Фәҡирлек менән үткән тереклек

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Фәҡирлек менән үткән тереклек
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1904. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Ҡыш фасылы... Күптән буран. Ауылдың бер башындараҡ бер йортта башы һалам менән ябылған бер өй. Ишек алдында сыбыҡтан үреп яһалған соланы бар. Буран-ел кермәһен өсөн, тиреҫ менән һыланған. Солан эсендә, бер мөйөштә, бер ҙур ҡабыҡ алап менән көл тора. Өҫтөн әҙерәк ҡар баҫҡан. Икенсе мөйөштә ике-өс пар һепертке менән бер пар сабата элеүле тора. Һәм ерҙә үтмәҫ балта менән киҫелмеш йоморо сей ҡайын утындары арҡыры-торҡоро яталар. Өйҙөң ике тәҙрәһе бар. Урам яғындағыһы дүрт өлгөлө, икенсеһе мейес янында уйып ҡына яһаған да, быялаһы ватылғас, ҡарындыҡ ҡуйған. Ишектең уң яғында мейес, алға табан бер аҙ ҡыйышыраҡ булғас, емерелеп китмәһен өсөн, ике ҡайын терәү менән терәгән, төтөн сыҡҡан урындарын ҡыҙыл балсыҡ менән һылаған. Түрҙә һике. Һикегә иҫке сепрәктән туҡыған балаҫ йәйгән. Стена буйында, ҡыҙыл француз менән ямаған, аласа тышлы ике мендәр ята. Мендәрҙәр араһында ең төптәре йыртылған бер иҫке тун бар. Һикелә, мейес тураһында, арттағы күгәндәре ватылған бер иҫке һандыҡ, асҡанда ҡул менән тотоп тормаһаң, ҡапҡасы артҡа төшә лә китә. Һандыҡ өҫтөндә таш тәрилкә эсендә, ике-өс пар сынаяҡ, икәүһе ямаулы. Шул турыла стенала арҡыры ағас ҡаҙаҡлап, ситтәре кителеп бөткән өс-дүрт ҡашыҡ теҙеп ҡуйған. Ҡаҙан тураһында мөрйәлә балсыҡ берлә ҡош ояһы кеүек түңәрәкләп яһаған бер урын бар, эсендә әҙерәк шырпы менән ике тин аҡса ята!

Йорт алдында ҡура, ҡойма-фәлән юҡ; мәгәр өйҙән йыраҡ түгел, ҡамыш менән ҡыҫып яһаған кәзә аҙбары бар; һаҡалын һелкетә-һелкетә кәзә көйшәп ята.

Ҡояш байыған. Өйҙөң эсе ҡараңғы. Мәгәр усаҡта ғына аҙыраҡ ут әкрен генә, ялт-йолт итеп кенә янып тора. Бутҡа бешерергә тип ҡаҙанға һалған һыу ҡайнарға яҡын булып, боҫо өйгә таралған: шул сәбәпле өйгә әҙерәк йәм (ҡот) кергән...

Усаҡ алдында бер ҡатын ярма йыуа, башындағы яулығының түбәһе туҙып тишелгән; алъяпҡыс быуған, сабыуын ҡыҫтырған, еңдәрен һыҙғанған, бер ҡулы менән табаҡты, тотоп, икенсе ҡулы менән, ярма ағып бөтмәһен өсөн, табаҡтың ситен тотҡан. Уң ҡулына ярма йыйылып тора. Һике өҫтөндә бер бала һуҙып-һуҙып:

— Инәй, әпәй, инәй, әпәй!..— тип, ҡысҡырып илап, күмәс һорай.

Анаһы:

— Сеү, тимен, балам! Сеү, тимен, бына хәҙер атайың ҡайтыр. Ул ҡайтыуға бутҡа бешер, сабыр ит. Мин һиңә әллә ҡайҙан әпәй табып бирмәм инде,— тигән ваҡыт ишектән иҫке шарф ураған, ҡыҫҡараҡ бишмәт кейгән, алъяпҡыс бәйләгән, тишек бүрек, яңы сабата кейгән, мәғлүмәнең ире Ниғмәтулла ағай һөйләнә-һөйләнә килеп керә: — — Эй, был донъя, үҙем көн-төн хеҙмәттә, бына бер ҡоро әрәм тамаҡ ҡатын, ҡапҡанан кергән юлды ла көрәп ҡуймаған. Бына ни әйтерһең инде быға! Әллә, бынан һуң, өйҙә үҙем ҡалайыммы икән инде?— тигән ваҡыт ҡатыны Сәрүи, ярмаһын ҡаҙанға һала-һала, иренә ҡаршы ҡысҡырып әсе тауыш менән: — — Әллә өйҙә ҡалғас та, тик торҙо тип белә? Был ҡәһәр һуҡҡыры ирҙәргә ғүмерҙә ярап булмаҫ! — Ниғмәтулла:

— Тик тормай утын киҫтеңме, черт-шайтан...

