0%

Шырау. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Шырау. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 24.20.2013.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ҡулыма шырау ҡаҙалды,
Ҡананы ла баҫылды.
Онотолдо. Эшләр өсөн
Яңы көсөм табылды.

…Йөрәгемә ауыр һүҙең
Шырау булып ҡаҙалды.
Йән ҡанһырай, йөрәк илай,
Ауыр хатта тын алыу…