҙең төбәк һуғышсылары юлы. Әммә ул юл башҡа ваҡыттарҙа ла, нигеҙҙә, ҡышын, йылғалар, һаҙҙар туңғас, саналарҙа йөрөгән юл булған. Ул ваҡытта беҙҙең төбәктә бер ҡала ла булмаған. Олатайҙар Өфөгә, Һамар яҡҡа күн, ҡайыш, балауыҙ алып барған. Алып ҡайтҡандары, нигеҙҙә, үрнәк өсөн төрән, ҡуласа эшләү өсөн оҙон-оҙон шыма тимер, лом һәм эш ҡоралдары үрнәге булған.
Ристан юлы
[edit]Ристан тигәс тә, ул кешеләрҙе зимагорҙар тип уйларға ярамай. Ристан халыҡ араһында арестант һүҙенең ҡыҫҡартылған әйтелеше. Арестанттар юлы халыҡ телендә Себер юлынан да ҡурҡынысыраҡ, күңелдәренә шом һалған бер исем булып, Беренсе Бөтә донъя һуғышына тиклем, дөрөҫөрәге, Октябрь революцияһына тиклем ҡулланылған. Рәсәй империяһы көнсығыш башҡорт ҡәбиләләрен генә түгел, ҡаҙаҡтарҙың Урта һәм Бәләкәй Йөҙҙәрен үҙенә буйһондорғас һәм 1735 йылда Ырымбур ҡалаһын һала башлағас та Ристан юлы хасил була. Йылдар үтеү менән ҡала нығына, ҡәлғәгә әйләнә. Билдәле, һәр ҡаланың үҙ төрмәһе була. Ырымбур ҡалаһы төрмәһе, нигеҙҙә, баш бирмәгән, үҙ азатлығы, ере, һыуы, халҡы өсөн көрәшкән башҡорт яугирҙарын, илһөйәрҙәрен хөкөмһөҙ-судһыҙ язалау өсөн ҡулланылған. Көнсығыш башҡорт ҡәбиләләренең ихтилалдарҙы етәкләгән юлбашсылары ла Ырымбур төрмәһенең еүеш ҡаҙымәтеләрендә (казематтарында) ултырған, йә баштарын һалған. Зиндан ерҙе ҡаҙып, өҫтөн тимер рәшәткә йә йыуан ағас һайғауҙар менән ябып эшләнгән. Әгәр зиндан-соҡорҙо ябыу өсөн тимер, ағас юҡ икән, өҫтө асыҡ булған. Әгәр зиндан-соҡор ябыулы булһа, өҫкә яғынан ҡолдо, әсирҙе төшөрөр өсөн япмалы тишек эшләгәндәр. Әсирҙе төшөрөү өсөн йә арҡан, йә баҫҡыс ҡулланылып, уны өҫкә тартып алып ҡуйғандар. Аҙыҡ һәм һыу күнәк менән төшөрөлгән. Зиндандың тәрәнлеге кәм тигәндә дүрт метр һәм унан да артығыраҡ. Ундай зинданды мин 1982 йылдарҙа Дүшәмбе ҡалаһының музейында күрҙем. Зиндандың диаметры - 10-12 метр, тәрәнлеге - 5-6 метр. Төбөндә кеше һөйәктәре һәм бығаулы ҡолдар макеты ята. Каземат һүҙе лә урыҫтар тарафынан үҙ телдәренә яраҡлаштырып әйтелгән һүҙ булырға тейеш. Ҡаҙы, ер ҡаҙыу (кази), һүҙе төркисә булһа, мәте тигәне фарсы телендә - яҙыу. Йәки "үҙенә ер аҫтына яҙмыш яҙған" тигән мәғәнәгә эйәлер. Уны мәте ҡаҙы, ҡаҙылған мәте тип тә аңлап була. Сөнки төрки телендә мәте ул - глина. Ҡаҙылған глина соҡор була. Ысынлап та, ер өҫтө ҡара балсыҡтан һуң ташҡа тиклем күп ерҙә глинанан тора. Уны глина соҡоро, зиндан тип аңлау ҙа дөрөҫ булыр. "Казематта серетермен башыңды", тигән янауҙар көнитмештә булған бит. Кемдәр тарафынан һәм ниндәй телдә әйтелгәндәрен төҫмөрләү ауыр түгел. Ур йылғаһының Яйыҡҡа ҡойған тамағында буласаҡ Ырымбур ҡалаһы төҙөлә башлаһа ла, был урын лайыҡлы тип табылмай. Буласаҡ Ырымбур 252 саҡырым көнбайышҡа күсерелеп, Яйыҡтың ярына ултыртыла. Ҡаҙаҡтар Рус дәүләтенә ҡушылһа ла, башҡорттарҙың ҡаҙаҡтар менән ҡушылып, бергәләп яу күтәреүҙәренән ҡурҡып, ике аралыҡҡа крепостар - диуарҙар һәм урталарына редуттар төҙөү ҡарала. Шулай итеп, Ур (Орск) нығытмаһынан беҙҙең