Урманда бер бабай әбейенең һары майҙа ғына ҡойған ҡоймағын маҡтай-маҡтай ашап ултыра икән. Шул ваҡыт бер Һайыҫҡан уның ҡулындағы ризығын эләктереп алған да тәмләп кенә ашар өсөн яңғыҙ ҡайынға килеп ҡунған, ти.
Был хәлде күреп торған Ҡарабаш турғай уның артынан осоп килгән дә, һүҙ башлап:
— Һайыҫҡан апай, бабайҙың ҡулынан сәлдергән әйберең нимә ул? Ул һине бигерәк мут, тәмле тамаҡ тип атаны, — тиеүенә, маҡтау һүҙҙәренән Һайыҫҡан, суҡыштарын киң асып:
— Ҡоймаҡ, — тигән, ти.
Төшөп барған ҡоймаҡты осоп барған килеш эләктереп алған Турғай, уҡ кеүек атылып, ағастар араһына инеп тә юғалған.
Ҡоймаҡтан ҡолаҡ ҡаҡҡан Һайыҫҡан: "Турғайҙы эҙләргәме, әллә бабай янына яңынан барырғамы икән?" — тип һаман да баш ватып, хәйлә ҡороп ултыра икән, ти, яңғыҙ ағаста.