100%

Шағирҙың алтын приискаһында. 2-се өлөш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Шағирҙың алтын приискаһында. 2-се өлөш
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1930. Сығанаҡ: * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.




Забойҙа эшләүселәр шахтаның төрлө тармаҡтары буйлап, ер аҫтының төрлө ҡараңғы мөйөштәренә инеп юғалдылар.

Мин уның ҡаҙыған алтын балсыҡтарың ташыясаҡ ҡарт яйлап ҡына лампаһын тоҡандырҙы ла:

— Күнәгеңде ал да минең артымдан эйәр, башыңды түбән бөгөп бар. Бында башыңа бәреүселәр күп булыр,— тип алға китте. Мин уның ҡулына тотҡан лампаһының яҡтыһына ҡарап артынан эйәрҙем.

Беҙ шулай «Мең дә бер кисә» хикәйәһендә тасуир ителгән «хазина»ны һәм «серле йөҙөк»тө эҙләп, «тылсымлы мәғарә»гә ингән Мәғриби кеүек, ҡараңғы һәм тар ғына юл менән алға киттек.

Мин уның артынан барам. Үҙем: «Яҡты донъя менән беҙҙең араны ниндәй ҡалын ер ҡаплаған, беҙҙең өҫтөбөҙҙә ауырлығы аҡылға һыймаҫлыҡ таш һәм тупраҡ ҡатламдары тора. Әгәр ҙә өҫтөбөҙгә ишелеп төшә ҡалһа!..»— тип ҡурҡам һәм «хәҙер ер өҫтөндә, ҡояш яҡтыһында, сикһеҙ киңлектә йөрөгән кешеләргә ниндәй күңеллелер...»— тип уйлайым. Бында тын алырға һауа етмәгән кеүек һиҙелә. Ике яҡлап теҙелгән йыуан терәүҙәр ҡабырғанан килеп ҡыҫырҙар кеүек күренәләр.

Ҡарт кисә ҡаҙып туҡтаған урынына етеп, бәләкәй генә лампаһын йыуан терәүгә ҡаҡҡан ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйҙы ла тирә-яғына ҡаранып алды. Шул арала миңә лә күҙен төшөрөп, беҙҙең эш урыны ошо инде, тигән уйҙы аңлатҡандай булды. Мин һаман үҙемде хәҙер генә батырға торған карап өҫтөндә торған кеүек һиҙәм. Улай-былай хәл булһа, һис бер ҡасыр ер юҡлығын, әгәр ингән юл ишелеп ҡалһа, мәңге шул урында тороп ҡалырға, тын бөтөп үлергә тура килеүен уйлап ҡурҡам, тәндәр сымырлап китә. Ҡарттың йөҙө һаман ер өҫтөндәге кеүек, ул өҫтәренә ҡояш нурҙары яуып торған сәскәләр уртаһындағы кеше кеүек, асыҡ йөҙ менән балсыҡ өҫтөнә ултырып, тәмәке төрөп тоҡандырып ебәрҙе. Унан һуң яйлап ҡына бишмәт сабыуҙарын ҡайтарып билбауына ҡыҫтырҙы. Күн бейәләйҙәрен кейеп, кәйләһен ҡулына тотҡандан һуң, ергә теҙләнеп ултырҙы ла миңә ҡарап:

— Ну, ярай, энекәш, һин шул балсыҡтарҙы шахта ауыҙына ташый башла инде. Ике арала абайлап йөрө. Өйрәнмәгән кеше башын-күҙен бәрә торған. Бара-бара өйрәнерһең әле.— Ул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, теҙҙәренә уңайһыҙлыҡ килтереп торған ваҡ таштарҙы ҡулы менән ике яҡҡа һепереп, тағы ла ипләп теҙләнде, кәйләһен уңайлап тотто ла ер яратылғандан бирле миллиондарса тонналар тупраҡ, балсыҡ, таштар аҫтында ҡыҫылып тыныс ятҡан ваҡ таштар менән бергә уҡмашып ҡатҡан балсыҡтарға сыҡ-сыҡ бәреп төшөрә башланы. Кәйләнең таштарға бәрелеүҙән сыҡҡан тауышы ер аҫты юлдары менән китеп яңғырай башланылар. Уның эшкә сыныҡҡан һәм һәләтле ҡулдары бик етеҙ йөрөйҙәр. Ваҡ таш ҡатыш балсыҡтарҙы умырып-умырып төшөрәләр ине.

Мин ул ҡаҙыған балсыҡтарҙы ҡыҫҡа һаплы көрәк менән күнәккә тултырып, ҡармана-ҡармана шахта ауыҙына ҡарай киттем. Шахта ауыҙына яҡын ҡуйылған лампа менән ҡарт эргәһендәге лампа араһындағы ун-ун биш сажин самаһы юлды ул лампаларҙағы (фонарь) яҡтылыҡ яҡтыртып бөтә алмағанға күрә, был ике араны бик абайлап ҡына барырға тура килде. Башты эйә төшөп, бөкөрәйеп бер нисә бот самаһы балсыҡты күтәреп йөрөүе башта бик ауыр тойолдо, һаҡланып йөрөүгә ҡарамаҫтан, штольняның өҫтөнә теҙелгән ағастарға баштың бәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. Ике араны бер нисә тапҡыр әйләнгәнсе, минең баш бер нисә ерҙән күбеп сыҡты.

Башта тыныс ҡына торған ер аҫты, эшселәр эшләргә тотоноу менән, үҙенең мәңгелек тынлығын юғалтты. Төрлө яҡҡа таралған юлдарҙың һәр береһенән дөп-дөп иткән тауыштар сығып, селтәрләнеп бөткән ер аҫтында әйләнеп йөрөй башланылар. Әллә ҡайҙағы ҡараңғылыҡ эсендә йүткергән йәиһә кемдәрҙеңдер һөйләшкән тауыштары ер аҫтына йән индерҙе. Ҡайһы ваҡытта йыуан терәүҙәр, ни эшләптер, сытыр-сытыр итеп тауышланып ҡуялар. Уларҙың тауыштарын ишетеү менән йөрәк жыу итеп китә. Шахтаның өҫтө убылып, бындағы эшселәрҙе һытыр кеүек була.

Шахта ауыҙының тирәһе төрлө яҡтан ташылған алтын песоктары менән ҡаплана бара. Унда бер нисә кеше был песоктарҙы ҙур бадьяндарға тултырып юғары ебәреп торалар.

Шахта ауыҙынан юғары ҡарап, ер өҫтөндәге яҡтылыҡтың бәләкәс кенә сатҡыларын күреү күңелде рәхәтләндереп ебәрә. Бер аҙ булһа ла тын да иркенәйгән, үлемдән аҙ ғына булһа ла алыҫлашҡан кеүек булып китәһең.

Ҡарт өйрәнгән. Ул, һис бер нәмә уйламаған кеүек, үҙенең эшен дауам иттерә. Ҡайһы ваҡытта хәле бөткән кеүек ғыжлап, йүтәлләп ҡуя. Шундай ваҡытында кәйләһен алдына ҡуйып, тәмәкеһен төрөп ала ла аҡрынлап ҡына тарта-тарта минең эшләгәнемде ҡарап тора. Ул нимә уйлай торғандыр, уны белмәйем. Ә үҙем ул ҡартты ҡыҙғанам. Уны ер аҫтының был ауыр эшенән ҡотҡарып алаһы килә.

Байтаҡ эшләгәндән һуң ҡарт миңә ҡарап:

— Һин, туған, бер аҙ эшлә лә хәл йыйып ал. Байҙың эшен ни тиклем эшләп тә бөтөрөп булмаҫ. Был ер аҫты күпме генә эшләһәң дә бөтмәй ул... — тип миңә ултырырға ҡушты.

— Һин ҡаҙыған песоктарҙы ташып бөтөрә барырға кәрәк бит,—тинем.

— Нисауа, бөтөр әле. Һин бик уңған егет күренәһең, шулай кәрәк ул. Мин үҙем ебеп торған кешене яратмайым. Шунда ла хәл йыя-йыя эшләгән яҡшы. Әйҙә шунда ултыр ҙа ял ит.

Уның һүҙен ҡаҡманым, хәл йыйырға тип, уның ҡаршыһына ултырҙым.

— Һин элек шахтала эшләмәгән булһаң, ҡурҡа торғанһыңдыр әле? Башлап эшләгәндә ҡыйын була ул. Мин үҙем дә башта бер аҙ шөрләй торғайным, — тип ҡарт һүҙ башлап ебәрҙе.

— Улай бик ныҡ ҡурҡмайым. Шунда ла емерелеп китер кеүек күренә. Шул тиклем ҡалын ерҙе был терәүҙәр әлдә күтәреп торалар әле, — тинем. Ҡарт көлә:

— Терәүҙәр тотмай уны, ер үҙен-үҙе тота. Был терәүҙәргә ҡалһа, пүстәк ул. Былар тик өҫтән балсыҡтар ишелеп төшмәһен өсөн генә ҡуйылып барылалар. Был шахтала бармаҡ шартлатып һикерә-һикерә эшләргә була. Ҡаҙыла торғас, ер аҫты селтәрләнеп, ҡаҙылмаған ерҙәр һаҡлыҡ өсөн унда-бында йыуан бағана кеүек булып ҡына ҡалалар әле. Бына шул саҡта бында эшләү хәтәргә әйләнә. Ул ваҡытта был терәүҙәр үҙҙәре үк ҡурҡыныстың яҡын икәнен алдан хәбәр биреп ҡуялар. Мин инде шахталарҙа күп йөрөнөм. Ҡарт айыуҙар ҙа ер аҫтында минең кеүек оҙаҡ йөрөмәгәндәрҙер. Был шахтала үҙ өйөңдә ултырып эшләгән кеүек эшләргә ярай.

Беҙ уның менән яҡынлашып киттек. Ул тәмәкеһен тартып бөтөрҙө лә тағы үҙенең эшенә тотондо. Мин хәҙер ер аҫтында йөрөргә өйрәнә башланым. Ҡарттың теге һүҙҙәренән һуң күңелдәге ҡурҡыу ҙа бөтөңкөрәне.

Песоктарҙы күнәккә тултырғанда ла, шахта ауыҙына алып барып бушатҡан ваҡытта ла ҙур алтын киҫәге табырмын кеүек, һарыраҡ булып күренгән таштарҙы алып ҡарайым. Улар минең күҙгә һары самородка кеүек булып күренәләр. Ләкин уларҙың береһе лә самородка булмайҙар.

Ҡарттың шахтаға төшөп эшләй башлаған ваҡыттағы һүҙһеҙлеге бөттө. Ул хәҙер мин урап килгән һайын тип әйтерлек, берәр һүҙ таба ла бындағы эс бошорғос тынлыҡты юғалтып ҡуя.

Беҙ тағы ла бер аҙ эшләгәндән һуң штейгер килеп, эштең барышын һәм ҡаҙылып алынған ерҙәргә һуғылып килгән терәүҙәрҙең ҡуйылыштарын, ҡаҙылған балсыҡтарҙың төҫтәрен күҙенән үткәрҙе. Тегеләй-былай эшләнергә тейеш икәнен әйтеп, икенсе юлдарға инеп китте.

Ҡарт уның артынан ҡарап ҡалды ла:

— Шул нәмәләрҙе күрһәм, йөрәгем тибә, мин улар менән бер ваҡытта ла тыныс ҡына һөйләшә алмайым. Улар бер ваҡытта ла беҙҙең положениеға инмәйҙәр, әйтер инем инде — тороп торһон...

— Ниңә һуң улар улай булалар? — тим.

— Беләһең бит, байҙың ишек алдын һаҡлаусы эттәр байҙың үҙенә ҡарағанда ла уҫал булалар. Ул эттәр бер ваҡытта ла өрмәй тора алмайҙар. Тик торһалар, уларҙың тамаҡ төптәре ҡысытып тора, күрәһең.

Мин уның һүҙҙәренә ҡарата бер һүҙ ҙә әйтмәй, уның асыулы йөҙөнә ҡараным.

Ул үҙенең әйтәһе һүҙҙәрен әйтеп бөтөрмәгән кеүек миңә ҡарап:

— Уларҙың миңә күп этлектәре тейҙе. Мин уларҙың уҫаллыҡтары арҡаһында төрмәлә лә ултырып сыҡтым.

Ул мине үҙенең һүҙенә ышандырыр өсөн, минең һорағанды көтөп тә тормай һөйләп алып китте:

— Шулай Миәс эргәһендәге приискыла эшләп йөрөгәндә бер штейгер эшселәргә килә лә бәйләнә, килә лә бәйләнә бит... Нисек әйтһәң дә, уның яйына төшөп булмай. Шулай бер ваҡыт тағы килеп бәйләнде. Минең (бармағы менән тамаҡ аҫтына сиртеп) бер аҙ төшөрөп алған сағым ине. Был нәмәгә асыуым килде:

— Вон отсюда! Мы без вас-то своя работа хорошо знаем, пожалуйста, не лай! — тип әйтәм. Минең шул һүҙемдән һуң, ул миңә ҡоторған эт кеүек екеренеп өҫкә ташланды. Шул саҡта үҙемде-үҙем белештермәй, салт берҙе яңағына! Ул ваҡытта беләктәрҙең таҙа сағы. Малай осоп барып төштө.

Урынынан тороп тағы йәбешергә теләгәйне, ҡолаҡ төбөнә тағы ла берҙе тондорҙом. Әпәт тәгәрәп китте. Иптәштәр килеп аралап алмаһалар, тағы ла нығыраҡ биреп, тештәрен һындырмаҡсы инем.

Ул мине былай еңә алмағас:

— Һин эштән баш тартаһың. Был алтын государствоға китә. Һин батшаға ҡаршы киләһең. Мин һинең башыңды төрмәлә серетермен!— тип миңә угроза яһарға тотондо.

Ҡыҙған баш — ҡыҙған:

— Теләһә ҡайҙа китһен, минең унда эшем юҡ. Батша миңә бер аҡса! — тигән һүҙҙе ысҡындырып ташланым. Ул, собака, минең шул һүҙҙе эләктереп алды ла: — — Ә-ә! Шулаймы ни? Батша һиңә бер аҡса икән! Был зимагорҙың нимә һөйләгәнен ишеттегеҙме? — тип, шунда уҡ гуаһландырып та алды. — Мин әйтәм:

— Әйттем шул, ҡыҙғас ниңә әйтмәйем! Юҡ ерҙә батшаны килтереп ҡыҫтырма! — тинем. — — Ярай, күп һөйләнмә. Судҡа барғас, яуап бирерһең, — ти. — — Ярай, бирермен, — тинем. Әйткән һүҙемде ҡайтарып алманым, эт алдында баш эйергә ғәрләндем.

Ул шунда уҡ приискылағы жандармды саҡырып алып килде лә, минең өҫтән акт яһап, прошение бирҙе.