төбәккә Таналыҡ, Уртаҙым, Ҡыҙыл, Әтәс (Магнит), Үрге Урал, Уҡлы Ҡарағай, Карагайский, Уйский, Күңгерәү, Сыбаркүл крепостары төҙөлә. Петр Иванович Рычков үҙенең "Топография Оренбургской губернии" тигән китабында Мейәс крепосы тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа: "Миасская крепость от старых жительств самая первая. От Оренбурга 599 верст. Построена она на реке Миассе. В ней служивых казаков 143 человека. Укрепление ее оплотом деревянным, забранным в столбы, и одна башня проезжая, а кругом ее рогатки и надолбы". Беҙҙең тирә ҡәлғәләрҙең күплеге менән айырыла. Ер урҙары, һыу йыуынтылары, таш ҡоймалар, баған-бүрәнәләр менән уратылып, эсендә ҡораллы һалдаттар тулы булған. Ҡара Табын, Барын-Табын ерҙәрендә Силәбе, Күңгерәү, Үрге Өйәл, Түбәнге Өйәл, Эткүл, Сыбаркүл, Уй (Уйск), Ҡойойылға, Һанар, Кисегәш һәм башҡа бик күп ҡәлғәләр төҙөлә. Уларҙың күплеге империяға баш һалмаған көнсығыш табындарының бик ныҡышмалы булыуын һәм ғәййәр көрәшеүҙәрен күрһәтә. Ләкин ул ныҡышмалылыҡтың икенсе яғы ла бар. Ерҙе тартып алыр өсөн бик күп урыҫ халҡы килеүенә сәбәп була. Һәр ревизия һайын "тридцатипятиметровая полоса", "двадцати пятиметровая полоса"ларҙан ҡыуып, башҡорттарҙы Тубыл ярынан Урал тауҙары араһына тиклем ҡыҫалар. Ҡаты үләнле көтөүлектәр, икмәк үҫтерә торған ҡалын ҡара тупраҡлы башҡорт ерҙәре, казак булмаһалар ҙа, казак тип аталған күскенсе урыҫ крәҫтиәндәренә бирелә. Улар Булығаның (Волга) көнбайышынан Амур йылғаһына, Камчаткаға тиклем барып етә. Әйтергә кәрәк, шул 8-9 мең саҡырым күсенеү осорҙарында уларға ҡаршы 200 йыл буйы ғәмәлдә башҡорт халҡы ғына көрәшкән, әгәр Ибер - Себер төркиҙәрен иҫәпләмәһәк. Беҙҙең тирәлә халыҡҡа иң яуызлыҡ эшләгәндәре Сыбаркүл һәм Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе була. Азатлыҡ өсөн көрәшеп әсир булған барлыҡ башҡорт яугирҙары шул ҡәлғәләрҙә язалана, йәки Себергә ауыр каторга эштәренә оҙатыла. Омск, Томск, Новосибирск, Иркутск кеүек ҡалалар йә һәр төрлө һуғыштарҙа әсир булғандар, йә каторжниктар, сәйәси әсирҙәр көсө тарафынан төҙөлгән. "Отдаленная местность ссыльных каторжан"ды Омск тип уҡыйбыҙ. "Таежная отдаленная местность ссыльных каторжан" булһа, Томск тип аңлайбыҙ. 1734 йылда Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) төҙөлә башлай. Ул аҙыҡ-түлек, әйбер ташыр өсөн һыу юлы пристане итеп күҙалланһа ла, был тәғәйенләнеште үтәй алмай, ә Башҡорт ерен талау, яндырыу өсөн үҙәк крепосҡа әйләнә. Йырға һалынған Буранбай батыр менән Ибраһимды, "Малбай" йырындағы Малбай яугирҙы һәм башҡа бик күптәрҙе күргән Верхнеуралдың ер аҫты төрмә-ҡаҙымәттәре. Ниндәй генә тотҡондар күрмәгән ул. Башкиҫәрҙәрҙе лә, шымсыларҙы, сәйәси тотҡондарҙы, азатлыҡ һөйөүсе, илен, халҡын ҡурсалап сығыусыларҙы ла... Был юлдарҙың авторына шул төрмәгә машина ремонтларға бирергә тура килде. Ҡыҙыҡһыныуым көслө ине. Хужалар менән уртаҡ тел табып, ер аҫтындағы казематтарҙың бер нисәһен ҡарай алдым. Тышҡы төҙөлөшө менән