Хакадама

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Хакадама
автор Мар. Сәлим
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите. 28.03.2014


Хакадама


Вилы.JPG

Беҙҙе бай булырға, бәхетле йәшәргә өйрәтеүселәр күп хәҙер. Әле ана шундай­ҙарҙың тағы береһе килгән тип ишеттем. Беләһегеҙме, кем? Теге... элекке Дума депутаты... япон ҡыҙы... Хамакада... Хатамака... Эйе, Хакадама! Бына шул дама филармонияла арыу ғына хаҡҡа лекция уҡып, Өфө кешеләрен нисек бай һәм түрә булырға өйрәтә, ти. Оҙаҡ уйлап торманым, саптым шунда.
Мин килгәндә, филармония алдында Кәтүк йөрөп ята ине. Ул сәхнәлә доярка булып уйнағандағы ҡатын-ҡыҙ күлдәген кейеп алған.
– Авария! – тине доярка-Кәтүк ағай, ойоғон ыштан балағына ҡыҫтырып. – Быйыл бында мин түгел, Хака... мака әҙәм көлдөрә. Шуны күрергә килгәйнем, индермәйҙәр. “Әбейҙәргә ничу делать”, – тиҙәр.
Әлдә, Кәтүк кеүек, яҡынса түңәрәкләп алғанда, туҡһан туғыҙ йәштә түгелмен, тип ҡыуанып, филармония ишеген асҡайным, юлыма арҡыры төштөләр.
– Ирҙәргә инергә ярамай! Мастер-класс фәҡәт бизнес-ледиҙар өсөн генә, – тинеләр.
– Ә минең билетым бар!
– Ҡатыныңа бир. Уның өсөн бик файҙалы лекция: “Драйв, кайф һәм карьера”.
Кайфауайт итмәй торһон әле бисәкәй! Кәтүк ағайҙың яулығын һалдырып алдым да башыма бөркәнем. Билет тикшереүсе аңғармай ҙа ҡалды, мин –“ялт” тамаша залына!
Сәхнә алдында Хакадама үҙе баҫып тора. Ул миңә, яғымлы йылмайып:
– Алға үтегеҙ, хөрмәтле ханым! – тине. – Яулығығыҙҙы һалып ҡуйырға ла ярай.
– Ярамай! Мин мосолман ҡатыны.
– О, леди-мусульманка! Я вас обожаю! – Хакадама мине үбеп алырға иткәйне, ирененә мыйығым ҡаҙалды ла, ҡысҡырып ебәрҙе: – Боже мой! Ир кеше инде әллә?
– Юҡ, юҡ! Мин ысын... саф... дивушка! Ксения Собчак кеүек. Түлке мин мужикообразный... Элек ир инем, хәҙер ҡатын-ҡыҙ.
Теге миңә ғәжәпләнеп ҡараны ла:
– Нимә, пол поменяли, што ли? – тине.
Үәт, күрәҙә! Күҙен дә йоммай, “пол” тип әйтә. Ҡайҙан белгән ул минең иҙән алыштыр­ғанды? Ҡатын бик теңкәгә тейгәс, кисә ыспальныйҙың иҙәнен ҡутарып ташлағайным шул.

– Төнө буйы шиғыр яҙып, иҙән шығырлатып ултыраһың, – тип баш ҡатырҙы бит бисә. – Күршеләрҙең, карауат шығырлаталар, тип уйлауы бар. Белмәҫтәр һинең төндә шиғыр шығырлатып ултырғаныңды!
Бисәнең бер ҡатлылығына иҫем китмәй. Мине Хакадаманың зирәклеге таң ҡалдырҙы. Супер-лидер! Юҡҡа уны президент итеп һайламағанбыҙ. Үҙе эшлекле, үҙе кешелекле:
– Азат мусульманка булараҡ, һеҙгә драйв, кайф хаҡында етди уйларға кәрәк. Һеҙ иҫ киткес карьера яһарға хаҡлыһығыҙ. Һеҙ мотлаҡ етәксе булырға, бай йәшәргә тейешһегеҙ!
– Бик ризамын... Тик нисек?
– Мин психолог та, менеджер ҙа түгелмен. Әммә карьера һәм бизнеста уңышҡа ирешеүҙең тура юлын күрһәтә алам. – Хакадама, трибунаға менеп, аяҡтарын бөкләп ултырҙы ла экстрасенстарға хас тылсымлы тауыш менән һөйләй башланы. – Мин ҡатын-ҡыҙ, помойкала тыуманым, мин – супер! Мин булдырам, ҡулымдан бөтә эш тә килә. Мин һеҙҙе, хөрмәтле ледиҙар, бәхетле итергә теләйем. Шуға һеҙгә уңыш анатомияһын, тормош даоһын өйрәтәм. Ҡатын-ҡыҙ сибәрлеге менән түгел, энергияһы менән үҙенә ҡаратырға тейеш. Ир-атты башы-тояғы менән яулап алығыҙ! Беҙгә ирҙәр шатлыҡ өсөн кәрәк. Драйв, кайф... кәйеф күтәрергә! Һеҙ минең “Sex в большой политике” тигән китабымды уҡығанһығыҙҙыр. – Хакадама ҡарашын миңә төбәне. – Оҡшанымы?
Ундай китаптың донъяла барлығын белмәһәм дә:
– Оҡшаны, – тинем. – Сәйәсәттән бигерәк, сексы нығыраҡ оҡшаны.
Хакадама ҡәнәғәт йылмайҙы ла лекцияһын дауам итте:
– Ишетеүемсә, һеҙҙең ҡалала ирҙәр, мосолман ҡанундарына таянып, кәм тигәндә дүрт ҡатын менән йәшәй. Минеңсә, бөгөнгө модернизация заманында бизнес-вумендарҙың минимум дүрт ире булырға тейеш.
Залда ултырған ҡатын-ҡыҙ шаулаша башланы:
– Дүртәүҙе түгел, берәүҙе лә аҫрап булмай әле!
– Мине дөрөҫ аңламанығыҙ, ледиҙар. Һеҙ түгел, улар һеҙҙе ҡарарға бурыслы. Шуға күрә бер ирегеҙ – начальник, икенсеһе бизнесмен булырға тейеш, өсөнсөһө өйҙә хеҙмәтсе ролен башҡарһа, дүртенсеһе ял иткәндә яҡшы кайф өсөн кәрәк. Ирҙәр бит ул кәзә тәкәһе кеүек. Тәүге биш йылда бөтә “тәкә” лә принц төҫлө күренә. Шуға уларҙы биш йыл һайын алыштырып торорға кәрәк. Драйв, кайф!.. Ҡатын-ҡыҙҙар дәүере килә!
Бынағайыш... Матриархат кире ҡайта, тимәк. Былай булғас, артабан ир булып йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. “Пол” тип, миңә ыспальный иҙәнен түгел, үҙемдең енесте алмаштырырға кәрәк.
– Ҡатын-ҡыҙҙар дәүерендә кайфта йәшәгем килә-ә-ә!
Яулығымды һалдым да пеләш башымды өҫтәлдә аяғын бөкләп ултырған Хакадаманың яланғас табанына илтеп терәнем...