Иптәштәр мине яҡлап:

— Йә, ташлағыҙ инде, һин Сибғәткә үҙең элек килеп бәйләндең бит,—тип ҡараһалар ҙа булманы. — — Төрмә өйрәһен ашап, бер аҙ донъя күреп ҡайтһын әле! — ти. — Мин дә сер бирмәнем:

— Күрһәм күрермен. Беҙгә Себер ни, Сембер ни! — тип артынан ғәйрәт күрһәтеп ҡалдым.

Шул эш арҡаһында алты ай төрмәлә ятып сыҡтым. Шунан бирле штейгер тигән нәмә күҙемә күренеү менән сәстәрем үрә тора...

— Ну ярай, завтрак етә торғандыр инде, тағы бер аҙ эшләп алайыҡ.

Ул ҡаҙый башланы, мин ташырға тотондом. Күп үтмәне, шахтаның өҫтөнән:

— Завтракка звонок! Иптәштәргә әйтегеҙ!.. — тигән хәбәрҙе бирҙеләр.

Ер аҫтындағы эшселәр бер-ике минут эсендә шахта ауыҙына йыйылып, сират менән юғары сығарыла башланылар.

Миңә лә ер өҫтөнә сығырға сират килеп етте. Икенсе берәү менән мине һалмаҡ бадьян аҡрын ғына юғары күтәреп алып менеп китте.

Өҫкә сығыу менән, ҡояш нурҙары беҙҙең күҙҙәрҙе сағылдырып ебәрҙе. Әкрен генә иҫкән саба еле биттәрҙе һөйөп китте.

Шахтала эшләп ҡояшҡа сыҡҡан эшселәр төркөмөн беренсе тапҡыр күргәндә, ҡояш төшмәй торған келәт аҫтында һарғылт, зәғиф һәм нәҙек булып үҫкән үҫемлектәр күҙ алдына килде.

Был эшселәрҙең йәшерәктәренең йәки быйыл ғына эшләй башлағандарының ҡандары һурылып өлгөрмәгәнгә күрә, үҙҙәренең тәбиғи төҫтәрен, биттәрендәге ҡыҙыллыҡтарын һаҡлаһалар ҙа, бер нисә йыл шунда эшләгәндәренең һурылып, келәт аҫтында үҫкән зәғиф, һарғылт үләндәр кеүек булып ҡалғандар, йөҙҙәре һарғайған, күҙҙәре эскә батып ингән, икенсе төрлө әйткәндә, ер аҫтында күп эшләп, таш казармаларҙа тора-тора, уларҙың тән тамырҙарындағы ҡыҙыл ҡандар ағыулы һары һыуҙарға әйләнгәнгә күрә, яңы ғына оҙаҡ ауырыуҙан терелеп сыҡҡан кешеләр кеүек, һарғылт булып күренәләр ине.

Улар ауыр шарттар эсендә байҙарға эшләп йөрөй торғас, үҙҙәренең ярты сәләмәтлектәрен юғалтҡан булһалар ҙа, кешелектәрен юғалтмау яғынан ҡарағанда, бик күп кешеләрҙән алда торалар ине.

Иртәнсәк, мин шахтаға төшкән саҡта, минең ҡурҡыуымды һиҙеп минән уйнап көлгәндәре мине күргәс:

— Әле һин кире сыға алдыңмы ни? — тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәре:

— Ну, унда эштәр нисек булды? — тип һорайҙар. Минең өсөн үҙем менән бергә эшләгән ҡарт яуап биреп:

– Егет молодчина күренә. Кемгә лә иптәш булырға ярарлыҡ, уны өйрәтеп тораһы ла юҡ! — тине.

– Шулай кәрәк! Ату уҡыған кешеләрҙең күбеһе ҡамыр кеүек йомшаҡ булалар...

— Был улай түгел, тимер кеүек. Ул бәләкәй сағынан уҡ эшкә күнегеп үҫкән. Мин уны һораштым.

— Ярай, Сибғәт бабай, йәш кешене эшкә өйрәт. — — Уны өйрәтәһе лә юҡ инде. — Мин уларҙың үҙем тураһындағы һүҙҙәренән үҙем көләм, үҙем уларҙы һаман үҙемә яҡын иптәштәр кеүек күрә барам. Уларҙың керһеҙ һүҙҙәре күңелгә яғымлы тойола.

Былар яҡшы, былар менән эшләү күңелле булыр, ләкин бына хәҙер ашарға юҡлыҡ эсте тырнай. Казармаға ҡайтып уларҙың ашағандарын ҡарап ултырғансы, завтрак ваҡытын шунда йөрөп үткәрмәксе булып киләм.

Сибғәт бабай (минең менән эшләгән ҡарт) минең хәлде аңлаған кеүек:

— Һуң һин кем менән ашап-эсәһен? Сәйнүк-маҙарың бармы? — тип һорап та алды. — — Хәҙергә мин яңғыҙ ғына. Сәйнүк-фәлән дә алғаным юҡ әле. — — Әйҙә улай булһа беҙгә. Нимәгә улай аҙашҡан ҡаҙ бәпкәһе кеүек яңғыҙ йөрөргә. Беҙҙең бында улай йөрөү килешмәй. — Мин уға икмәк-маҙар алырлыҡ аҡсам юҡлығын әйтәһем килмәне. Шуның өсөн:

— Әле минең икмәгем дә юҡ. Лавкаға барып киләһем бар, — тинем. — — Унда барып йөрөмә инде, беҙҙә бар бит. Әйҙә беҙгә барабыҙ, юҡһа һуңға ҡалырһың. — Мин күп наҙланып торманым:

— Ярай улай булһа, һуңынан иҫәпләшербеҙ. — — Уныһын һөйләмә һин, әйҙә беҙгә. — Мин тоттом да Сибғәт бабай менән туранан-тура семьялылар казармаһына киттем. Ул үҙенең ҡарсығы менән Хәҙисәләр тора торған казарманың икенсе башында тора икән.

Беҙ казармаға еткәндә, Хәҙисә үҙенең иптәш ҡыҙы менән казарма алдында көлөшә-көлөшә йыуына, уның бите яңы ғына күпертелеп һөртөлгән ап-аҡ һабын күбектәре менән ҡапланып, тик ике күҙе генә күренә ине.

Ул Сибғәт ағай менән мине күргәс, көлөүенән туҡтала төшөп ЙӨҘӨН икенсе яҡҡа әйләндерҙе һәм, битендәге ап-аҡ һабын күбектәрен тиҙ-тиҙ генә йыуып төшөргәндән һуң тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡараны. Был ваҡытта уның йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡып тора ине.

Мин уның беҙҙе күреүгә ҡапыл гына хәрәкәтен үҙгәртеп, шатлыҡлы йылмайыуының мәғәнәһенә төшөнмәнем. Тик өсөнсө көн кис, уларҙың үҙҙәрендә сәй эсеп ултырғандан һуң, иптәш Зиннәттең «матур бит, әй!» тигән һүҙҙәре иҫемә төштә лә, «ысынлап та матур шул!» тип уйланым һәм, уға тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡарайһым килһә лә, ҡарарға уңайһыҙланып Сибғәт ағай артынан казармаға инеп киттем. Уның иптәше менән һөйләшкән яғымлы тауышы ишетелеп ҡалды...

Сибғәт ҡарт мине туранан-тура үҙҙәренең тора торған мөйөштәренә алын барҙы һәм миңә үҙенең бер ҡунағы кеүек ҡарап:

— Әйҙә, рәхим ит әле! Бына хәҙер сәй эсербеҙ. (Ҡарсығына ҡарап) ҡарсыҡ, мин бөгөн үҙемдең янымда эшләй башлаған иптәшемде лә алып килдем әле. Ул яңғыҙ ғына икән, уға күңелһеҙ булмаһын, тинем.

Әбей минең менән иҫәнләште лә:

— Бик һәйбәт. Беҙ икәү генә бит, өсәүләп сәй эсеүе күңелле булыр, — тип асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы.

Беҙ бит-ҡулды йыуып алғансы ашъяулыҡты ҙурайтыңҡырап йәйҙе. Ике пар сынаяҡ эргәһенә өсөнсөһөн ҡуйҙы. Таш тәрилкәлә торған күмәстәрҙең телемдәрен арттырҙы, яңы ғына бешереп, һыуынмаһын өсөн таш табаҡҡа һалып, өҫтөн ябып, мейескә ҡуйған картуфын килтереп ҡуйҙы ла шунда уҡ сәй яһап ебәрҙе.

Сибғәт бабай менән беҙ икәү уның ашарға өндәүен көтөп тә тормай, ашарға тотондоҡ.

Ашығыс ҡына эскән сәй араһында улар үҙҙәренең семья тормоштарын һөйләп алдылар.

Уларҙың һөйләүҙәренә ҡараганда, уларҙың үҙ ғүмерҙәрендә ете балалары булып, уларҙың бишәүһе төрлө ерҙә, төрлө ауырыуҙар менән сирләп үлгәндәр икән. Ете баланың икәүһе иҫән булып, Зәйнәп исемле ҡыҙҙарын үткән йыл ғына кейәүгә биргәндәр, ул кейәүе менән икенсе бер приискыла тора икән. Сәфәрғәли исемле улдары өсөнсө йыл һалдатҡа алынып, ул хәҙерге көндә бынан мең саҡрым ерҙә, Ҡара диңгеҙ тигән диңгеҙҙең буйында, бер ҙә бындағы кешеләргә оҡшамаған кешеләр араһында, Патум (Батуми) исемле ҡалала батша хеҙмәтенә грифтар булып тора икән. Уның хеҙмәте ундағы ҙур начальниктарға оҡшаған. Шуның өсөн уны фельдфебель дәрәжәһенә мендергәндәр. Яҙыу-һыҙыу белмәгән көйөнә Сәфәрғәлиҙәренең шул дәрәжәгә менеүенә ҡарт та, ҡарсыҡ та бик шатланалар. Киләсәк көндә тәүфиҡле, бәхетле булыуын теләйҙәр.

Мин, бер яҡтан, уларҙың һүҙҙәрен тыңлайым, ҡай саҡта үҙҙәренә һорау биреп ҡуям. Икенсе яҡтан, казармалағы ығы-зығы килгән тормоштан күҙҙәремде ала алмайым.

Казарма гөж килә. 20—25 урында түңәрәкләнеп ашарға ултырған кешеләрҙең ауыҙҙары ашығыс ҡыймылдай. Шул түңәрәктәр араһында байтаҡ ҡына ауырып ятыусылар, кәйефһеҙләнеп илап ултырыусы балалар ҙа күренә. Уны-быны ҡарап, уйлап тормай ысҡындырылған төрлө һүҙҙәр ҙә йыш-йыш ишетелеп ҡала.

Казарманың теге башында йөрөгән Хәҙисә лә бер-ике тапҡыр күренеп ҡалды. Ул һаман да күңелле, шат күренә. Был тормош эсендә шундай Хәҙисәләрҙең булыуҙары йәшлек ваҡытының йәшел бер япрағы кеүек булып һиҙелә ине.

Сәй эселеп бөткәнсе минең турала ла һүҙ булды. Сибғәт бабайҙың ҡуҙғатып ебәреүе буйынса, әбей үҙе теләп, үҙҙәрендә ашап-эсеп йөрөүгә мәслихәт бирҙе. Уларҙың кәңәштәре буйынса, мин былар менән ашап-эсеп, тик ҡунырға ғына буйҙаҡтар казармаһына барасаҡ инем.

Еүеш һауалы казармала тороп күгәреп бөткән будильник сәғәткә ҡарағандан һуң, Сибғәт бабай эшкә барырға ваҡыт еткәнен аңлатҡан кеүек:

— Һөйләшеп сәй эсә торғас, замандың үтеүен белмәй ҙә ҡалғанбыҙ, — тип урынынан тора башланы. Башҡа эшселәр ҙә минут эсендә урындарынан тороп, ашығыс рәүештә үҙҙәренең эш урындарына китә башланылар.

Беҙ ишектән сыҡҡанда Сәлим бабай беҙгә осрап, донъя күргән оло кешеләрсә иҫәнләшеп, минең Сибғәт ҡарт менән бер ерҙә эшләүемде белде һәм уға ҡарап:

— Бик яҡшы булған, һинең кеүек донъя күргән кеше менән бергә эшләү йәш кеше өсөн яҡшы булыр...— тип, үҙ эшенә китте. Хәҙисә лә үҙенең иптәштәре менән беҙҙең арттаныраҡ сығып, алтын йыуа торған быуаға ҡарай йүнәлде.

Шахтаға барғанда Сибғәт ҡарт тағы ла ошо приискылар һәм үҙенең ҡайҙарҙа йөрөгәнен һөйләп барғанға күрә, беҙ шахтаға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Был юлы миңә шахтаға төшөү иртәнсәк төшкәндәге кеүек ҡыйын да, күңелһеҙ ҙә, ҡурҡыныс та булманы. Хәҙер бындағы эшселәр ҙә минән көлмәйҙәр, улар миңә күптәнге иптәштәр кеүек күренәләр ине. Беҙ шахтаға төшкәндә, ҡояш беҙҙең артыбыҙҙан көлөп ҡарап ҡалды.

Бөгөн йәкшәмбе — эшселәрҙең ял итеү көндәре. Казармаларҙа бөгөн икенсе төрлөрәк тормош.

Буйҙаҡтар казармаһы бөгөн һуңғараҡ ҡалып уянды. Бындағы эшселәр үҙҙәренең бәләкәй генә иҫке һандыҡтарын асып, ял көндәрендә генә кейә торған сиккән яғалы күлдәктәрен һәм ҡыҫҡа еңле камзулдарын, тужуркаларын алып, «байрамса» кейенергә әҙерләнәләр.

Ҡайһы берәүҙәре тәҙрә арҡылы төшкән ҡояш яҡтыһына ҡаршы ултырып, һаҡал, мыйыҡтарын төҙәтәләр. Унда береһе ҡыҙыл һаплы бәке менән икенсе бер иптәшенең сәсен ҡыра. Аҙна буйынса сәс араһына ултырған ҡом-саңдар уның бәкеһенең йөҙөн шунда уҡ ҡайтаралар, күрәһең. Ул, сәс алыусы, минут һайын ҡулындағы бәкеһен ҡайһы ваҡытта иптәшенең ҡайышланған арҡаһына, ҡайһы ваҡытта үҙенең салбарына янып аҙаплана. Теге оҙон сәсле таҙа егет бөтә кешеләрҙән элек тороп, үҙен рәтләп өлгөргән. Ул инде үҙенең бер иптәше менән сәй эсергә лә тотонған. Аҙна буйынса арыған кәүҙәләрҙе ял иттереү шатлығынанмы, йә булмаһа икенсе «бәхет» көткәнгәме, былар бөгөн шат һәм һүҙсән күренәләр. Тик теге таҙа егеттең ауырыу иптәше генә әле булһа үҙенең ауырыуынан айный алмаған. Ул бындағы хәрәкәттәрҙән, ял итергә әҙерләнеү шатлыҡтарынан мәхрүм булып, хәрәкәтһеҙ, ҡаты һике өҫтөндә бөкрәйгән көйө тик ята. Ул әллә йоҡлап, әллә ауырыуының ҡатылығынан шулай бер нәмә лә һиҙмәҫлек бер хәлгә килгән, уныһы билдәһеҙ.