ҡалалағы өс-дүрт ҡатлы йорттарҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаған бинаның тәүге ҡатынан уҡ өс-дүрт ҡатлы тимер ишектәр аша үткәс, иңкешләп ер аҫтына юл алаһың. Ҙур йөк машинаһы һыймалы ер тишеге яйлап ҡына түбәнгә төшә. Стеналар, түшәм, юл бетон һәм кирбес менән көпләнгән. Һалҡын, еүеш, алдан ел өрә. Күрәһең, ер өңөгө ярайһы оҙондор. Әммә яҡтылыҡ ялт итеп тора. Бара торғас, ике яҡлап та бер-береһенә ҡапма-ҡаршы, әммә залдан ике метр самаһы төптә бик бәләкәй, тутлап бөткән ауыр, ҡалын суйын ишектәр күренде. Һәр ишектә тыштан ғына асып ҡарай торған ҡапҡаслы бик бәләкәй тишектәр бар. Оҙатып йөрөүсенән бер ишек тишегенән ҡарарға һораным. Рөхсәт алғас, ул мине: "Күҙеңде тишеккә яҡын ҡуйма", - тип киҫәтте. Ҡараным. Эстә ярым ҡараңғы. Тар, тәҙрә кеүек нәмә абайламаным. Таш тоҡ. Тимер нар өҫтөндә ябыҡ, төҫө ағарып бөткән кеше умырайып миңә ҡараны. Күҙ нурында асыу күрмәнем. Ниндәйҙер өмөтһөҙлөк һәм билдәһеҙлек, һорау, ялбарыу ине... Кирбес, бетон менән ҡоршалған ер тоғонан ҡасыу мөмкинлеге юҡтыр. Әгәр каземат стенаһын соҡоп тишкән хәлдә лә, ер өҫтөнә сығыу өсөн 10-20 метр ҡаҙырға тура киләсәк. Ә ҡайҙа сығаһың бит әле. Лагерь эсенә үк булырға тейеш. Бына шул казематтарҙың береһендә ултырҙы микән азатлыҡ дәғүәләгән егетебеҙ Малбай?
Үрге Уралдың ере уяҙ-уяҙ. Һис бер сығып булмай ҡалҡыуға. Был ней ғәжәп булды, был ней хикмәт - Һис бер сәбәп юҡсы сығыуға.
Шулай тип юҡҡа йырламағандыр ул. Ристан юлының башы - Ырымбур. Һуңғы осо йә Бирмә (Пермь) ерҙәре, Томск, йә Иркут (Иркутск). Яйыҡ, Уй, Мейәс йылғаларының буйына һалынған ҡәлғәләр, араһындағы нығытма редуттар гарнизоны көн һайын үҙ-ара осрашып торған. Бының өсөн көн һайын ике редуттан йә ҡәлғәнән бер-береһенә ҡаршы һыбайлы казак отряды сығып, билдәле ваҡытта юл уртаһында осрашып, хәбәр алышып, иртәгә ҡайһы ваҡытта осрашыуҙы билдәләп, һәр отряд үҙ редутына кире ҡайтҡан. Редуттар янына оҙон бүрәнә осона эшләнгән ултырғыстарҙа сапсаҡ менән йә ыҫмала, йә ҡоро утын булып, башҡорттар көс менән килһә, ут төртөп, бер-береһенә белдереү яһағандар. Быны улар беҙҙән отоп алған. Әсирҙәрҙе төркөм-төркөм итеп, этап менән бер ҡәлғәнән икенсе ҡәлғә төрмәһенә ҡыуғанда ла хәбәр алышыу юлға һалынған була. Мәҫәлән, Үрге Урал төрмәһенән этап менән Уҡлы Ҡарағай аша Троицк төрмәһенә тотҡондар юлға сыҡты икән, был хәбәр Магнит төрмәһенә сапҡын аша хәбәр ителгән. Нисә кеше, ҡасан, ҡайһы юл менән китеүе билдәле булғас, Магнит төрмәһе Үрге Урал төрмәһенә этап менән шуныңса тотҡондо ҡыуған. Беҙҙең район сиктәре буйлап Ристан юлының бер тармағы үтә. Ул Верхнеуральскиҙан Карагайскиға, унан Ахунға, Фоминоға-Ҡалмырҙаға, унан шул уҡ барындарҙың боронғо башҡорт ауылы Ҡолаҡтыға (1921 йылдан - Ларино) аша Күңгерәүгә, Сыбаркүл ҡәлғәһенә, Силәбегә, Ҡурғанға, ә бер айырмаһы артабан Екатеринбургҡа китә. Ахун ауылы менән Фомино-Ҡалмырҙа ауылы араһында ристандар ҡулы менән һалынған йомро ташлы юл шул ваҡыттың бөгөн дә бер шаһиты.
