0%

Хыянат. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Хыянат (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Хыянат


Йүләрме мин?
Хыянатты
Һалыштым күрмәмешкә.
Йәнәһе лә,
Бизмән ҡормам
Төрлө имеш-мимешкә.

Йәнәһе лә,
Бәхет тора
Ғәфү итә белеүҙән.
Итәғәтлек беҙгә бит һуң
Һеңдерелгән биләүҙән.

Ә ул, ҡапыл ҡырт киҫте лә:
“Минеке!” - тип, ҡул һондо.
Бизмән ауыр тартты…
Шул саҡ
Итәғәт
Шартлап һынды.