Семьялылар казармаһындағы йәнлелек бөгөн бөтөнләй башҡаса. Уның ишегенән инеү менән, ауыр май еҫтәре бәрелә, нимәгәлер ашығып көткән ваҡытта ғына була торған ашығыс бер төрлө буталсыҡ күҙгә ташлана.

Унда ҡатын-ҡыҙҙар зыҡ ҡубалар. Казарманың мейестәре алдында ҡатын-ҡыҙҙар сират тороп ҡабартма, ҡоймаҡ кеүек нәмәләр бешерәләр, картуф ҡыҙҙыралар. Тиҫтәләгән эреле-ваҡлы самауырҙар төрлө тауыштар сығарып, үҙҙәренең сәй урындарына ултырыуҙарып көтәләр.

Минең әбей барыһынан иртә өлгөргән. Сибғәт бабай менән мин ашъяулыҡ эргәһенә килеп ултырыу менән, ул гөжләп ҡайнаған самауырын килтереп ултыртты. Уның артынан уҡ ҙур ғына таба менән ҡайнар ҡоймаҡ килтереп ҡуйҙы. Шунда уҡ үҙенең һандығын асып, керәндил, йөҙөм емеше, шәкәр кеүек нәмәләр алып, ашъяулыҡ өҫтөнә килтереп теҙҙе лә сәй яһап ебәрҙе һәм асыҡ йөҙ менән:

— Йәгеҙ, ҡоймағы һыуынып бөтмәҫ борон ашағыҙ, көтә-көтә асығып бөткәнһегеҙҙер, бөгөн утын сей булып, мейесте яндыра алмай аптырап бөттөм, — тип һүҙ башлап ебәрҙе.

Сибғәт бабай һалмаҡ ҡына рәүештә:

— Эшкә бараһы булмағас, ашығып нәмә бар. Ҡояш сыҡҡан саҡта тышҡа сығып, көндөң матурлығына һоҡланып, бер аҙ йөрөп тағы инеп ятҡайным, бик тәмле йоҡоға киткәнмен. Төшөмдә забой ҡаҙығанда бик ҙур, бына ошо баш бармаҡ тиклем булыр, самородка таптым. Инде алып сығайым тигәндә бынау күршенең балаһы илаған тауышҡа уянып киттем... — тигән һүҙҙәр менән сәй мәжлесен асып ебәрҙе. — — Һин шул самородканы төштә генә табаһың,—ти әбей. — Ярай инде, ни эшләйһең. — Казарманың һәр бер урынында сәй әсеүҙәр башланды. Бына Сибғәт бабайҙарға ҡатар ғына йәш кенә ҡатын һәм бәләкәй генә балалы берәү кәйефләнеп сәй эсә.

Ул сәй араһында үҙенең артына ҡуйған шешәһенән аҙ-аҙ һалып төшөрөп ала, үҙе хәҙер үк яҡшы уҡ ҡыҙған. Әбей эшселәрҙең эсеүҙәренән зарланып китте.

Бабай уйың һүҙенә артыҡ ҡушылманы.

— Йәшерәк саҡта була инде ул. Көн буйынса ер аҫтында эшләгәс, ял көнөндә һөйәктәрҙе йомшартырға кәрәк бит. Ләкин күберәк төшөрөп эште боҙоп ҡуялар. Эскәндә лә аҡылды эсергә ярамай. Минең үҙемдә лә йәш саҡта ундай эштәр була торғайны. Ләкин һис бер ваҡыт аҡылды эсмәнем...— тип ике яҡлыраҡ һүҙ һөйләп ҡуйҙы.

– Араларында шул нәмәне ауыҙҙарына яҡын да килтермәгәндәре бар, улар лутсы торалар, — ти әбей.

— Шулай инде беҙҙә наҙанлыҡ та бик ҙур. Әлепте таяҡ тип белмәйбеҙ, Исмаһам, бына был балаларҙы уҡытырға мәктәп тә юҡ бит!

Сәй эсеү яҡшы уҡ оҙаҡҡа һуҙылды. Һүҙҙән-һүҙ сығып, казарма, эшселәр тормошонан күп һүҙҙәр һөйләнде. Тамаҡтарын туйҙырып алған кешеләр казарманан сығып, ҡояшҡа ҡаршы ултырып, әңгәмәгә керештеләр. Теге, Сибғәт бабайҙарҙың күршеһе, иртүк «төшөрөп» алған кеше нимәлер һөйләп башҡаларҙы көлдөрә.

Ҡыҙҙар айырым бер төркөм булып күҙгә бәреләләр. Улар нимә һөйләп ҡыҙыҡһына торғандарҙыр, белеп булмай.

Мин ҡайтып ингәндә, буйҙаҡтар казармаһы бөтөнләй икенсе төҫ алған.

Бер мөйөштә ете-һигеҙ кеше урталарына бер бөтөн сиректе ултыртып сәкәштерергә керешкәндәр. Урта бер ерҙә тағы шундай уҡ әкәмәт ҡороп ултыралар. Оҙон сәсле бер егет үҙен-үҙе бик ныҡ тотоп гармун уйнай. Мәжлес казарманың эсендә генә һыйып тора алманы, казарманың тышына ла сыҡты. Ссмьялылар казармаһынан да бер нисә кеше килеп ҡушылды.

Улар килгәс:

— Әйҙәгеҙ, иптәштәр! Бөгөн көн беҙҙеке! — тигән тауыштар яңғырап китте.

Казарманың эсенән:

Ҡарлуғасҡай ҡара, муйыны ала,

Ҡанат осҡайынан ҡан тама,

Аталарҙан ҡалған, ай, йәш бала

Күкрәк көсө менән мал таба...—

тип йырлаған тауыш быларҙың күңелдәрен тағы ла ҡытыҡлап ебәрҙе.

— Әйттер шуны, әйҙә!

Оҙаҡ та үтмәне, гармун да тышҡа сығарылды. Гармундың һикертеп-һикертеп уйнаған тауышына шул уҡ көйгә йырланған йыр тауышы ҡушылды. Йыр һәм уға ҡушылған гармун тауышына семьялылар казармаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡолаҡтары торҙо.

Уларҙың күҙҙәре лә былай әйләнделәр, ҡайһы берәүҙәре аҡрын-аҡрын былай ҡарай килә башланылар.

Йыр һәм гармун эргәһендә бик аҙ ваҡыт эсендә бик күп кешеләр йыйылып өлгөрҙөләр. Кемдер берәү:

— Әйҙә, бейеү көйөн әйттер әле! — тип әйтеү менән, ҡыҙыл күлдәгенең яғаһын ысҡындырған, үҙе ҡыҙмаса булып алған бер егет уртаға төшөп, башын бер алғараҡ сайҡап, кемделер ҡосаҡларға теләгән кеүек ике ҡулын йәйеп, кәүҙәһен арлы-бирле һығылдырып, аяҡтарын ергә ныҡлы тибеп, түңәрәкте әйләнеп йөрөй башланы.

Егеттең дәрт менән бейеүе ҡарап тороусыларҙың да күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Тиҫтәләгән күҙҙәр бейеүсе егеттең етеҙ йөрөгән аяҡтарына текәлделәр.

Ҡатын-ҡыҙҙар уйын түңәрәктәренә тағы ла яҡынлаштылар. Уларға бер яҡтан урын бирелде. Бейеүсе егет тағы ла дәртләнә төштө. Ул кеҫәһендәге ҡулъяулығын алып битен һөртөп алды.

Икенсе бер егет уға ҡаршы төшөп, үҙенең бейеүгә оҫталығын күрһәтергә тотондо. Был һуңғыһы бейеүенән туҡталмаған хәлдә ергә ултырырға теләгән кеүек сүгәләне лә, аяҡтарын алға сығарып, ике теҙҙәре аҫтына алмаш-тилмәш үткәреп, устарын сәпелдәтә башланы. Төрлө күренештәр яһап ҡараусыларҙы көлдөрҙө.

Ҡарап тороусылар:

— Йә инде арығанһығыҙҙыр, бер аҙ ял итегеҙ, — тип әйткәнгә тиклем егеттәр бейеүҙәренән туҡраманылар.

Улар бейеүҙәренән туҡталыуға, ошонда ҡарап тороусыларҙан берәү ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө яғына ҡарап:

— Йә, һеҙ ниңә ҡарап ҡына тораһығыҙ? Аяҡтарығыҙ һыҙламаһын, — тигән һүҙҙе ташланы.

Йөрәктәре тибеп торған ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен төрткөләп, бейергә ҡыҫташа башланылар.

— Әйҙә, Хәсби апай, булмаһа һөнәреңде күрһәтеп ал әле! — тигән һүҙҙән һуң, беҙ беренсе көндө семьялылар казармаһына ингәндә йырлай-йырлай һандығын аҡтарып ултырған ҡатын уртаға сыҡты. Ул башта ҡыйыр-ҡыймаҫ бер ҡиәфәт күрһәтеп, яулығының бер яҡ сите менән битенең бер яғын ҡаплап ҡына бейей башлаһа ла, бара торғас асылып китте. Ул үҙенең аяҡтарын яңы сыҡҡан йәшел үләндәрҙе иҙмәҫкә тейешле кеүек йомшаҡ һәм ваҡ ҡына баҫа, кәүҙәһен дә, тулҡынһыҙ һыуҙа йөҙгән аҡҡош кеүек, тигеҙ йөрөтә ине. Уйын барған һайын ҡыҙҙы.

Казармала мәжлес ҡороп ултырыусылар ҙа берәм-берәм яҡты ҡояш аҫтына сыға башланылар.

Уйын-көлкө шулай ҡыҙып барғанда алпан-толпан килгән берәү ҡараусыларҙың теләктәренә ҡаршы бейергә теләп уртаға төштө. Ләкин уның быйма кейгән аяҡтары үҙе теләгәнсә йөрөй алманылар. Ул кәүҙәләрен тота алмай, бер яҡҡа ауышып китте.

— Эй, һинең шөрөбөң бушаған, юҡҡа мәшәҡәтләнмә! — тигән һүҙгә уның намыҫы килде, буғай, ул тағы бейергә тырышып ҡараны, тағы булдыра алмай бер яҡҡа ауҙы.

Ҡараусылар араһынан:

— Лутсы һин мишайт итмә! — тигән һүҙгә уның асыуы ҡабарҙы. — — Мин ни барығыҙҙан да шәп!—тип елкенеп, ҡулдары менән нимәлер эҙләргә тотондо. — Уның иптәштәренән береһе эргәһенә килеп:

— Әйҙә, былай ярамай, казармаға ин,— тип ҡулынан тотҡайны, ул икенсе ҡулы менән теге кешенең башына ҡундырҙы. Уны тотоусы кеше асыуланып: — — Һинең башын ҡысыта икән әле, — тип уңға-һулға бирергә тотондо. — Был йәмһеҙ күренешкә һәр кемдең кәйефе китте.

— Ул һәр ваҡыт шулай скандал сығара!—тип төрлө яҡтан асыулы тауыштар сығарҙылар.

Ҡатын-ҡыҙҙар был эштән һиҫкәнеп бер яҡҡа тайшандылар.

Ул арала теге бейеүсе егеттәрҙең береһе иҫерек бейеүсенең елкәһенә берҙе төшөрҙө лә, ҡулдарынан шаҡарып тотоп:

— Етерме әллә тағы кәрәкме,— тип үҙенә ҡараны. Иҫерек бейеүсе ҡапыл ғына йомшарҙы.

— Ҡара әле, мине ебәр әле, мин тик былай ғына...

— Шулай булғас, туҡта тигәндә туҡта... Иҫереүең еткән икән, ин дә ят. Нимәгә бында ҡатын-ҡыҙҙар араһында теләһәң нәмә ҡыланып йөрөйһөң?!

— Бөттө, мин былай ғына... — — Бөтһөн шул!.. — Шунан һуң иҫеректе ике яҡтан ҡултыҡлап казармаға алып киттеләр.

Был скандалдан һуң уйын-көлкөнөң ҡыҙығы юғалды, ҡараусылар таралдылар.

Көндөҙгө аш ваҡытында Сибғәт бабай ҙа, әбей ҙә бындағы тормоштан һәм ял итеү көндәрендә һәр ваҡыт шундай тәртипһеҙлектәр булып тороуынан зарланып алдылар.

— Ни эшләйһең һуң инде? Уларҙың башҡа нимә ҡыҙыҡтары бар? — тине Сибғәт ҡарт. — — Эсеп һуғышып йөрөүҙән ниндәй ҡыҙыҡ булһын? —-ти әбей. — — Улар башта күңел асыр өсөн генә эсәбеҙ тип эсәләр. Бара торғас шундай күңелһеҙлектәр булып китә, һәр кемгә бер төрлө күңел асыу кәрәк бит. — — Ярай ҙа ул ауыл йә булмаһа ҡала ерҙәрендә күңел асыу урындары бар. Беҙҙең бында бит уларҙың береһе лә юҡ, — тип, бер яҡтан, теге эсеүселәрҙе артыҡ ғәйепләмәҫкә теләй, икенсе яҡтан, уларға бер яңы нәмә, яңы тормош бирергә теләгән кеүек була ине. — Яңы ғына булып үткән йәмһеҙ тормош тиҙ онотолдо. Семьялылар казармаһында яңынан үҙенә күрә бер төрлө ығы-зығы килеү, төшкә әҙерләнгән, төрлө урындарҙа бешерелгән бер үк һымаҡ аштарҙы ашау башланды. Бәләкәй балаларҙың үҙ-ара ҡысҡырышыуҙарын, әсәләрҙең үҙҙәренең бәләкәй генә балаларын йыуатыу тауыштарын иҫәпкә алмағанда, бындағы тормош тәртипле юлға төшкән кеүек булды.

Эш шулай барғанда, буйҙаҡтар казармаһынан берәү килеп, теге ауырыу егеттең үлеүен хәбәр бирҙе һәм Сибғәт бабай менән Сәлим бабайҙың шунда барыуҙарын үтенде.

Был үлем хәбәре бөтә казарма эсендә бер төрлө күңелһеҙлек тыуҙырҙы. Бөтә эшсе семьялары йөҙҙәрен үҙгәртеп, алдарындағы ашамлыҡтарын ашауҙарын да оноттолар.

