0%

Хәтер көнө. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Хәтер көнө. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.05.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Хәтер көнө бөгөн. Әсәйемдең
Киткән көнө фани донъянан…
Нисек, әсәй, иҫкә алырға һуң,
Әгәр бер ҙә иҫтән сыҡмаһаң?

Табын йыйып, кеше саҡырырбыҙ,
Аят уҡып, хәйер бирербеҙ,
Мир алдында бурыс атҡарырбыҙ,
Ҡәбереңә барып килербеҙ.

Һин киткәндән алып күңелемә
Ояланып алды етемлек,
Тынысланып, онотолор өсөн
Ваҡыт үтте кеүек етерлек.

Һине уйламаған сәғәт һирәк,
Һине иҫләмәгән көнөм юҡ,
Фатихаңды, әсәй, биреп киттең,
Борсолорға, беләм, урын юҡ.

Йылдар үткән һайын йөрәк йылың
Кәрәклерәк миңә, әсәйем,
Ғүмер буйы һинең аҡыл менән,
Һинең кәңәш менән йәшәйем.

Бәлки, дөрөҫтөр ҙә йылына бер
Иҫкә алыу хәтер көнөндә?
Кисер, әсәй, һиңә тынғы бирмәй
Уйлап торһам көнөн-төнөн дә?

Беләм, әсәй, риза булып киттең –
Мин үҙемдән риза ҡалманым:
Тере саҡта ниңә, донъя ташлап,
Тағы бер ҡат ҡайта алманым?

Мин тағы бер әгәр ҡайтып килһәм,
Һин тағы бер һөйөп-яратып
Бәхет теләр инең тағы бер ҡат,
Тағы бер ҡат… Мине оҙатып

Бер ҡосаҡлап, әсәй, үбер инең…
Үкенермен мәңге, моғайын.
…Иҫкә алмау һине мөмкин түгел,
Хәтер көнө миңә көн һайын.