0%

Шиғыр яҙам…Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Шиғыр яҙам… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


“Көсәнмәйсә, рәхәт кенә
Шиғыр яҙаһың,-тиҙәр,-
Шиғыр үҙе килеп тора,
Яҙ өлгөргәнгә ҡәҙәр!”

Яҙам шулай өлгөргәнсе,
Хистәрҙе ауыҙлыҡлап,
Шиғыр тығыла боғаҙға,
Булмай тын алып, йоҡлап…

Ниндәй һүҙҙәр ярҙам итер
Асырға фекеремде?
Тел байлығым, мәхрүм итмә
Һин мине, фәҡиреңде!

Көршәк яһаған оҫталай,
Әүәләйем хистәрҙе,
Бәйләгәндәй ырғаҡ менән
Нескә шиғри селтәрҙе…

Яҙам, һыҙам, ҡабат яҙам…
Килешлеме һүҙҙәрем?
Шиғырымды уҡығандар
Оҡшатырмы үҙҙәрен?

Һеҙҙең хөкөмдәргә бирәм
Шикләнеп, өркөп кенә…
Һөнәрсе була алдыммы?
Әллә Өйрәнсек кенә?