Фәрит, бер-ике көн яғырлыҡ утын ярып, соланға ташығанда, Гөлзәйнәп инәй, рәхмәт уҡый- уҡый, уның тирәһендә бөтөрөлдө:
— Яңғыҙ донъя көтөүе бик ауыр шул, балам. Олоғайҙым. Утын бысыу түгел, ҡырҡҡанын индерергә лә эшкинмәйем.
Фәрит балтаһын «тыҡ» итеп утын түмәренә каҙаны ла, ҡайтырға уйлап, ҡапҡаға йүнәлде. Сәй ҡуйырға тип өйгә инеп киткән Гөлзәйнәп инәй, уның ҡарҙа «шығырт-шығырт» килгән аяҡ тауышын ишетеп, өҫтөнә һырмаһын да кейергә онотоп, атылып килеп сыҡты.
— Фәрит улым, ҡайтмай тор, хәҙер сәйем ҡайнап сыға.
— Рәхмәт, инәй, эшем күп.
— Ҡуй, буш ҡул менән китмә инде, — тип инәй, өлтөрәп, Фәритте ҡыуып етте лә алъяпҡыс кеҫәһенән ун һум аҡса алып һондо:
— Кәрәгеңә тотонорһоң. Ҡулыңдан ҡыуан, балам.
— Юҡ, инәй, алмайым.
— Китап-дәфтәргә кәрәгер.
Фәриткә, рәхмәт әйтеп, аҡсаны кеҫәһенә һалыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ҡайтып еткәс, ул, өйгә инмәй, ҡапҡа төбөндә тапанып торҙо ла магазинға йүгерҙе.
Магазинда уйынсыҡтарға ла, китап-дәфтәрҙәргә лә күҙе талғансы текләне. Оҡшаған нәмә юҡ. Өйҙәрендә китап бер шкаф, дәфтәре лә етерлек.
Фәрит ун һумлыҡты кеҫәһенән алып ҡулында әйләндергеләне лә магазиндан сығып китте.
Төнөн күҙ асҡыһыҙ буран башланып, Гөлзәйнәп инәйҙең мал аҙбарын ҡыйығына тиклем көрт баҫты. Инәй, ни эшләһен, иртүк Фәриттәргә килеп етте.
— Берҙән-бер кәзәмде көрт аҫтында ҡалдырыр хәлем юҡ, ярҙам ит, улым! — тине ул, күҙен йәшкәҙәтеп.
Мәктәптән ҡайтыу менән, Фәрит Гөлзәйнәп инәйҙең кәртә-ҡураһын ялтлатып көрәп ҡуйҙы. Инәй, ҡыуана-ҡыуана самауыр ҡайнатып, Фәритте сәй менән һыйланы, көмөш аҡсалар тотторҙо.
— Мин кисә китап та, дәфтәр ҙә алдым инде, инәй, — тине ул.
Гөлзәйнәп инәйҙең: «Бала-сағаның да күңелен күрергә кәрәк, йомошомдо башҡаса тыңламаһа, ике ҡулһыҙ ҡалырмын», — тип борсолғанын белмәй шул Фәрит.
Ул һаубуллашып сығып киткәндә, аҡ ашъяулыҡ йәйелгән өҫтәлдә көмөш аҡсалар ялтырап ятып ҡалды.
Оҙон ҡыш буйы инәйгә ҡар ҙа көрәне, һыу за килтерҙе, утын да бысты Фәрит. Буранлы кистәрҙә инәй уға Урал батыр, Аҡъял батыр тураһында әкиәттәр һөйләне.
...Бер көндө Фәрит дәрес әҙерләп ултырғанда, китап араһынан ун һумлыҡ килеп сыҡты. Был аҡса тураһында күптән онотҡайны инде. Фәрит, ҙур зәңгәр күҙҙәрен мөйөшкә текләп, хыяллана башланы: «Каникулда Өфөгә ағаһына ҡунаҡҡа барыр. Был аҡсаға туңдырма алып ашар. Их, шул туңдырма ниңә һәр саҡ телде йоторлоҡ була икән?! Боланға ултырып, каруселдә лә өйөрөлөр әле ул. Ҡалалағы Әлфиә һеңлеһе менән иң шәп кинотеатрға мультфильм ҡарарға йөрөрҙәр».
Каникул етеп, Фәриттең елле хыялдары тормошҡа ашырға ғына торғанда, бәлә килеп сыҡты: Гөлзәйнәп инәйҙең кәзәһе ҡапыл ятты ла үлде. Түгелеп иланы Гөлзәйнәп инәй:
— Харап ҡына булды, һөтһөҙ ни эшләрмен инде? Ҡартайғас, һөтһөҙ сәйҙе ауыҙға ла алғы килмәй...
Фәриткә инәй ҙә, кәзә лә бик йәл ине. һаҡаллы был ҡара кәзә менән ул ҡышын бик дуҫлашҡайны, уға арнап шиғыр ҙа сығарғайны:
Кәзәгә бесән Һалам,
Мине бер ҙә һөҙмәһен;
Гөлзәйнәп инәйемде
Бер ҙә һөттән өҙмәһен!
Күрше-тирә Гөлзәйнәп инәйгә һөт килтереп торҙо. Фәрит уны шаяртып та бөттө:
— Ҡаланан күп итеп туңдырма алып ҡайтам. Баҙға төшөрөп ҡуйырһың да, кәрәк ваҡытта алып, сәйеңә һалып эсерһең. Үҙе һөт, үҙе әсемәй!
Инәй, сал сәстәрен шәльяулығы аҫтына ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, рәхәтләнеп көлә. Ҡыҫыҡ күҙҙәре тағы ла ҡыҫылыбыраҡ китә, йөҙөндәге йыйырсыҡтары тәрәнәйә.
— Изге уйыңа рәхмәт, балам, — ти Гөлзәйнәп инәй. — Туңдырманы үҙең туйғансы ашарһың... Пенсиямды йыйып, яңы кәзә алырмын әле, һау булһам.
Инәйҙең был һүҙҙәренән теге ун һум күҙ алдына килде Фәриттең. Йәһәт кенә өйҙәренә ҡайтып, китап араһынан аҡсаны табып алды ла кире килде. Инәй йомош менән ҡайҙалыр сығып киткәс, аҡ ашъяулыҡ өҫтөнә ун һумлыҡты ҡуйҙы.