Бик күп ауыҙҙарҙан:

— Яңы ғына типһә тимер өҙөрлөк егет, әрәм булды... — — Донъяның әсеһен-сесөһөн күп татыған, уңған егет ине... — — Күптәй түгел Гәрәйҙе тупраҡ баҫып үлтергәйне, инде быныһы эшләгән еренән ауырып ҡайтып үлде... — — Беҙҙең бында шул бик күп кешеләр ваҡытһыҙ әрәм булалар. — — Дарыу-дарман итергә рәт юҡ...—тигән кеүек һүҙҙәр ҙә сыҡты. Былар ваҡытһыҙ үлемдәрҙе кемдәндер күргән кеүек булһалар ҙа, ул «кемдерҙе» атап әйтмәйҙәр, бары тик бындай ваҡиғаларҙы үҙҙәренең «тәҡдирҙәре», йә булмаһа «бәхетһеҙлектәренән» күргән кеүек булалар ине. — Сибғәт бабай башын түбән эйеп бер аҙ уйланып торғандан һуң:

— Барыһы ла шул үҙебеҙҙән. Ана үткән йыл бер егет килеп беҙгә эштең нимәлә икәнен, эшселәрҙе начальстволар менән байҙар берләшеп иҙеүен, беҙҙең дә уларға ҡаршы торорға кәрәк икәнлегебеҙҙе, аҫтыртын рәүештә бик һәйбәтләп төшөндөрә башлағайны ла бит, уны бик оҙаҡ йөрөтмәнеләр. Халыҡты начальствоға ҡаршы баш күтәрергә өндәп йөрөй торған бер кеше икән, тинеләр ҙә алып киттеләр. — — Иллә үҙе зәһәр, үткер егет ине! Үҙен арестовать иткәндә йөҙөн дә һытмай, уларға ҡаршы һөйләште: — — Һеҙ, ти, байҙарҙың ялсылары, ти. Һеҙ һатлыҡ йәндәр, эшселәрҙең ҡандарын эсәһегеҙ, палачтар, ти. Тағы әллә нәмәләр әйтеп бөтөрҙө. Уны күп һөйләндермәй алып киттеләр. Киткән сағында беҙгә ҡарап:

— Беҙ һеҙҙе онотмабыҙ. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең кемдәр икәнегеҙҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Беҙҙең көс күп, — тип әйтеп китте. Беҙ ни эшләргә лә белмәй улай-былай иттек тә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Шунда беҙ бергәләшеп ул егетте улар ҡулына бирмәҫкә кәрәк икән дә бит!

Был ваҡытта Сибғәт бабайҙың йөҙөндә ниндәйҙер бер кәрәкле эштең булмай ҡалыуына үкенеү билдәһе күренә ине. Әбей уның һүҙен тыңлап бөткәс:

— Һин үҙең дә бик күп һөйләнәһең. Йә үҙеңде лә улай-былай итеп ҡуйырҙар... — тип тирә-яғына ҡаранып алды.

Сибғәт бабай бер ҙә иҫе китмәй генә:

— Дөрөҫө шулай булғас, ни эшләйһең! Эшселәрҙең береһе кисә, береһе бөгөн үлә лә тора. Уның причинаһын тикшереү юҡ, — тине лә урынынан тороп казарманың теге яғына барҙы. Унда Сәлим ҡарт менән осрашып һөйләшкәндән һуң, казарманан сығып киттеләр.

Мин дә үҙебеҙҙең казармаға ҡайтырға тип, иркен һауаға сыҡтым.

Был ваҡытта Хәҙисә ишектән алыҫ түгел бер эскәмйә өҫтөндә, үҙенең бер иптәш ҡыҙы менән, иҫкереп бөткән ниндәйҙер бер китап уҡып ултыра ине. Ул мине күргәс, ҡулындағы китабын тиҙ генә ябып ҡуйҙы ла, нимәлер әйтергә теләгән кеүек миңә ҡараны. Мин дә, уға ниндәйҙер әйтергә тейешле һүҙҙәрем бар кеше кеүек, уңайһыҙланып ҡалдым. Әллә ниңә мин уға ниндәй булһа ла берәй нәмә тураһында һүҙ әйтһәм ярамаҫ, яраһа ла килешмәҫ кеүек була ине. Шулай ҙа мин уларға ҡарап:

— Һаумыһығыҙ әле, ниңә бында ултыраһығыҙ? — тигән һүҙҙәрҙе әйттем, һәм «ниңә бында ултыраһығыҙ» тигән һүҙемде ни өсөн әйткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.

— Арыу әле. Тик шулай ғына ултырабыҙ. — Был яуапты Хәҙисә бирҙе.

Беҙҙең һүҙ бөттө лә ҡуйҙы. Инде бынан китергә кәрәк, ә үҙемдең былар эргәһенән бер ҙә китәһем килмәй. Әлдә бәхеткә ҡаршы:

— Ниндәй китап уҡып ултыраһығыҙ? — тигән һүҙ иҫкә төштө.

— Был... былай ғына, китап... — — Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле, ниндәй китап икән? — — Юҡ, уны һиңә күрһәтергә ярамай, һин көлөрһөң...

Мин һүҙҙең былай оҙаҡҡа китеүенә шатландым һәм:

-— Күрһәт әле, көлмәм. Китаптан көләләрме ни? — тинем.

Ошо һүҙҙән һуң ул ҡулындағы китабын төрлө төҫтәге дебеттәр (ғәрез) менән сәскә рәүешендә биҙәктәр төшөрөп сиккән ап-аҡ алъяпҡыс аҫтына йәшерә төшөп:

— Юҡ, был китапты һиңә күрһәтергә ярамай... — тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы.

— Ниңә ярамаһын икән?.. — тинем.

Хәҙисәнең иптәш ҡыҙы сыҙаманы, ул Хәҙисәгә ҡарап:

— Күрһәт тә ҡуй. Кешегә күрһәтергә ярамаһа, ташҡа баҫып сығармаҫтар ине бит,— тип китапты миңә күрһәтеү яғында икәнен белдерҙе. — — Шулай шул. Әллә ниндәй йәшерен нәмә түгелдер әле, — тинем. — — Бына улай булһа, түлкә ошонда ғына ҡара ла кире бир! — тип китапты минең ҡулға бирҙе. — Китапты ҡулыма алыу менән уның йәштәр араһында боронғо ваҡытта ҡулдан-ҡулға йөрөгән «Таһир — Зөһрә» икәнен белдем. Мин уны ҡулға алыу менән, улар икеһе лә, «был нимә әйтер икән» тигән кеүек, миңә ҡаранылар.

— «Таһир — Зөһрә» икән. Был китапты ҡайҙа булһа ла уҡыйҙар бит. Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр уҡығаным бар,— тинем.

Хәҙисәнең иптәше ҡапыл ғына:

— Беҙ бының менән уҡыйбыҙ. Улар бик йәл. Шулар ысынлап та шулай булдылармы икән? — тине лә бер Хәҙисәгә, бер миңә ҡарап алды.

Хәҙисә миңә яуап биреп торорға урын ҡалдырмай:

— Булмаған эштәрҙе китапҡа яҙмаҫтар инде, — тигән һүҙҙе ысын күңелдән әйтеп өлгөрҙө.

Күрәһең, ул шундай китаптарҙа яҙылған нәмәләрҙең ваҡиғала булыуына һис бер шикһеҙ ышана. Уның шул һүҙенән һуң иптәше:

— Зөһрә меҫкендең атаһы бигерәк тә ҡаты бәғерле булған икән!—тигән һүҙҙе өҫтәне.

Беҙҙең һүҙҙәр шунда еткәндә, Хәҙисәнең әсәһе ишектән сыҡты.

Беҙ уны күреү менән, өсөбөҙ ҙә, бик ҙур килешһеҙлек эшләгән кеүек, ни эшләргә лә белмәй аптырашта ҡалдыҡ.

Ул беҙгә бер аҙ ғына ҡарап торҙо ла:

— Хәҙисә, кил әле бында! — тип Хәҙисәне казармаға саҡырҙы.

Ҡыҙыҡлы күрешеүҙең иң матур ерендә шулай күңелһеҙ рәүештә киҫелеүе ҡыҙҙарға ниндәй йоғонто биргәндер, ә минең үҙемә бик күңелһеҙ йоғонто ҡалдырҙы.

Мин китапты Хәҙисәнең ҡулына бирҙем дә үҙебеҙҙең казармаға киттем. Ә улар үҙҙәренең ниндәйҙер бер йәшерен серҙәре асылған кешеләр кеүек үк казармаларына инеп киттеләр.

Мин үҙебеҙҙең казармаға ингәндә, беҙҙең казарма эсен тәрән бер тынлыҡ баҫҡан кеүек ине. Әле күптән түгел генә зыҡ ҡубып йөрөгән эшселәр айныған кеүек, хатта үҙҙәренең бөгөн эсеүҙәренән үкенгән кеүек күренәләр ине.

Ошо тормош, ошо моңһоу казарма эсендә яңы ғына үлгән эшсенең һуҙылып ятҡан кәүҙәһе минең күңелгә лә бик ауыр йоғонто бирҙе. Ул үҙе үлгән булһа ла, уның шул яфа сигеп үлгән кәүҙәһе уның үткән тарихын, төрлө приискыларҙың шахталарында эшләп йөрөүҙәре, ниһайәт, ошо «шағирҙең алтын приискыһы»на килеп эшләгәндә ауырыу эләктереп, ошо йәмһеҙ казармала, духтырға-нигә күренә алмай, ҡаты һике өҫтөндә ауырып ятып, йән биреүен һөйләп торған кеүек була ине.

Мин уның эргәһенә барып бер аҙ ҡарап торҙом да, был казарманан сығып китергә ярамаған кеүек бер хәлгә килеп, шунан алыҫ түгел бер урынға ултырҙым. Шул ваҡытта ул үлгән егеттең тыуған илендә ҡарт әсәһе., унан һуң уның ҡайтыуын көтә торған етем һеңлеһе барҙыр, улар уның иҫәнлек хәбәрен көтә торғандарҙыр кеүек булып күҙ алдыма килде.

Теге оҙон сәсле егет үҙенең күп ерҙәрҙә бергә йөрөгән, бергә эшләгән иптәшенең үлеүенә ысынлап ҡайғыра һәм уның тураһында бик күп нәмәләр һөйләп уны маҡтай, ниһайәт, прииск хужаларын һәм ошо тормошто һүгеп, уларға ҡаршы булған асыуына сыҙай алмай, көслө йоҙроғон төйнәп:

— Вәт, беҙ кемдәр өсөн эт көнөн күрәбеҙ, — тип тирә-яғына ҡаранып ҡуя ине.

Ял итеү көнөнөң матур ҡояшы көлөп сыҡҡан булһа ла, ул моңһоуланып батты. Әллә ул кемдәргәлер көлөп ҡарап батҡан кеүек булғандыр. Ләкин беҙгә моңһоу күренде.

Бөгөн беҙҙең казармала төн буйынса ут һүнмәне.

Уның һаран яҡтыһы төн буйынса үлгән эшсенең кәүҙәһен һәм уны ҡарауыллап ултырған ҡарттарҙың йыйырсыҡлы биттәрен яҡтыртып торҙо.

Приискыла эшселәр барған һайын ҡайнай. Әллә ҡайҙағы заводтарҙан эшләнеп килгән оло кәйләләр ер аҫтын ашап алға баралар. Миллиард йылдар буйынса тыныс ятҡан таштар, балсыҡтар өҫкә сығарылып йыуылалар ҙа, алтындары алынып ҡайҙалыр ебәрелә баралар. Кәйләләрҙең остары ашалып тупаҫланалар ҙа, кантур аша яңынан тимерлеккә ебәреләләр. Эшселәр таштарҙы ватып, тимерҙәрҙе ашалдырып, үҙҙәренең эштәрен дауам иттерәләр. Уларҙың ҡандары аҡрынлап ҡына кибә, иттәре күҙгә күренмәй ашала, һөйәктәре һыҙлай.

Уларҙың берәрһе ауыр эшкә яраҡһыҙланһа, ул эшсе, алтындары йыуылып алынған песок кеүек, ситкә ташлана. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре өҫтәренә емерелеп төшкән балсыҡтар аҫтында ҡалып үләләр.

Шулай ауырып эштән сығып, ситкә ташланған йәки ер аҫтында ҡалып үлгән эшселәр урынына эш эҙләп яңы кешеләр, яңы көстәр килеп, уларҙың эштәрен шул уҡ урындан башлап алып китәләр. Әллә нисә урында, әллә нисә шахтала эштәр туҡтауһыҙ бара. Ер аҫтында тыныс ятҡан алтын ҡом ҡатлауы аҡтарылып өҫкә сығарыла.

Эшселәр, туҡран кеүек, осло кәйләләре менән суҡый-суҡый беҙ эшләй торған шахтаны ла бер-ике көн эсендә ҡола яланға әйләндерҙеләр. Хәҙер өҫтөндәге ер емерелеп төшөүҙән һаҡлыҡ өсөн тик унда-бында ғына ҙур мейестәр йыуанлығында ҡаҙылмаған ерҙәр менән сикһеҙ күп терәүҙәр теҙелешеп ҡалдылар. Эш был хәлгә килгәс, шахтала эшләү яҡшы уҡ ҡурҡынысҡа әйләнеп, һәр ваҡыт уның емерелеүе ихтималы тураһында һөйләнеү башланды.

Әллә нисә йылдар шахтала эшләп, ер аҫты кешеһенә әйләнеп бөткән Сибғәт бабай ҙа хәҙер был шахтала эшләүҙең ҡурҡынысҡа әйләнеүен йыш-йыш ҡына телгә алып:

— Был шахтаның ғүмере күпкә бармаҫ, оҙаҡламай баҫылып төшөр. Тик бына эш барған ваҡытта ғына ундай-бындай булып ҡуймаһын ине. Бер ваҡыт шулай ... приискыһында эшләгәндә шахта емерелеп әллә ни тиклем кеше һәләк булды. Белеп булмай тағы, ҡайһы бер ер тиҙ генә убылыусан булмай. Ташланған шахталар ҙа байтаҡ ваҡыт емерелмәй торалар. Шулай ҙа хәҙер һаҡ булған яҡшы. Шахталар бер ваҡытта ла үҙҙәренең емерелеүҙәрен алдан әйтеп тормайҙар,— тигән һүҙҙәрҙе ыскындырырға тотондо.

Башҡа эшселәр ҙә үҙ араларында һәм штейгерға шахтаға төшкән ваҡыттарында хәҙер был шахтала эшләүҙең ҡурҡыныслығын, тиҙҙән емерелеп төшөү ихтималы барлығын һөйләй башланылар.

Ләкин штейгер забойщиктарҙың был һүҙҙәренә ҡаршы:

— Ниңә емерелһен ти әле ул. Был ерҙең почваһын, ҡатламдарын беҙ һеҙҙән яҡшы беләбеҙ. Бында ҡомһоу ер түгел, һеҙ юҡҡа ҡурҡаһығыҙ, ҡурҡаҡтар! — тип көлөп кенә яуап бирә ине. — — Ә һуң емерелһә, ни эшләрбеҙ, беҙ бит ул саҡта, ҙур таш өҫтөндә торған йомортҡаны икенсе бер таш менән бәргән кеүек, һытылып ҡаласаҡбыҙ. — — Ҡалмаҫһығыҙ! Һеҙ бит тауыҡ йомортҡаһы түгел, һеҙҙең йәндәрегеҙ бар. Разве забой емерелеүенән ҡурҡып, шундай бай урынды эшләп бөтөрмәй, ташлап сығырға ярай? Бына тиҙҙән икенсе шурфтар өлгөрәләр, оҙаҡламай шунда күсербеҙ.

