0%

Хан ҡыҙы (йыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Хан ҡыҙы
автор Халыҡ йыры
Ижад итеү ваҡыты: Билдәһеҙ.


ХАН ҠЫҘЫ



- Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
һинең буйың зифа, тиҙәр, мин күрәйем.
- Минең буйым күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Ағиҙелдә буй-буй ҡамыш күрмәнеңме?

- Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
һинең йөҙөң нурлы, тиҙәр, мин күрәйем.
- Минең йөҙөм күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Һауалағы тулған айҙы күрмәнеңме?

- Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
һинең сәсең ҡара, тиҙәр, мин күрәйем.
- Минең сәсем күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Баҙарҙарҙа ҡара ебәк күрмәнеңме?

- Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем,
һинең тешең ап-аҡ, тиҙәр, мин күрәйем.
- Минең тешем күреп, һиңә ниҙәр файҙа,
Сауҙагәрҙә ынйы-мәрйен күрмәнеңме?