Сәрүи:

— Аша, тик торған! Был ҡаҙанға һалып торған ярманы күктән төштө тип белдеңме ни?..

Ниғмәтулла:

— Кемгә эшләнең? Мин ҡайҙан беләйем...

Сәрүи:

— Әхмәҙи ҡатыны Фатима абыстайға аш-һыу әҙерләнем, шәмбе көн ҡунаҡтар саҡыралар икән.

Ниғмәтулла:

— Ниндәй ҡунаҡ ул тағы?.. Үткән көн генә өй тулы ҡатындар саҡырғандарын күргән инем. Байҙар ҡунаҡ булышыуҙан бушамаҫтар ағай, хоҙай биргәс...

Сәрүи:

— Заһидулла ағайҙың... ауылға оҙатҡан ҡыҙы Гөлсирә килгән икән, шуны керетеп сығарабыҙ, тип ултыра ине.

Ниғмәтулла һикегә килеп ултыра ла кеҫәһен аҡтара башлай. Ҡулы менән бер ҡап-ҡара янсыҡ (...); янсыҡты алдына һала ла ҡағыҙҙы бер тарафынан йыртып алып, ҡулы менән бөтөрөп, ауыҙы менән төкөрөп йәбештерә лә, мәғлүм янсыҡтан усына тәмәке һалып, ҡағыҙға тултырып, ауыҙын беркетеп, мейес янына барып, сүгәләп ултырған кеше кеүек ултырҙы ла, тәмәкеһен ҡабыҙып бер генә тарта ла, ике бармаҡ араһына ҡыҫтырып, һис ҡайғыһыҙ кеше кеүек һүҙгә керешә:

— Һин, һин, самауыр ҡуймайһыңмы ни? Бөгөн мин көн буйы бер яҡшылап сәй эскәнем юҡ.

Сәрүи:

— Сәй булмағас, самауыр ҡуйыуҙа ни файҙа бар?.. Икмәк тә юҡ, он бөттө...

Ниғмәтулла:

— Әле бер бот он алғанға бер аҙна ла булмай... Шул бөттө ләме?.. Ниңә бик бәрәкәтһеҙ булды?

Сәрүи:

— Бөтмәй әллә... Кешенән үтескә алған икмәктәр бар ине. Шуларҙы бирҙем. Динмөхәммәт ҡатыны Хәсбигә бер икмәк бирәһе бар ине.

Ниғмәтулла:

— Ай-һай, бер ҙә етешеп булмай. Мин эшкә киткәндә әйтеп ҡалмағанһың икән, Саҙрый байҙа арыш ононоң яҡшыһы бар ине.

Сәрүи:

— Лавкала, Василийҙа, юҡмы ни?.. Унда ла арыш оно барҙыр.

Ниғмәтулла:

— Булыу менән...аҡса ҡайҙа? Янымда алтмыш тин аҡса бар. Хәҙер сәй-шәкәр кәрәк, был арала ит тә ашағаныбыҙ юҡ, ике-өс ҡаҙаҡ ит алып, һурпа эсербеҙме икән тип уйлаған инем. Саҙрый бай көтәсәккә бирер, иртәгә барғанда алып ҡайтырмын, ботона бер-ике тин осһоҙ ҙа булыр...

Был һүҙҙәрҙе һөйләшкәндә улар, бер-береһе менән асыуланышҡан кешеләр кеүек, ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр ине. Аһ, ни ҡара фәҡирлек бәләһе үткән шул.

Шул ваҡыт ҡаҙан бығыр-бығыр ҡайнай. Сәрүи бер ҡулы менән бутҡаны болғап, икенсе ҡулы менән һике аҫтына тығып ҡуйған майҙы алып, ғәжәпкә ҡалып, бер аҙ торғас:

— Ай хоҙайым, раббым, ҡәһәр һуҡҡыры бесәй (мысыҡ) майҙы ашап бөтөрә яҙған! Көндөҙ генә Әхмәҙи ағайҙарҙа бауырһаҡ бешергәндә, ҡултыҡ аҫтыма ғына ҡыҫтырып алып ҡайтҡан инем.

Ниғмәтулла:

— Һи, булмаған нәмә!.. Кеше майҙы шул ергә ҡуямы ни?.. Тышҡа, соланға, ҡыҫтырып ҡуялар уны. Ул бесәй — муйынын бороп ташлай торған ғына бесәй ул, зыяндан башҡа бер файҙаһы юҡ.

Сәрүи:

— Мин ҡайҙан беләйем уны?

Ниғмәтулла:

— Ниңә белмәҫкә, һәр көн ҡуйған бер нәмәне ашап торғас.

Сәрүи:

— Ризыҡҡа яҙмағандыр инде... — Ниғмәтулла:

— Яҙмаҫ шул. Нәмә-ҡараны урынына ҡуя белмәгәс. — Сәрүи:

— Йә инде күп лыҡылдап ултырма...— тип, майҙың бесәй ашаған урынын бысаҡ менән ҡырып ташлай ҙа, ҡаҙанға һалып, болғай башлай.