— Улар өлгөргәнсе беҙ үлем көтөп йәшәргә тигәнме ни? Ана, күрше шахталарҙа эшләр урындар күп бит, ниңә беҙҙе шуларға күсермәйһегеҙ? — — Һеҙҙе шул үлемдән ҡасырып, бер урындан икенсе урынға күсер ҙә йөрө, имеш! Һеҙгә һаман анһат булһын, уның кем елкәһенә барып төшкәнен беләһегеҙме? — Эшселәр ҡулдары менән елкәләрен ҡағып:

— Ул бына беҙҙең елкәгә төшә. — — Яңылышаһығыҙ! Ул бына ошо ҙур эштәрҙе эшләтеүсе хужалар елкәһенә төшә. — — Кем арҡаһында байығандар һуң улар! Улар миллиондарҙы тик ятҡан ерҙәренән тапҡандармы ни? — — Миллиондарҙы табыр өсөн дә бит баш кәрәк. Берегеҙ ҙә бушҡа ғына эшләп йөрөмәйһегеҙ. — — Әллә инде беҙҙе бушҡа эшләтер инегеҙме? Аҡыллы баштар!.. — — Бер миңә генә әйтмәгеҙ. Бында бер мин генә түгел, ана управляющийҙар бар, барығыҙ ҙа уның менән һөйләшегеҙ.

— Һин шулай һәр ваҡыт «эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа» юлы менән бараһың. Ырымбурға барып, байҙарҙың үҙҙәрен күреп һөйләшергә ҡушмайһыңмы тағы?

— Как мин эт?! Абайлап һөйләшегеҙ. Улай бик эшләйһегеҙ килмәй икән, һеҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәй. Дүрт яғығыҙ ҡибла! — — Беҙ һинән ҡибла һорап тормайбыҙ, рас бында эшләү опасно икән, ташларға кәрәк. — — Ташлар ваҡытты правление һеҙҙән һорап тормаҫ.

Штейгер менән эшселәр араһында һәр ваҡыт шундай талаштар булып тора. Ләкин шахтала эшләүҙе һаман туҡтатмайҙар.

Ҡайһы берәүҙәр был шахтала эшләүҙән бөтөнләй баш тарталар. Эштән баш тартыусы эшселәргә был приискыла икенсе бер эш бирелмәгәнгә күрә, улар талашып, хисап өҙәләр ҙә икенсе приискыларға китәләр.

Бер нисә көндәргә һуҙылған талашлы һәм эшселәр өсөн һуң дәрәжәлә ҡурҡыныслы булған был мәсьәлә тәбиғәттең үҙе тарафынан сиселде.

Бер көн иртән эшселәр эшкә китергә йыйынғанда беренсе номерлы шахтаның емерелеүен хәбәр иттеләр.

Шахта бер кемдән дә һорап тормаған, меңәрләгән терәүҙәргә ҡарамай, уларҙы йомосҡоға әйләндереп, убылған да төшкән.

Уның төндә, эшселәр юҡ ваҡытта, емерелеүе унда эшләүселәр өсөн шатлыҡлы байрам булды. Һәр кемдең ауыҙында:

— Ярай әле беҙҙең бәхеткә ҡаршы төндә емерелгән. Әгәр ҙә эш ваҡытында убылған булһа, бер генә кеше лә иҫән ҡалмаҫ ине. — — Беҙ ул шахтаның тиҙҙән емереләсәген аҙна буйынса әйтә килдек. Ләкин администрация беҙҙең һүҙҙе ҡолағына ла алманы. — — Уларҙың үҙҙәрен шунда эшләтергә кәрәк ине, эштең нисек икәнеп белер ине,— тигән һүҙҙәр йөрөнө. — Шахтаның емерелеүе арҡаһында прииск мөдире менән эшселәр араһында байтаҡ талаштар булып алды. Ошо мөнәсәбәт менән ҡайһы бер эшселәр билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем эшһеҙ ҡалдылар; ҡайһы берҙәре икенсе бер эшкә күсерелделәр; ҡайһы бер «телдәре бик оҙон» кешеләргә, бындай «бәләкәй генә мәсьәлә»не ҙурайтып йөрөүселәргә, бөтөнләй эш бирелмәгәнгә күрә, улар был приискыға ҡул һелтәп, икенсе ерҙәргә сығып киттеләр.

Был приискыны ташлап китеүселәр араһында арҡаһында керле тоҡтарынан башҡа бер йөктәре лә булмаған буйҙаҡтар булған кеүек, бер нисә балалы, үҙҙәренә күрә эшселәрҙә була торған ваҡ-төйәк нәмәләре булған семьялы кешеләр ҙә бар ине. Был һуңғыларының ҡайһы берәүҙәре хәлдәре еткән ергә тиклем ат яллап китһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәре нәмәләрен бәләкәй генә ҡул арбаларына тейәп, бәләкәй балаларын шунда ултыртып, ҙурыраҡ булғандарын етәкләп, мең төрлө михнәттәр менән бынан китергә әҙерләнәләр ине. Шулай китеүсе эшселәрҙең йөҙҙәре асыулы, балаларының күҙҙәре йәшле, бисәләренең биттәре моңло булып, уларҙы ҡарап тороу күңелгә һуңғы дәрәжәлә ауыр йоғонто бирә ине.

Был приискыла ҡалыусылар китеүсе иптәштәренә ҡарап:

— Һеҙ барған ерҙә эштәр шәп булһа, хат ебәрегеҙ, беҙ ҙә барырбыҙ,— тигән теләктәрен белдерәләр. Китеүселәр:

— Ярай, бик ярай. Тик бит әле беҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙ, унда барғас, эш булыу-булмау билдәһеҙ...— тип үҙҙәренең киләсәктәре тураһында бер нәмә лә белмәүҙәрен әйтәләр ине.

Китеүселәр бер төркөм булып приискынан баҫыуға ҡарай күтәрелгән юл менән аҡрынлап ҡына алға киттеләр. Улар бик аҡрын ғына баралар, ниңәлер йыш-йыш ҡына туҡтап бәләкәй арбаларын рәтләйҙәр, шунан тағы ла ҡуҙғалып алға йылышалар ине.

Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде, шуның менән бергә өсәр ат еккән өс-дүрт повозканың пыр туҙҙырып, приискыға ҡарай килеүҙәре күренде. Эш эҙләп китеүселәр төркөмө, уларға юл бирер өсөн, саҡ-саҡ төрлө яҡҡа таралып өлгөрҙөләр.

Бер-береһен тапарҙай булып килгән тройкаларҙың туранан-тура приискыға килгәнен күргән эшселәрҙең:

— Байҙар киләләр! — — Ну-да, һуң үҙҙәре лә йөрөй беләләр. — — Уларҙың аттары ла бит һоло өҫтөндә генә торалар. — — Улар кеүек кеҫәңә туҡтауһыҙ алтын ағып торһа, беҙ ҙә шулай йөрөр инек. — — Шакир ағай менән Закир ағай икәүһе лә ҡатын, балалары менән киләләр, ахыры...— тип һөйләнгән һүҙҙәренән мин ул килеүселәрҙең приискының хужалары икәнлектәрен аңланым. — Ул тройкалар пыр туҙҙырып, теге ҡыш көнө буш тора торған йәшел түбәле йорттарҙың ҡапҡаһынан инеп киттеләр.

Эш эҙләп китеүселәр төркөмө бәләкәй арбаларын юлға төшөрөп, арттарына ҡарай-ҡарай күҙҙән юғалдылар.

Минең менән рәттән ҡарап торған Сибғәт бабай бик ауыр һуланы ла:

— Шулай!..— тине. — — Шулай!.. — Шахта емерелеү арҡаһында күптән эшләп килгән эшселәрҙең байтағы эшһеҙ ҡалғанда, стажлы эшселәрҙең ҡул аҫтында эшләгән минең кеүек йәш кешенең эшһеҙ ҡалыуы бик мәғлүм һәм тәбиғи ине. Миңә лә бер нисә көн эшһеҙ ҡалырға тура килде. Ләкин эшһеҙ ҡалыу миңә ауыр булып һиҙелмәне. Сөнки мин яңғыҙ. Минең аҡса табыуымды, аҙыҡ алып ҡайтыуымды көтөп торған, ике-өс көн эшһеҙ тороу менән ас ҡаласаҡ семьям юҡ.

Семьялы кешеләр өсөн эшһеҙлектең ауырлығы бик тиҙ һиҙелә. Ата-әсәләренең ем килтергәнен көтөп, ауыҙҙарын асып торған сыйырсыҡ балаларына оҡшаған балалары, байҙың шахтаһы емерелеү менән дә, эшһеҙлек мәсьәләһе менән дә иҫәпләшеп тормайҙар. Уларға бөгөн табып, бөгөн ашатырға кәрәк.

Өс-дүрт көн эшһеҙ йөрөгәндән һуң, миңә лә эш табылды. Мин вашгердта алтын ҡомон йыуыусыларға һыу тартып тороу эшенә ялландым.

Мин өй түбәһенән һыу ағыр өсөн ҡуйылған тимер торба йыуанлығы оҙон тимер торбанан һыу тартып сығарып торам. Шул һыуҙа ике-өс кеше көрәк менән алтын ҡомон йыуалар, һыу тартып тороу ҡомдо йыуыуға ҡарағанда ауырыраҡ булғанға күрә, был эштә күберәк ирҙәр була. Ҡатын-ҡыҙҙар йыуалар.

Йылға буйлап теҙелеп киткән шундай вашгердтар бер нисә тиҫтәләргә тулалар.

Был эш үҙе яҡшы уҡ ауыр булһа ла, берҙән, ер өҫтөндә булғанға, икенсенән, күп кешеләр, шулар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләгәнгә күрә, еңел кеүек күренә.

Бында эш ҡайнай, шуға күрә күңелле.

Эш бик ҡаты ҡарауыл аҫтында бара. Нарядчиктар вашгерд иләгенән йыуылған ҡомдарҙан күҙҙәрен алмай, эшселәрҙең хәрәкәттәрен күҙәтеп кенә торалар. Күрәһең, улар ҡом араһынан самородка килеп сығыр ҙа эшселәр алырҙар, вашгердҡа алтын бөртөктәрен йыйыр өсөн ҡуйылған терегөмөш тирәһенә йыйылған алтындарҙы эләктерер тип ҡурҡа торғандарҙыр...

Уларҙа эшселәргә ышанмаусылыҡ бик көслө. Шуның өҫтөнә йөҙҙәре һытыҡ, үҙҙәрен бик юғары тоталар. Шулай ҙа бында ҡатын-ҡыҙҙар күңелле. Улар үҙҙәренең күп эшләп арыуҙарына ҡарамаҫтан, эш араһында йырлау, бер-береһе, хатта ирҙәр менән уйнауҙан ялҡмайҙар.

Эштәрҙең барышын ҡарау, айырым хәл йыйырға туҡтаған ваҡыттарҙан башҡа ваҡыттарҙа, эшселәрҙе бер минут та тик тормайынса эшләтеү — нарядчиктарҙың бурыстары.

Байҙар килгәндән һуң, был контроллек тағы ла кө¬сәйҙе.

Шулай ныҡлы контроль аҫтында эш ҡайнай. Бына бөгөн шулай эш ҡайнап торғанда:

— Байҙар килә! — тинеләр.

Беҙ баштарыбыҙҙы күтәреп ҡарағанда, теге йәшел түбәле өйҙәр яғынан байҙар менән управляющийҙар аҡрынлап ҡына беҙ эшләгән ергә ҡарай киләләр ине.

Улар беҙгә яҡынлашҡан һайып нарядчиктың йөҙө үҙгәрә башланы. Эшселәргә күҙҙәре менән бойороҡ биргәндәй булып, төрмә ҡарауыллаған боронғо һалдаттарса, вашгердтар эргәһендә ары-бире йөрөргә тотондо. Ул үҙенең эске тойғоһон, байҙарға ярарға тырышыуын үҙенең эсендә генә һаҡлап тора алманы:

— Байҙар килгәндә, ҡулдарығыҙ эштә булһын. Улар һеҙҙе күрер өсөн түгел, бындағы эштең тәртибен ҡарарға киләләр! — тип бойороҡ бирҙе һәм йыуыр өсөн вашгердтар эргәһенә килтерелеп түгелгән алтын песоктарын шунда уҡ бер ергә өйҙөрөп ҡуйҙырҙы.

Эшселәр туҡтауһыҙ рәүештә айырым бер ҡыҙыулыҡ менән эшкә тотондолар.

Байҙар быуаның теге яҡ башынан башлап, һәр бер вашгерд эргәһендә бер аҙ туҡтап, управляющийҙар менән нимә тураһындалыр һөйләшеп бер аҙ торғандан һуң аҡрынлап алға атланылар. Улар шулай аҡрынлап беҙҙең эргәгә килеп еткәнсе сәғәттәрсә ваҡыт үтте. Байҙар килгәндә эшселәр эштә булырға тейеш булғанға күрә, эш туҡтауһыҙ дауам итте. Беләктәр талдылар, күҙ алдары ҡараңғылана башланы. Йөрәктәр йыш-йыш тибеп, тын алыу ауырлаша башланы.

Улар беҙҙең эргәгә килеп еттеләр ҙә тағы туҡтанылар. Уларҙың күҙҙәре беҙгә түгел, иң элек беҙҙең эшкә ташландылар. Нарядсы уларға честь биреп, рапорт яһарға әҙер торған бер кеше хәленә төштө. Ул үҙен ниңәлер улар алдында ғәйепле һанаған бер кеше төҫөнә инеү менән бергә, үҙенең өҫтөнә йөкмәтелгән эштәрҙе һуң дәрәжәлә яҡшы башҡарыуын белдерергә теләгән кеүек, бер беҙгә, бер байҙарға ҡараны.

Байҙар, гүйәки, бында бер кеше лә юҡ кеүек, тик нарядсының баш эйеүенә ҡаршы эйәктәрен ҡаҡтылар ҙа эшселәргә бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр.

Байҙар икәүһе лә кәүҙәгә бер тигеҙ, оҙон һәм пар арғымаҡ кеүек, килбәтле таҙа кешеләр. Уларҙың ҙур, ҡуйы ҡара мыйыҡтары тулы биттәренә матурлыҡ биреп, байлыҡтарын күрһәтеп торғандай күренә.

Өҫ кейемдәре европаса булһа ла, үҙҙәренең татарлыҡтарын, икенсе төрлө әйткәндә, «мосолманлыҡтарын» һаҡлар өсөн, баштарына ҡара түбәтәйҙәр кейгәндәр. Уларҙың шәм кеүек тура булыуҙарынан һис бер эш менән мәшәҡәт күрмәгәнлектәре беленеп тора ине.

