Jump to content

Хуш, Сахалин

From Wikisource
Хуш, Сахалин! (Шиғыр)
автор Сабир Кинйәкәй, яуғир-шағир.
Ижад итеү ваҡыты: 1940 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” 1939 № 51-52.





Хуш, Сахалин!




(ҡыҙыл армеец иҫтәлеге)

Арабыҙға километр һалып,
Зәңгәр диңгеҙ инеп ятһа ла.
Күкһел томан мине һинән айырып,
Ҡалын шаршау булып ҡалҡһа ла;
Күҙем алмай һаман полубала,
Һинең яҡҡа ҡарап барам мин,
Барған һайын ара алыҫлаша,
Хуш бул инде, хуш бул Сахалин!
Онота алмам ялан ярҙарыңды,
Тулҡындарҙың төндә шаулауын…
Һаҡал үҫеп, сәсем ағарһа ла,
Хәтерем һаҡлар улар йырҙарын.
Һиндә сыҡты утрау, минең даным.
Һиндә таҡтым орден түшемә,
Һиндә торҙом йәшлегемде ҡуйып,
Ватанымдың изге сигенә.
Ташҡындарҙа мәңге юйылмаҫлыҡ,
Уттар ала алмаҫ крепсот һин,
Лазоның һәм миллион ҡандарына,
Күтәрелгән гүзәл форпост һин.
Әле бөгөн, уйҙар уйлай-уйлай,
Пароходта ҡайтып барам да,
Ворошилов приказын бирһә,
Әйләнермен, кире тағын да.
Күренмәйһең инде, ә шулай ҙа,
Кире яҡҡа ҡарап барам мин.
Барған һайын ара алыҫлаша,
Хуш бул инде, хуш бул Сахалин!


1939 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.