Кәтерин юлы
[edit]Кәтерин (Екатерина, Әбей батша) юлы беҙҙең төбәк аша үткән юлдар сатыршаһында йәшерәктер. Уның барлыҡҡа килеүе беҙҙең көнсығыш табындарының Рәсәй империяһы тарафынан тулыһынса буйһондоролоп, Урта һәм Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың көнсығыш, көньяҡ һәм Минзәлә һыҙмаһы буйлап ҡәлғәләр төҙөлөп, уларҙың ныҡлы хәрби терәккә әйләнеүе осоронан башлана. Уҡыусы мағул һүҙе "даруға" менән шул уҡ һүҙҙе урыҫлаштырып алған, хәҙер урыҫ һүҙе тип аталған "дорога" - юл һүҙен айыра белергә тейеш. Даруға мағул һүҙе. Даруға - дөйөм бер ҡитға өлөшөндәге йүнәлеш, шул йүнәлештәге ерҙәрҙе аңлата. Даруғалар беҙҙең Башҡортостанда дүртәү булған. Көньяҡҡа - Нуғай юлы, төньяҡҡа - Оса юлы, көнбайышҡа - Ҡаҙан юлы һәм көнсығышҡа - Себер юлы йәки Себер даруғаһы. Был бүленеш Башҡортостанда кантондар системаһы керетелгәнсе, 1798 йылға тиклем һаҡлана. Ә ул даруғалар Алтын Урҙа дәүләте осоронан мираҫ булып ҡалған. Урыҫ империяһы боронғо башҡорт ҡалаһы Өпәгә (Өфө) килеп ултырып, тамыр йәйгәс, 1586 йылдан 1592 йылға тиклем Башҡортостан хәритәһен өйрәнеп, сәйәсәттәренә ярашлы Урҙа бүленешен ысынбарлыҡта аяҡҡа баҫтыра. 1637 йылда Ибергә күсерелгән крепостной крәҫтиәндәрен, Ибер төмәнлеләрен, беҙҙең Табын, Ҡатай, Көҙәй, Һалйот, Терһәк, Өпәй, Ҡыуаҡан кеүек көнсығыш ырыуҙарын Себер приказына ҡағыҙҙа индерһәләр ҙә, ысынбарлыҡта тулы буйһондороуға өлгәшә алмайҙар. Беҙ Себер приказын танымағанбыҙ ҙа һәм яһаҡ та түләмәгәнбеҙ. Ҡара табындарҙың бер өлөшө приказға буйһоноп, яһаҡ түләгән. Бер өлөшө ҡотҡоға бирелеп, көнбайышҡа күсенгән. Бер өлөшө урыҫ сәйәсәтенә буйһоноп, иленә, халҡына хыянат ҡылып, үҙ халҡына ҡаршы көрәшкән. Киләсәктә лә уларҙың ейәндәре, шул уҡ юлды ҡыуып, империяға тоғро булып, үҙ халҡының ҡанын аҙ ҡоймаған. Әйтәйек, Таймас Шәимов һәм һатлыҡ йән Ҡыҙрас Муллаҡаевтар халыҡ ерен һатып, бик күп урыҫ кешеләрен килтереүгә булышлыҡ иткән, Силәбе, Сыбаркүл, Мейәс, Эткүл, Карагайский, Степной, Верхнеуральск ҡәлғәләрен төҙөүгә ер бүлергә ярҙамлашҡан, шул ярамһаҡлығы өсөн тархан дәрәжәләрен алған. "В 1744 году образовали Оренбургскую губернию в составе Оренбургской, Уфимской, Исетской провинций во главе с воеводами, подчиненными начальникам Оренбургской экспедиции и комиссии башкирских дел. Исетская провинция объединила две волости Ногайской дороги и 11 волостей Сибирской дороги. Остальные башкирские волости находились в составе Уфимской провинций", - тип