Эшселәргә улар алдында эштән туҡтарға тура килмәгәнгә күрә, эш ғәҙәткә ҡарағанда ла ҡыҙыуыраҡ бара. Тимер иләк өҫтөндәге ваҡ таш ҡатыш балсыҡтар йыуылып ситкә ташланалар. Улар үҙҙәрен бик етди һәм эре тоталар, йөҙҙәрендә көләслек, йәки хәлдән тайып барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың биттәренән ағып төшкән тирҙәрен күреп, уларҙы ҡыҙғаныу хисе һәм, ауыр хәлдә икәнлектәрен аңлап, эштән туҡтатып тороу теләге күренмәй. Улар алдында эшселәр үҙҙәрен ниндәйҙер бер ҡурҡыныс нәмәләр алдында торған кеүек хис итеп, үҙҙәрен байҙарға бурыслы һәм, шул бурысты үтәргә тейеш кеүек, айырым бер ҡыҙыулыҡ менән эшләйҙәр.

Күңелдәр уларҙың тиҙерәк китеүҙәрен, сәғәттәр буйынса һис туҡтауһыҙ эшләп арыған беләктәрен ял иттереүҙе көтәләр. Ләкин улар эшселәрҙең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡтан йығылырлыҡ булып арыуҙарын һиҙмәйҙәр, йәки һиҙһәләр ҙә, улар менән иҫәпләшергә кәрәк тапмайҙар, ахыры.

Шул арала теге йәшел түбәле өйҙәр эргәһенән йәйҙең эҫе көнөнә ҡарап кейенгән, сәскәләрҙән-сәскәләргә осоп йөрөгән күбәләктәр кеүек, 8—10 йәштәрендә ике ҡыҙ йүгереп килде.

Уларҙы күреү менән байҙарҙың йөҙҙәре көләсләнде, улар килеү менән, наҙланып һәм иркәлек күрһәтеп атайҙарының итәктәренә һарылдылар.

Уларҙың атайҙары арҡаларынан һөйөп, ҡыҙыл ебәк таҫма менән бант яһалған сәстәренән һыйпаны ла:

— Былбылдарым, шулай балсыҡ араһында йөрөргә яраймы ни? Башығыҙға эҫе ҡабыр бит! Бында ниңә килдегеҙ?— тине. — — Әсәйемдәр һеҙҙе көтәләр. — — Ярай, хәҙер! — Шул ҡыҙҙар килгәндән һуң ғына байҙарҙың береһе түш кеҫәһенән алтын сәғәтен алып ҡараны һәм үҙенең туғанына нимәлер әйтте. Шунан һуң ғына улар аҡрынлап алға киттеләр.

Улар киткәс, эшләүселәрҙең өҫтәренән ауыр йөк төшкән кеүек булып ҡалды һәм улар алыҫлаша төшөү менән, һәр кем эштән туҡтап, арлы-бирле һелкеп, талған ҡулдарын яҙҙылар.

Һәр кем шунда уҡ хәл йыйырға ултырҙы. Тәмәке тартыусылар махорка ҡағыҙҙарын төрә башланылар. Хәл йыйыу араһында һүҙ байҙар тураһында булды. Эшселәрҙән берәү:

— Бына күрҙегеҙме? Беҙҙең байҙар ошолар инде...— тип һүҙ башланы, һәм уларҙың баҫып торған урындарын ҡулы менән төртөп күрһәтеп:— Бына шунда торғаны, теге алтын сәғәтен алып ҡарағаны, Закир исемле, ә тегеһе, теге балаларҙы һөйгәне, Шакир ағай...

Икенсе бер эшсе:

— Ну, үҙҙәрен эре күрәләр ҙә икән һуң... Мин бындай грубыян кешеләрҙе күргәнем юҡ. Беҙ Иванов руднигында эшләгәндә хужа килһә, һис булмаһа башын эйеп иҫәнләшә торғайны. Ә былар беҙҙе бар тип тә белмәйҙәр. Асыуыңдан шартларһың.

— Һинең шартлауыңа уларҙың иҫтәре китер, тип беләһеңме әллә? Үткән йыл Вәли ағайҙы балсыҡ баҫып үлтерҙе, улар уға ә лә тимәнеләр. Еңгә ике балаһын эйәртеп бер нәмәһеҙ, өс йөҙ саҡрым ергә йәйәү ҡайтып китте. Уларҙың күңелдәрендә миһырбан булһа, шуны ҡыҙғанып ярҙам итерҙәр ине. — — Шундайҙарҙы уйлаһаң, черт возьми, йөрәк әллә ни эшләп китә...— Ул ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә, ҡулындағы тәмәке төпсөгөн ергә атып бәрҙе. — Өсөнсө береһе һалмаҡ ҡына тауыш менән:

— Юҡ инде, малай, әллә беҙҙең бәхет юҡ, әллә үҙебеҙ бер нәмәгә лә төшөнмәгәнгә, шулай кеше һеперткеһе булып йөрөйбөҙ? Ә ана улар, үҙҙәре йылына бында бер тапҡыр килеп ҡарап ҡына китәләр. Шулай ҙа бысаҡтары май өҫтөндә.

Тәмәке төпсөгөн атып бәреүсе:

— Нәмә бәхет һөйләп ултыраһың, бәхетте бер кем дә килтереп бирмәй уны. Үҙең табырға кәрәк. Былтыр ғына теге озон буйлы, урыҫса оҫта егет беҙгә һөйләй торғайны бит,— тип нимәлер һөйләргә теләгәйне, уның иптәше ҡаршы төшөп: — — Теге нәмәнең (нарядчикты әйтә) башы ҡарабойҙай һаламы менән ябылған (татарса ла аңлай тимәксе була), теге егетте лә шул әрәм иттерҙе бит... — — Тапҡанһың ҡурҡыр кеше, бына миңә бәйләнеп кенә ҡараһын! — — Ул һинең менән бәйләнеп тормай, тейешле ергә барып әйтә генә икән... — — Әйтһә, сәсрәп китһен. Ҡайҙа булһа ла шундай эшкә ебәрерҙәр, миңә барыбер. — Һүҙ шунда еткәндә, нарядчик сәғәтен ҡарап:

— Ну, егеттәр, һүҙ бөтмәҫ, әйҙәгеҙ эшкә! — тип асыулы тауыш менән әмер бирҙе һәм ҡайһы берәүҙәрҙең эшкә башламай тороуҙарын күргәс:

— Йә, нәмә тағы, арҡағыҙға таш аҫҡан кеүек, ҡуҙғалмай тораһығыҙ? Бында аҡыл һатып, һөйләшеп ултырыр өсөн килдек, тип беләһегеҙме әллә?

Уның был һүҙенән һуң эшселәр барыһы ла эшкә керешһәләр ҙә, эш аралаш ҡайһы берәүҙәр уға бәйләнеп тә алдылар. Ләкин был бәйләнеш оҙаҡҡа бармай баҫылды, тағы ла элекке кеүек эш башланып китте. Нарядчик асыулы ҡиәфәт менән, ҡабырғаны арҡыры тешләгән эткә оҡшаған мыйығын бороп, вашгердтар эргәһендә ары-бире йөрөргә кереште.

Нарядчик ул бөгөн генә түгел, һәр ваҡыт шулай грубый булып, бөтә эшселәргә асыулы кеүек йөрөй, әгәр ҙә үҙе менән эшселәр араһында талаш, тартыш китһә, тырпайып киткән мыйыҡтарын бороп, ары-бире атларға керешә ине. Күрәһең, уның шул ҡиәфәте өсөн байҙар ҙа, управляющий ҙа уны ярата торғандарҙыр.

Бер ҙә уйламағанда «Восьмой» приискыһына Троицкиҙа минең менән бер мәҙрәсәлә уҡыған өс шәкерт килеп сыҡты.

Улар бер нисә приискыға барып, ҡайһы береһендә юллыҡ һәм ашарлыҡ эшләгәндәр ҙә, йөрөй торғас, бында килгәндәр икән.

Уларҙың килеүҙәре минең өсөн бик күңелле булды. Улар приискыға килгәс, йәй тороу өсөн һуң дәрәжәлә күңелһеҙ булған казармала тораһылары килмәне. Шуның өсөн, башҡа сезонниктар кеүек, былар ҙа палатка тектереп, землянкалар артындағы йәшеллеккә палатка ҡороп, шунда тора башланылар. Улар мине лә үҙҙәре менән бергә торорға саҡырғанға күрә, Сибғәт бабайҙар менән иҫәп-хисапты өҙөп, мин дә уларҙың палаткаларына сыҡтым.

Йәм-йәшел үләндәр өҫтөнә ҡоролған, аҡҡош кеүек кирелеп торған ап-аҡ палаткала тороу, билдәле, бик күңеллегә әйләнде.

Минең был яңы иптәштәрем, хәҙергесә әйткәндә, Йылайыр кантонынан, Ирәндек тауҙары эргәһендәге ауылдарҙан башҡорт егеттәре булып, шунан Троицкиға уҡырға барғандар, быйыл ауылдарына ҡайтмайынса, бында эшкә килгәйнеләр.

Хәҙер беҙҙең уртаҡ тормош башланды. Аш бешереү һәм сәй ҡайнатыу өсөн алмашлап беребеҙ палаткала ҡала, ҡалғандарыбыҙ эшкә бара инек. Эш булмаған көндө йыуылған алтын ҡомдары араһынан самородка эҙләргә барабыҙ. Унан ялҡҡас, сахрала йөрөйбөҙ.

Был араларҙа беҙҙең эшһеҙ көндәр байтаҡ булды.

Фәйзулла ҡурай уйнарға оҫта ғына икән. Ул тик тороуҙың күңелһеҙлеген ҡаплар өсөн, ҡайҙандыр ҡурай табып алып ҡайтты. Ул үҙенең өҫкә ирене менән ҡурайҙың башын ябып, иренен ҡалтырата-ҡалтырата уйнай. Шакир «Ирәндек» көйөн һәм башҡаларҙы йырлап уға ҡушыла, беҙ уларҙың ҡурай уйнап йырлауҙарын тәрәй уйға ҡалып тыңлай инек.

Ҡурай, йыр беҙҙең палатка эргәһен йәнләндереп ебәрҙе. Күрше палаткалағы эшселәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҙа беҙҙең эргәгә йыйылып, күңел аса торған булып, үҙенә күрә бәләкәй генә бер концерт төҫөн ала торғайны.

Көн аяҙ. Ҡояш Урал тауҙарына ҡарап түбән төшәп бара. Ул хәҙер беҙгә ҡарай артына әйләнеп көлөп, китеп барған кеүек күренә.

Бөгөн дә эшкә бара алмаған кешеләр ҡапыл ғына ниңәлер приискынан һөҙәкләнеп, юғары күтәрелгән ҡыр өҫтөндәге ваҡ ҡына ҡайынлыҡҡа ҡарап йүгерешә башланылар.

Уларҙың ашығып йүгереүҙәренә ҡарағанда, ҡайынлыҡ эсендә ниндәй ҙә булһа мөһим бер ваҡиға булыуы күренеп тора ине. Беҙ ҙә палатканан сығып, ашыға-ашыға шулай ҡарай йүгерҙек.

— Нимә бар унда?

Ашығып барыусыларҙың береһе бик ҙур әһәмиәт биреп:

— Ат башындай алтын табылған,— тине лә беҙҙе уҙып китте. — — Үҙен күтәреп тә булмай икән!—тигән һүҙҙе өҫтәне. — — Ат башындай алтын! — Беҙ барыуыбыҙҙы аҡрынайта төштөк тә «ат башындай алтын» тураһында һөйләшә башланыҡ.

— Нисек табылды икән? — — Уны табыусы ниндәй бәхетле кеше!.. Башҡалар бында күгәрсен йомортҡаһы тиклем самородка таба алмайҙар, ә ул кеше ат башындай алтын тапҡан! — Халыҡ телендә «ат башындай алтын бирһәң дә, ул эште эшләмәм» тигән һүҙ йөрөһә лә, ваҡиғала ер аҫтынан ат башындай алтын табылыуына күп кешеләр ышанмайҙар, ә үҙҙәре шулай булһа ла, шуны күрергә ашығып йүгерәләр.

Тауға ҡаршы ашығып бара торғас, беҙҙең хәлдәр бөттө. Ҡайһы берәүҙәре тындары бөтөп, артта ҡала башланылар.

Ниһайәт, беҙ бара торғас, ваҡ ҡына ҡайынлыҡ араһындағы ялан ергә барып сыҡтыҡ.

Унда йыйылған халыҡ төркөмө түңәрәкләнеп, иҫтәре китеп ҡарашып торалар.

Беҙ кешеләр төркөмөнә барып етеү менән, «ат башындай алтын»ды тиҙерәк күрәһебеҙ килеп, ҡыҫыла-ҡыҫыла уртаға индек һәм күҙҙәребеҙҙе майҙан уртаһына аттыҡ.

Иң тәүҙә бәләкәй генә майҙан уртаһына йәйелгән ҡып-ҡыҙыл персидский балаҫ өҫтөндә ултырған байҙарға күҙебеҙ төштө.

Ни күҙебеҙ менән күрәйек, ысынлап та байҙарҙың алдында — ат башы тиклем ҡыҙғылт һәм ҡытыршы бер таш. Ул ғына түгел, шул ҙур киҫәк эргәһендә йоҙроҡ һәм унан бәләкәйерәк тағы бер нисә киҫәк ҡыҙғылт нәмәләр торалар.

Был нәмәләрҙе үҙ күҙебеҙ менән күргәс, беҙҙең ғәжәпһенеү тағы ла артты. Кешеләр алтын киҫәктәрен тағы ла яҡынданыраҡ күрер өсөн бер-береһен этеп алға йыйылыша башланылар. Ләкин ошонда каналға ҡуйылған стражник кешеләрҙе ситкә ҡыуырға тотондо. Кешеләр артҡа сиктеләр. Беҙҙең күҙҙәр һаман да алтын киҫәктәрендә: уларҙың иң ҙурыһы ысынлап та ат башы тиклем булһа ла, ул саф алтын булмай, тимер рудаһы кеүек ҡыҙғылт саңға мансылған таш менән аралаш булып, шул таштың араһынан йүгергән бармаҡ йыуанлығы алтын тамырҙары күренеп торалар ине. Бәләкәс кенә киҫәктәрҙә лә алтын шулай уҡ ҡыҙғылт таш менән аралашҡан.

Был ат башындай алтын, үҙенең бәләкәй генә балалары кеүек булған бәләкәй алтын киҫәктәре менән, өс сирек самаһында ғына тәрәнлектән, сиҙәм аҫтынан сыҡҡан икән.

Ат башындай алтынды табыусы — Урал яғынан килгән башҡорт ағайы. Ул һаман байҙар, стражник ҡарамағы аҫтында шул эргәне ҡаҙый. Хәҙер ул үҙенең арыуын да, ашау-эсеүен дә онотҡан кеүек күренә.

Кем белә, ул үҙенең шундай ҙур хазина табыуы шатлығы менән эсенән әллә нәмәләр уйлай торғандыр.

