— Ҡороғорҙары, бәпкәләремде йәнә ҡурҡытып сығарғандар, бәрей тоҙаҡтары! — тигән әсе тауышҡа сыр-сыу килеп бысраҡ быуала һыу ингән ҡыҙҙар бер юлы шымып ҡалды.
— Һаҙлыҡ һыуҙа һыу инәһегеҙ, бына һаҙ ҡорттары тәнегеҙгә инеп, тишеп бөтөрөр әле, — тип Хөсниямал инәйҙең ҡысҡырыуы булды, бала-саға, шаптыр-шоптор итеп бысраҡ сәсә-сәсә, үләнгә теҙеп һалған кейемдәрен эләктерә һалып, ағастар шырлығында йәһәт кенә кейенә башланы.
— Әйҙәгеҙ, үс алайыҡ Хөсниҙән, — тине һары баш Хәлиҙә. — Мин беләм нисек үсекләргә: «Хөскәй, Хөскәй, үҙен-үҙе еҫкәй».
Ҡыҙҙар муйыл ҡыуаҡлыҡтары араһынан таҡмаҡлай ҙа башланы:
— Хөскәй, Хөскәй, үҙен-үҙе еҫкәй.
— Ен балалары, еҫкәтәйем әле мин һеҙгә кесерткәнде, — тип Хөсниямал инәй улар яғына ынтылды. Шул саҡ, туҙан туҙҙырып, таяҡты ат итеп менгән малайҙар килеп сығып, бөтә иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итте.
— Мөртәттәр, тағы килдегеҙме бәпкәләр туҙҙырырға, — тигән тауыш бик алыҫҡа яңғыраны.
Ҡыҙҙар кем уҙарҙан ауылға табан йүгерҙе. Бысранып, күгәреп бөткән Хәлиҙә үҙ тыҡрыҡтарына йүнәлде. Юлда анау ат күҙ Нурулла осрап:
— Ә-ә, Бәриҙә, мин һиңә күрһәтәйем әле Нурлағанды! — тип ерҙән таш ҡармалай башланы. Ләкин Хәлиҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ул таш алырға эйелгән оҙон, нәҙек малайҙы һә тигәнсе этеп йыҡты ла өйөнә йүгерҙе. Нурый ырғытҡан таш аяғын ауырттырыуына ҡарамай: «Ауыртмай ҙа аяғым, ә һин барыбер Нурлаған, мейестән бәлеш урлаған. Үәт!» — тип һайраны ҡыҙыҡай.
— Ә һин... һин Бәриҙә, мунсалағы бәрей ҙә, — тип яуапланы малай.
Рәүилә апаһының көслө ҡулдары Хәлиҙәне елтерәтеп аласыҡҡа индермәһә, нимә менән бөтөр ине был алыш, билдәһеҙ.
Төн уртаһында бөтә өй Хәлиҙәнең тауышынан аяҡҡа баҫты.
— Ҡорттар, һаҙ ҡорттары тәнемә ингән, уй-й, ҡорттар тәнемде тишәләр бит инде, әсәкәйем, — тип ҡысҡыра ине әсе тауыш менән Хәлиҙә.
— Сеү, балам, сеү, бәпесем, — тип йыуатты уны әсәһе.
— Ҡулымды ҡорт тишә, әсәкәйем, йымыр- йымыр килә.
— Иҫәркәйем, ҡулды ҡорт ашай, тиме ни? Ҡулың ойоғандыр, ҡайҙа әҙерәк һыпырайым. Бына шулай. Тынысландыңмы инде?
— Хөскәй инәй, быуала һыу инһәгеҙ, тәнегеҙгә һаҙ ҡорттары инә, тине.
— Балам, улай тимә, Хөсниямал инәй, тиген. Моғайын, бәпкәләрен ҡурҡытҡанһығыҙҙыр? Хөсниямал инәйҙең бер кеме лә юҡ. Һеҙгә уның бәпкәләрен көтөшөргә кәрәк ине, оло кешегә ихтирам кәрәк, ҡыҙым. Уның берҙән-бер улын һуғышта үлтергәндәр, күҙ терәр кешеһе юҡ.
— Ә мин уны үсекләнем, — тип Хәлиҙә иларға йәтешләй башланы.
— Улайтма, ҡыҙым, ярамай, ололар бик тиҙ рәнйей.
— Улай булғас, беҙ уға иҙән дә йыуырбыҙ әле, әсәй. Бәпкәләрен дә көтөрбөҙ көҙгә хәтлем, эйеме, әсәкәйем?
— Мәктәпкә төшкәнсе көтөрһөгөҙ, һин бит инде ҙур, быйыл уҡырға бараһың. Бөтә нәмәне үҙең китаптан уҡый башларһың.
— Йондоҙҙарҙың ниңә күҙ ҡыҫҡанын да белерменме?
— Әлбиттә, бәләкәсем.
Хәлиҙә, тәҙрә аша күренгән йондоҙҙарға ҡарап, әсәһенең йылы ҡосағында тәрән йоҡоға талды.