яҙа тарих фәндәре докторы Әнүәр Әсфәндийәров. Бына шулай һәр төрлө бүлгеләү, хакимлыҡ итеү төрҙәрен ойоштора-ойоштора, Уралда Екатеринбург, Ырымбур ҡалалары империяның төп таяныс үҙәгенә әүерелә. Билдәле, был бүленештәр араһында үҙ-ара тиҙ аралашыу, хәбәрләшеү өсөн тура юл кәрәклеге хәжәте тыуа. Әгәр империя кимәлендәге күрһәтмәләрҙе тиҙ генә Екатеринбург йәки Ырымбур губернаһына еткереү кәрәк булһа, приказ йөрөтөүсе тура юлдан йөрөгән. Ул юл Екатеринбург - Златоуст - Уралтау аша - Ҡаҙаҡ кисеүе - Нәрәле алды - Ҡужай - Кинйәкәй - Абҙаҡ - Малай Муйнаҡ осо менән Аҡҡужаны уңда ҡалдырып, Илтабан ауылынан Ҡарҡасты урманының көнсығыш яғынан Яулығасты яғалап, Талышман яны менән кисеүен сығып, Яйыҡ буйлап, хәҙерге Баҙарғолға килә. Ишкен, Иҫтамғол, Уральск ҡасабаһының көнсығышында тау-түбәләр арты менән Ташҡыя ауылы яны менән Яйыҡты кисеп, Мәҫкәү ауылы аша Верхнеуральскиға бара. Аръяғы һәр редутҡа, ҡәлғәгә кереп, Ырымбурға йүнәлә. Беҙҙең район аша үткән был юл Кәтерин юлы тип атала. Кантонлыҡ идаралығы индерелгәс, үҙ ере аша үткән юл өлөшөн тигеҙләү, күперҙәр һалыу кеүек эште кантон башлыҡтары ҡарарға тейеш була. 1824 йылдың сентябрь айында Златоустҡа батша Александр I килә. Билдәле, ул йылдарҙа батша ла ат арба-көймәһендә йөрөй. Шул йылда ғына асылған Мейәс ҡалаһында сиркәүҙә, госпиталдә булғандан һуң, Ҡасҡын алтын приискыһын ҡарай. Батша килеүҙән өс сәғәт кенә алда 1824 йылдың 23 сентябрендә алтын йыуыу соҡоронан башҡорт малайы 8 ҡаҙаҡ 7 мыҫҡал саф алтын киҫәге таба. Был, әлбиттә, осраҡлы хәл була. Уны мастеровой Дементий Петров тапҡан, тип батшаға бүләк итәләр. Башҡорт малайы эшләгән берләшмәнең һаҡсы-ҡарауылсыһы Дементий Петров була. "Был - яҡшы билдә", - тип ҡыуана батша. Ҡулына көрәк алып, үҙе лә ҡом ҡаҙып, йыуҙырып, 60 мыҫҡал алтын ала. Батшаны Таштүбәлә үк ҡаршы алған Златоуст тау заводтары начальнигы Степан Петр улы Татаринов II дәрәжә Анна ордены менән бүләкләнә. Батша исеменән 135 кешегә - 1000 һум, ә ҡалғандарға һәр береһенә 1 һум 50 тин бирәләр. Башҡорт малайы күпме аҡса алды икән, билдәһеҙ. Был ваҡиғаларҙан һуң ул тағы ла Мейәс ҡалаһында булып, Мөхәмәтйән Бүҙәкәйев кантон менән осраша. Бер эскадрон драгундар һәм башҡорт казактары оҙатыуында улар Кәтерин юлы менән Малай Муйнаҡ ауылына кереп, Бүҙәкәйев кантондың өйөндә ҡунаҡ булып, артабан юлланалар. Батша Александр I үҙенең көймәһендә артабан Кәтерин юлы буйынса Үрге Урал ҡәлғә-төрмәһенә килә.