Ул шулай ашығып, бөтә көсөн биреп ҡаҙый. Уның маңлайынан ағып төшкән тирҙәре саңға мансылған йөҙөндә эҙ ҡалдырып, түбән ағып төшкәндәр.

Байҙар үҙҙәренең күҙҙәрен алдарында ятҡан ат башындай алтын өҫтөнән ер ҡаҙыусы башҡорт ағайы алдына төшөргәндәр. Ат башындай ғына алтын уларҙы ҡәнәғәтләндереп бөтмәй, күрәһең. Уларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ юҡ. Улар ни өсөн шатлана алмай торғандарҙыр, уны кем белә?

Бер аҙҙан һуң, байҙарҙың ҙурыһы стражникты эргәһенә саҡырып, уның ҡолағына нимәлер әйтте. Стражник шунда уҡ ҡарап тороусыларҙы был ерҙән китергә ҡушып ҡыуырға кереште.

Беҙ көлә-көлә ҡайтып киттек. Байҙар асыулы күҙҙәре менән Иран балаҫы өҫтөндәге ат башындай алтынға ҡарап ҡалдылар.

Беҙ хәҙер яйлап, рәхәтләнеп ҡайтабыҙ.

Юлда ҡайтып барыусыларҙың ауыҙҙарында тик шул «ат башындай алтын» тураһында һүҙ бара.

— Вәт малай, ат башындай алтын ҡайҙа ғына ятҡан бит! Беҙ шуның өҫтөнән атлап йөрөгәнбеҙ! — — Уны табыусы ағай бәхетле инде! Ул бөгөндән һуң бер ҙә эшләмәһә лә тора алыр. Уның ҡалған ғүмеренә етерлек наград бирерҙәр... — — Күпме булыр икән? — — Алтынды таштарынан айырып алып үлсәгәс, беленер әле.

— Миллион тәңкәлек алтын барҙыр унда! — — Миллион булмаҫ булыуын да, шулай ҙа күп булыр инде. — — Тик торған ерҙән байҙарға шул тиклем алтын инһең әле, ә?—тигән һүҙҙәр ағып торалар. — Беҙ иптәштәр менән башҡорт ағайына осраған бәхеттең беҙгә лә осрауын өмөт итәбеҙ. Беҙҙең күңелгә хәҙер һәр ерҙә алтын булыр кеүек күренә. Шуға күрәлер инде, беҙҙең бер иптәш юлда осраған ҙурыраҡ ҡыҙғылт таштарҙы ҡулына алып әйләндереп-әйләндереп ҡарай ҙа ташлап китә.

Бөгөн киске сәй ваҡытында һәр бер палатка, һәр бер землянка һәм казармаларҙа шул «ат башындай алтын» тураһында һүҙ бара торғандыр инде.

Киске сәйҙе ҡайнатып эсергә ултырыу менән, беҙҙең дә беренсе һүҙ шунан башланды. Беҙҙең Шакир тигән иптәшебеҙ бер ҡатлы асыҡ кеше ине. Ул һүҙ араһында:

— Ну, малай, шул алтын миңә табылһа, мин ни эшләргә белер инем!—тине.

Уның был һүҙе беҙгә бик ҡыҙыҡ тойолдо. Беҙ унан:

— Йә, шул алтын һиңә табылһа, ни эшләр инең? — тип һораныҡ. Ул бер ҙә уйлап тормай: — — Темәскә ҡайтып, бик шәп йорт һалдырыр инем дә ... фәлән байҙың ҡыҙын алып, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, аҙна-ун көн бик яҡшы һыйлап, үҙегеҙгә аҡсалар биреп, Троицкиға уҡырға ебәрер инем,— тине. — Беҙ уның был һүҙенән көлөштөк һәм:

— Ул бай һиңә ҡыҙын бирерме икән һуң?— тигән һорауҙы бирҙек.

Ул һаман да ошолай бик ғади иттереп:

— Бирмәй ни,— ти,— аҡсаң күп булһа, үҙҙәре саҡырып бирерҙәр...— ти. — — Уның ҡыҙын күргәнең бармы ни һуң? — — Уҙған йәй беҙ уларға утын ташығайныҡ. Шунда ул беҙҙән ҡасмай йөрөнө. Беҙҙең менән һөйләшеп тә торҙо. Үҙе тап мәрйә ҡыҙы кеүек: оялып-нитеп тороуҙы уйына ла килтереп сығармай. — Уның был һүҙҙәренән беҙ тағы ла көлөштөк. Ләкин ул беҙҙең көлөшөүебеҙгә асыуланыу түгел, үҙе ҡатышып китте:

— Бәй! Уның нәмәһенән көләһегеҙ? Улай булғас, шундай алтын тапһағыҙ, һеҙ ни эшләр инегеҙ?

Лотфулла аҙ ғына уйлап торҙо ла:

— Мин бөгөндән Троицкиға ҡайтып, бер ергә лә китмәй, йәйен-ҡышын шунда ятып уҡыр инем,—тине.

Шакир уға ҡаршы:

— Пүстәкте уйлайһың. Шундай күп аҡсам булһа, баш ватып уҡып тораммы һуң!—тине. — — Бер ҙә пүстәк түгел. Бер уҡып сыҡһаң, дүрт яғың ҡибла булып, ғүмергә бер эш тә эшләмәй ятаһың бит! — Алтын табылыу тураһында һөйләшә торғас, ысынлап та беҙҙең кеҫәлә хәҙер үк алтындар тулып ятҡан кеүек булып китте.

— Ә һин һуң ни эшләр инең?— тип минең дә уйымды һоранылар. — — Табылмаған алтын менән ни эшләйһең? — — Юҡ, бәлфараз табылһа? — Улар шулай тигәс, яуап биреү тураһында ауыр хәлдә ҡалдым. Үҙемде уларға яуап бирергә мәжбүр кеүек һиҙҙем. Улар әйткәнсә, шулай «ат башындай алтын» түгел, бәхеткә ҡаршы берәр ҡул киҫәге тиклем алтын табыла ҡалһа, нәмә эшләр инем икән тигән уйға төштөм.

Мин инде был ваҡытта ҡайҙандыр ҡулға төшөрөп Ҡәюм Насыриҙың «Йәғрәфиәи ҡәбир»ҙе һәм Төркиәлә баҫылған ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе уҡып тәрәҡҡиләшә башлағайным. Шуларҙы уҡыу минең күңелемдә ситкә китеү, хатта мөмкин булһа, Истамбулға барып уҡыу фекерен тыуҙырғайны. Ул ваҡытта урыҫтарҙың тәртипле мәктәптәре беҙгә сит. Ярлы эшсән башҡорт, татар балалары ул мәктәптәргә яҡын да килмәйҙәр. Шуның өсөн аҙыраҡ ғәм күреп тәртипле мәктәптә уҡыйым тиһәм, Төркиәгә китергә тура килә ине.

Иптәштәрҙең һорауы уңайы менән минең шул теләгем күҙ алдыма килеп баҫты һәм миңә лә берәр көндә алтын табылырҙай булып китте лә:

— Әгәр миңә шундай алтын табыла ҡалһа, һеҙҙең менән уртаҡлашыр инем дә, үҙемә тейгән өлөшөмдө аҡсаға әйландереп, Истамбулға уҡырға китер инем,— тинем.

— Ниңә унда китәһең, бында ярамаймы ни?— тиҙәр. — — Унда уҡыуҙар бик шәп, ти, унда төрлө фәндәрҙе уҡыта торған мәктәптәр бар икән. — — Троицкиҙағы беҙҙең ишан хәҙрәт мәҙрәсәһенән дә шәпме икән ни? — — Ниңә шәп булмаһын, ти, шәп! — Алтын табылһа, ни эшләү фекерен әйтеү сираты Фәйзуллаға етте. Беҙ уға ҡарап:

— Йә, Фәйзулла, алтын тапһаң, һин нимә эшләр инең?— тинек. — — Мин үҙ өлөшөмә тейгән алтынды алыу менән ауылға ҡайтып, шунда тора башлар инем. — — Һин бигерәк тә пүстәкте уйлайһың,— тине Лотфулла. — — Ниңә пүстәк булһын?— ти. — — Пүстәк булмай ни, кеше уҡыуҙы ташлап, ауылға ҡайтамы һуң? Ауылда ни ҡыҙыҡ бар унда? — Ат башындай алтын таба ҡалһаҡ, үҙебеҙҙең ни эшләргә теләгән фекерҙәребеҙҙе яҡлап бик оҙаҡ һөйләш¬әндән һуң ғына аҡ палатка аҫтында йоҡоға киткәнбеҙ.

Иртән тороуға кис беҙҙең һөйләгән хыялдарыбыҙ күңелдәребеҙҙән йыуылып алынып ташланған бер хәлдә эшкә киттек.

Эш араһында һаман шул ат башындай алтын тураһында һүҙ бара ние.

Эшселәр араһында кисә табылған алтындарҙы таштарҙан айырып үлсәгәс, бер бот та утыҙ биш ҡаҙаҡ саф алтын сығыуы һөйләнә, был эшкә һаман да һәр кем хайран ҡала ине.

Алтындың бер бот та утыҙ биш ҡаҙаҡ икәнен ишетеү менән һәр кем бер-береһенән:

— Ә уны тапҡан башҡорт ағайға күпме, нисә мең һум наград бирерҙәр икән һуң?— тип һораша башланылар.

«Бер йөҙ һум наград биргәндәр икән» хәбәре ошонда уҡ таралып өлгөрҙө.

— Булғаны бер йөҙ һуммы?

— Эйе, бер йөҙ. Мин ул ағайҙың үҙен күрҙем, уның үҙенең ауыҙынан ишеттем.

– Аҙ, бик аҙ. Ат башындай алтын табып биргән бер кешегә йөҙ һум наградмы ни ул! Һис булмаһа бер мең һум бирергә кәрәк ине.

Башҡорт ағайға йөҙ генә һум наград бирелеүенә һәр кемдең эсе бошто. Һәр кем байҙарҙың ҡомһоҙлоҡтарына аптырап ҡалды:

— Оятһыҙҙар! Улай иткәнсе, лутсы бирмәҫкә кәрәк ине. — — Башҡорт ағайға уны алмаҫҡа, үҙҙәренең йөҙҙәренә бәреп китергә кәрәк ине! — — Алмаһаң, байҙарҙың иҫтәре китер, тип беләһеңме әллә? — — Әйҙә, алһын. Сусҡанан бер бөртөк ҡыл! — тип эшссләрсә һүгенеп тә алдылар. — Беҙ кисен эштән ҡайтҡас, тағы шул алтын тураһында һүҙ башланыҡ һәм аҡсаға әйләндергәндә күпме буласағын иҫәпләргә керештек. Иң элек Лотфулла, бармаҡтары менән һанап:

– Мыҫҡалы биш һумдан! Бер мыҫҡалы биш һум, ун мыҫҡалы йөҙ һум...

– Вәт дурак, ун мыҫҡалы йөҙ һум булһын ти! Илле һум тиң!

— Ну, илле һум булһын. Бер ҡаҙаҡта нисә мыҫҡал була әле? — — Туҡһан дүрт... — — Юҡ, туҡһан алты мыҫҡал була. — — Ну сама менән әйткәндә, йөҙ мыҫҡал булһын, ти. Йөҙ мыҫҡал алтын бишәр һумдан биш йөҙ һум була. Вәт ҡайҙа китә ул. — Бер аҙ һанағас та беҙҙең бармаҡтарҙың һаны бөттө. Аҡсаның һаны бик күпкә китә башланы. Ептең осон юғалттыҡ, һандарҙы һаташтыра башланыҡ.

Шакир бик оҙаҡ уйлап торғандан һуң:

— Ун мең һум бер миллион була түгелме?—тине.

Беҙҙең ҡайһыбыҙҙыр уға ҡаршы:

— Юҡ, мең ерҙә мең миллион була,— тине.

Һандың былай күпкә китеүе беҙҙең баштарыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ әйләндерҙе.

Беҙҙең ҡара иҫәпкә ҡарағанда «ат башындай алтын» бер иҫәпләгәндә йөҙ мең, икенсе иҫәпләгәндә әллә нисә миллионға китте. Нисек тә ул аҡсаларҙың күплеген беҙҙең баштар һыйҙыра алманы. Шуның өсөн иҫәпләүҙе ташланыҡ.

Лотфулла башын һелкеп:

— Вәт әй, байҙар тик торғанда теге ағай уларға ниндәй ҙур хазина табып бирҙе. Ә уның үҙенә булғаны йөҙ һум биргәндәр,— тине.

— Тик торғанда ул да ярай инде.

— Ниңә тик торһон ул? Ерҙе ҡаҙып алтынды табыусы ул бит.

— Ә ер кемдеке? — — Байҙарҙыҡы... — — Ырымбурҙа торған байҙарға ҡайҙан килһен, ти, ул ер?

— Ысынлап та, ер кемдеке?

Беҙ ул ваҡытта үҙебеҙҙең был һорауҙарыбыҙға яуап бирә алманыҡ. Сөнки ер мәсьәләһе һәм социализм тураһында беребеҙ ҙә бер нәмә лә белмәй һәм бер китап та уҡымағайныҡ.

Шуның өсөн «ер кемдеке?» һорауы яуапһыҙ ҡалды.

Һунғы ун-ун биш көн эсендә беҙ приискынан бер саҡрым самаһы болонлоҡта (туғай һымаҡ ерҙә) дүртебеҙ бергә разведкала йөрөнөк.

Аршыны егерме тин көмөштән ер аҫтына туранан-тура түңәрәк тишек (шурф) ҡаҙып төшәбеҙ. Ғәҙәттә, алтын була торған балсыҡ ҡатламына еткәс, бер-ике бадьян балсыҡты йыуып ҡарайбыҙ. Был эштәр, билдәле, штейгер ҡарамағында эшләнә. Ҡайһы ерҙә бер доля алтын бөртөк сыға, йәки бер ҙә сыҡмай, шуға ҡарап, шул урынға бағана ултыртып, билдә ҡуйып китәбеҙ. Һуңынан ул ерҙә алтын ҡаҙытыу файҙалымы-түгелме, уны байҙар үҙҙәре беләләр. Беҙҙең унда эшебеҙ юҡ. Ләкин был разведка эше беҙҙең өсөн шәп «кәсеп» булып төштө. Һәр көн кеше башына берәр һум төшөрөп кенә торабыҙ.

— Бер һум!.. Был аҙ аҡса түгел,— тибеҙ.

Ун-ун биш көн эсендә болон ҡып-ҡыҙыл тупраҡ өйөмдәре менән сыбарланды. Алты-ете аршын тәрәнлектәге ҡойолар бер нисә тиҫтәгә тулды. Беҙ хәҙер үҙебеҙҙе приискының ысын эшселәре ҡатарынан иҫәпләп йөрөй башланыҡ.

Шәмбе көн аҡса алабыҙ.

Шуны алыр өсөн Фәйзулла менән Лотфулла кантурға киттеләр. Беҙ Шакир менән ер усаҡта аш бешереп ҡалдыҡ.

Ана, улар ҡайтып киләләр. Малайҙар бик шат күренәләр. Ахыры, беҙгә аҡса тейгәндер.

Беҙ икебеҙ ҙә аяғүрә баҫып уларҙы ҡаршыланыҡ:

— Ну, күпме аҡса тейҙе?

Улар тел менән яуап бирмәй, сатырға инделәр, ашъяулыҡ өҫтөнә аҡсаларҙы аҡтарып ебәрҙеләр. Бер устай көмөш тәңкәләр өҫтөнә, шулар араһында бишәр һумлыҡ бер нисә алтын тәңкәләр ялтырап торалар.

Фәйзулла һанарға тотондо. Иң элек алтын тәңкәләрҙе алып:

— Бер, ике... алты... барыһы утыҙ тәңкә,— тип бер яҡҡа ҡуйҙы. Көмөштәрҙе һанағас, утыҙ ике һум ҡырҡ тин булдылар.

— Алтмыш ике һум ҡырҡ тин...

Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Ун биш көндә шул тиклем аҡса эшләгәнбеҙ, был бит аҙ түгел!

Фәйзулла менән Лотфулла бер-береһенә ҡарашып алғандан һуң:

— Һеҙгә яңы хәбәр әйтәйекме?— тинеләр. — — Әйтегеҙ, ниндәй хәбәр? — — Беҙгә Орский яғына разведкаға барырға ҡушалар. Беҙгә кәрәк булған бөтә ҡорал һәм аттарҙы кантур үҙе бирә. Ә эш хаҡы былай: биш аршын тәрәнлеккә тиклем аршыны 20 тин, унан ун аршын тәрәнлеккә тиклем —25; егерме аршынға тиклем аршыны 30 тин; унан да тәрәнгә китһә, 30 аршынға тиклем, аршыны 35 тин. — — Ә унан да тәрәнгә китһә? — — Унан да тәрәнгә китмәҫ,— тиҙәр. — — Ҡасан китергә? — — Иртәнән һуңға китергә. Беҙҙең менән барасаҡ штейгер беҙҙе бик өндәй. Унда һеҙгә яҡшы булыр, ти, мин һеҙҙе кантурға үҙем әйттем, ҡәҙерен белегеҙ, ти.

Беҙ һөйләштек-һөйләштек тә барырға ҡарар бирҙек. Беҙ инде иртәнән һуңға китербеҙ!..

Иртәнгеһен беҙ эшкә бармай, үҙебеҙ менән алып китәсәк нәмәләрҙе, арбаларҙы һәм ҡоралдарҙы ҡабул итеү менән көн үткәрҙек. Беҙҙең сәфәр кәрәк-яраҡтары әҙерләнеп бөттө. Йөрәктәр ниңәлер йыш тибәләр.

Кис менән мин семьялылар казармаһына Сибғәт һәм Сәлим бабайҙар менән күрешеп китергә барҙым.

Мин казармаға барып инеүгә, уның Сәлим бабайҙар тора торған яҡ башында байтаҡ кешеләр йыйылышып нимә өсөндөр аптырашта торалар һәм кемделер ҡыҙғанып һөйләшәләр ине. Мин тура шул кешеләр эргәһенә барҙым. Сәлим бабайҙың ҡатыны мине күреү менән: «Ағайың имгәнде бит»,— тине лә күҙҙәрен йәшләндерҙе.

— Нисек, ҡайҙа имгәнгән?

Ул йәшле күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп:

— Яңылышлыҡ менән юғарынан ағас төшөп, шуның бер башы уның ҡулбашына килеп бәрелгән. Ярай әле башына төшмәгән. Башына төшкән булһа, шунда уҡ үлер ине,— тинеләр.

Уның ыңғырашҡан тауышы әллә ҡайҙан уҡ ишетелеп тора ине.

Мин Сәлим бабайҙың эргәһенә барҙым. Уның эргәһендә Сибғәт бабай һәм уның ҡатыны һәм башҡа бер нисә кеше ҡулдарын ыуып, ни эшләргә белмәй торалар.

— Ҡулбаш һөйәге сыҡҡандыр?

— Әллә ҡулбаш һөйәге һындымы икән?—тип һөйләшәләр ине.

Сәлим бабай салҡан төшөп ята, үҙе һаман һыҙлана, һыҡрана ине.

Хәҙисә ҡарттарҙың әйтеүе буйынса бер иҫке күлдәкте йыртып килтерҙе. Уны тоҙло һыуға мансып, Сәлим бабайҙың ҡулына һәм ҡулбашына бинт яһанылар. Был ваҡытта уның һыҙланыуына күп күҙҙәрҙән йәш килде. Хәҙисә сыҙай алмай, мейескә ҡарай әйләнеп илай башланы.

Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына Сәлим бабайҙың һыҙланыуы кәмей төшкән кеүек булды ла, тирә-яғына ҡарап алды, Шунан һуң күҙе миңә төштө.

— Һаумы әле?

— Яҡшы әле. Һеҙгә күрешеп китергә килгәйнем дә, һеҙ бик ҙур күңелһеҙлеккә осрағанһығыҙ икән... — — Шулай булды инде... Ҡайҙа китәһең? — — Разведкаға... — — Хәйерле булһын... Ҡайтҡанда беҙгә төш. — — Ярай... — Мин уны оҙаҡ тороуым менән борсомаҫ өсөн, күрешеп китергә булдым. Ул миңә һул ҡулын һуҙҙы. Уның сөйәлле ҡулы ут кеүек ҡыҙыу ине. Күҙгә ҡараны ла:

— Һау бул...— уның күҙе йәшләнде, мин тағы иҫәнләшеп, башымды эйеп, уның эргәһенән киттем.

Сибғәт бабайҙар, әбейҙәр һәм башҡаларҙың барыһы менән дә күрештем. Улар барыһы ла мине үҙҙәренең иң яҡын кешеләре кеүек ҡайта-ҡайта күрешеп, ҡайтҡанда үҙҙәренә төшөргә ҡушып оҙатып ҡалдылар.

Мин казарманан сыҡҡанда, ҡараңғы төшкән булып, ҡаршымда бер ҡарасҡы тора ине. Текләп ҡарағас, уның Хәҙисә икәнеп белдем.

— Китәһеңме ни?

— Китәм шул... — — Ниңә китәһең инде? Бында ла эш бар бит. — — Шулай ҙа иптәштәр менән китергә уйланым. — — Кире бында ҡайтаһыңмы һуң? — — Беҙ бер-ике айҙан ҡайтырбыҙ. — — Беҙгә төшөрһөң инде. — — Ярай... — Бер аҙ ғына һөйләшкәс, мин уға ҡулымды һуҙҙым. Ул ҡулын биреү менән бергә, миңә бер ҡағыҙ ҙа тотторҙо. Уның ҡулы эҫе, ләкин ҡулға рәхәт бирә торған эҫе ине.

Ул ҡағыҙҙы биргәс:

— Түлкә бер кешегә лә әйтмә, зинһар, кеше белмәһен! — тине.

— Әйтмәм, бер ваҡытта ла әйтмәм.

Тағы ла күрештек. Казарманан кемдер сыҡҡас, ул артҡа сигенде. Мин башымды эйҙем дә унан айырылып ҡараңғыны ярып үҙебеҙҙең сатырға ҡайттым.

Мин ҡайтҡанда, иптәштәр ятҡандар ине. Сатыр алдындағы ут яҡтыһында Хәҙисәнең биргән яҙыуын уҡыным. Ул был хатты биргәндә: «Түлкә бер кешегә лә әйтмә, зинһар, кеше белмәһен»,— тигәйне бит. Мин дә кешегә әйтмәҫкә вәғәҙә бирҙем. Шуның өсөн ул был хатҡа нимәләр яҙғанын был урынға теркәмәҫкә булдым. Сөнки мин ул хатты бында яҙһам, Хәҙисәгә биргән вәғәҙәмде лә боҙған булыр инем. Ул был хикәйәне уҡый ҡалһа, миңә асыуланыр, һис булмаһа үпкәләр ине.

Иртәгеһен беҙ бөтә ҡоралдарҙы, сатырҙы һәм үҙебеҙ өсөн кәрәк булған аҙыҡтарҙы тейәп, шағирҙың алтын приискыһынан көньяҡ-ҡояшбайышҡа ҡарап сығып киттек. Көн матур, сикһеҙ матур ине.

Прииск аҡрынлап артта ҡалды. Шуның менән бергә унда минең йөрәгемдең бер киҫәге ҡалған кеүек булғанға күрә, прииск бейек ҡырҙың артында ҡалып юғалғансы, ҡарап барҙым.

Шулай прииск артта ҡалған кеүек, минең ғүмеремдең дә бер киҫәге шунда өҙөлөп ҡалды.

Сахра кешене йырлата, күңелләндерә бит. Беҙҙең иптәштәр йырлай башланылар. Тик мин генә уйланып бара инем.

Уларҙың йырҙарын ярылырҙай булып шылтыраған ҡыңғырау тауыштары бүлде. Беҙ артыбыҙға әйләнеп ҡарауға унан өсәр ат егелгән өс көймә (повозка) килә, ерҙе емерерҙәй булып шәп киләләр ине. Беҙҙән алда барған штейгер (ул тарантаста бара ине) көймәле кешеләрҙе күреү менән, башлап үҙе юлдан сыҡты ла, беҙгә лә юлдан сығырға ҡушты.

Беҙ юлдан сығып та өлгөрмәнек, көймәләр беҙҙең эргәбеҙҙән үтеп киттеләр. Штейгер аяғүрә баҫып, уларға честь биреп ҡалды. Ләкин улар ләм-йәлтәфит (илтифатһыҙ) үттеләр.

Көймәләрҙең өҫтәре ҡайтарып һалынғанға күрә, ул көймәләрҙә кемдәрҙең барын беҙ асыҡ күрҙек. Унда прииск хужалары һәм уларҙың ҡатындары һәм балалары ине. Беҙ улай-былай юлға төшкәнсе улар күҙҙән яҙҙылар. Тик саңдары ғына күренә башланы. Шунда штейгер беҙгә ҡарап:

— Шакир, Закир Садиковичтар... Улар Балҡан приискыһына баралар,— тине.

— Шулай, Шакир, Закир Садиковичтар. Ну үҙҙәре лә йөрөй беләләр ҙә һуң!

Минең иптәштәр байҙар тураһында штейгер менән һөйләшәләр. Ләкин мин уларҙың һүҙҙәрен бер ҙә ишетмәгән кеүек, уйҙа барам.

Күҙ алдында прииск, казармалар, землянкалар, «ат башындай алтын», бөтә эшләгән иптәштәр, Сибғәт бабайҙар, Хәҙисә, теге ямау ямап ултырған ҡатындар баҫып торалар.

Сәлим бабайҙың кисәге һыҙланыуҙары ҡолаҡ төбөмдә яңғырап торғандай булалар...

Был яңғырау әллә яңы ғына үткән ҡыңғырауҙар тауышы, әллә Сәлим бабайҙың һыҙланыу тауышы — мин уларҙы айыра алмайым...

Йылдар үттеләр. Приискыла эшләгән көндәр артта ҡалдылар. Тик ундағы күренештәр, эшселәрҙең ауыр тормоштары, уларҙың төрлө һәләкәттәргә осрауҙары, «ат башындай алтын»дар, Сәлим бабайҙың имгәнеп һыҙланыуҙары, байҙарҙың кәйеф-сафала йөрөүҙәре һаман да күҙ алдымда торалар.

Йылдар үткәндән һуң ғына «Дәрдмәнд» имзаһы менән яҙылған шиғырҙарҙың эйәһе «Закир әфәнде Рәмиев» булып, уның шул уҡ приискыларҙың хужаһы икәнен белдем. Беҙ «шағирҙың алтын приискыһында» эшләгәнбеҙ икән. Теге меңәрләгән эшселәр барыһы ла Дәрдмәндтең хазинаһын байытыусылар булған икән.

Ләкин ул үҙенең шиғырҙарында бер ваҡытта ла уларҙы иҫкә алмай. Күрәһең, уның «шәреҡ ғишҡы» менән янған йөрәге улар өсөн тибә алмаған. Ул һаман үҙ синыфы өсөн генә яна:

Янды Мәжнүн, янды Фәрһәт,

Бер янып ат алдылар,

Мин ғәрип мең ҡат янып та

Яндыға һаналманым,—

ти. Ул уларҙың көсөнән файҙаланыуҙы шиғри ҡалыпҡа һала:

Әгәр илгә таратһаң бер хазина,

Бер аҡсанан төшәр һәр өй беренә,

Бер аҡсанан әгәр алһаң уларҙан,

Булыр һәр кемдә хасил бер хазина, —

тип, улар араһында хазиналар яһауҙы үҙенең фәлсәфәһе итеп ала.

Ул үҙенең «дәүләтенә» ҡарап, хоҙаһына шөкөр итә:

Ни ҙур был дәүләт кем — шөкөр итәм чуҡ,

Минең бер кемде йәбер ҙә иткәнем юҡ...—

ти. һәм эшселәрҙе тиргә батырып эшләтеүҙәрен йәбергә һанамай.

Ул үҙенең аш бешереүсеһенең ҡаймаҡ ашауынан шикләнә:

Ашсы ҡаймаҡты ҡапҡан,

Мәсегә яла яҡҡан:

Ышанырмы икән байы,

Ни әйтер абыстайы!? —

тип, бер ҡабым ҡаймаҡ өсөн аш бешереүсегә ышанмауын белдерә.

Ул үҙенең дәүләте ҡулынан киткәнгә, эшсәндәр хужа булғанға һуң дәрәжәлә ҡайғыра:

Илаһи ҡалмаһын көнөң уларға:

Малыңды алһалар, һат башҡаларға;

Бөгөн биргәндәреңде лә кире ал!..

Ләкин ул малын башҡаларға, сит ил байҙарына һата алманы һәм «биргәндәрен» кире ҡайтарып ала алманы, буғай. Шуның өсөн уның боронғо шатлыҡтары юғала:

Беҙ генә инек беҙ, ғәйреләр ят ине,

Бер ерҙә инек даим, күңелдәр шат ине.

Революция капиталды һәм уның хужаларын тар-мар иткәс улар таралалар. Инглиз, француз, урыҫ байҙарының Уралдағы рудник, алтын приискылары менән «шағирҙың алтын приискылары» ла эшселәр хөкүмәте ҡулына күсәләр.

Хәҙер уларҙа яңы эштәр эшләнә, яңы ҡалыпҡа йырҙар йырлана, көслө машиналар шаулай. Уралда хәҙер Магнитостройҙар бара...

Ҡара тупраҡ тулы мазлум нидаһы,

Улар кемдәр?.. Улар кемдең нидаһы?..

Ләкин инде хәҙер ул ерҙәрҙә мазлум нидаһы түгел, гигант заводтар ҡысҡырыуы ғына ишетелә.