Ниғмәтулла тәмәкеһен тартып бөтөрөп, башы тарафына төкөрөп ташланы ла, һикегә ултырып, кәйефләнеп һүҙ башлай: «Ай-һай, был Саҙрый, ай-һай, был Саҙрый бай ҙа байып бөттө. Бөгөн амбарҙа он бушаттыҡ. Амбар тулы арыш оно менән һоло. Ул ит тигән нәмә туп-тулы! Аллаһы тәғәлә биргән дә ҡуйған».

Сәрүи бутҡаны төшөрә башлай. Ниғмәтулла аяғын сисә башлап, һай, сабата ла туҙған икән, һис бер етешер хәл юҡ, тип, кейемдәрен һалып, шәм (лампа) яндыра башлай. Филтәһе сыҡмай торғанда Ниғмәтулла асыуланып: «Ай, алла һуҡҡыры нәмә, күтәреп тороп һуғырмын, ҡайҙа энә? Сәнсеп алмай булмаҫ».

Сәрүи бутҡаны һикегә ҡуйып, түшенән энә алып бирә. Ниғмәтулла филтәне тартып та сығара, энә шарт итеп һынып китә.

Сәрүи:

— Әллә энәне һындырҙы инде, бөгөн генә Әхмәҙи ағай¬ҙарҙан алып ҡайтҡан инем, зыян өҫтөнә зыян була ла тора.

Мөрйәһеҙ лампаны яғалар, торбаһы булмау сәбәпле, лампаның яҡтыһы үҙе тирәһенән башҡа ергә китмәй.

Сәрүи ҡара ғына аласа тышлы ашъяулыҡты килтереп йәйә лә, бутҡаны килтереп, ашарға ултыралар. Мәғлүм балаға ла туҫтаҡ менән бутҡа һалып бирһәләр ҙә, аҙ тип үпкәләп, аяғы менән тибеп ебәрә; ул арала мәғлүм лампаны бәреп ауҙара; шәм ҡәһәр һуҡҡырының еҙе ҡуптарылған икән, ауып китеп, майы ашъяулыҡҡа түгелеү менән, ут төртөлөп яна башланы.

Ниғмәтулла ағай, ҡурҡып китеп, ни эшләргә белмәй, ашығып ашъяулыҡты табаҡ аҫтынан тартып ала ла һүндерә башлай. Ул арала табаҡ та һикенән иҙәнгә әйләнеп барып төшә. Табаҡ ҡапланып төшөү сәбәпле, бутҡа ла ашарға ярамаҫлыҡ булып, иҙәнгә йәбешә. Ниғмәтулла утты һүндереп бөтөү менән, ут яндырғансы сабыр итмәй, асыуланып балаһын һуғып ебәрә. Баланың күҙенән уттар күренеп, ҡысҡырып илай башланы. Ул арала Сәрүи лампаны яңынан яндырайым тиһә, филтәһе менән еҙҙе таба алмай. Еҙ, табаҡ менән иҙәнгә төшөп, иҙәндә туҡтамай тура баҙға төшкән ине, ут яғып ҡарарға шырпы юҡ, Сәрүи усаҡ янына барып, утлы күмер өҫтөнә бер ағас һалып, уф-уф тип өрә-өрә саҡ утты яндырып, еҙҙе эҙләй башланы.

Сәрүи иҙән аҫтын вә ғәйре урындарҙы ҡарап таба алмағас, еҙҙең баҙға һижрәт ҡылғанын белеп, баҙҙы асып төшөп китә. Ул арала бер кешенең балаһы йомошҡа килә икән. Ниғмәтулла ағай, баҙға төшмәһен өсөн, ҡаты-ҡаты ҡысҡыра башланы: «Кермә, тимен, кермә!»— тип ҡат-ҡат ҡысҡырһа ла, бала үҙенә ҡысҡырғанды белмәй, бәхетһеҙлегенә ҡаршы, тура ишек асып кереү менән, тура баҙға йөҙтүбән төшөп тә китә. Өй кескенә булыу сәбәпле яңғыҙ Сәрүи баҙҙы тултырып тора; бала ла Сәрүиҙең өҫтөнә барып төшә, бер нәмәһе ауыртмаһа ла Сәрүи йығылып, уты һүнә, Ниғмәтуллаға: «һин, һин!»— тип ҡысҡыра башланы.

Ниғмәтулла асыуланып, баланы һүгеп: «Ни булды, ҡәһәр һуҡтымы, ер йоттомо? Алла һуҡҡыры, ни нәмә!— тип төрлө-төрлө ҡәбәхәт һүҙҙәр менән һүгеп, ағасты яндырып бирә.— Был донъяның бәлә вә ҡазаһы бөтөрмө икән?.. Һаман ҡаза, һаман ҡайғы, хәсрәт, ни эшләргә?»

Сәрүи ут менән аяҡ аҫтын ҡараһа, ни күҙе менән күрһен! Еҙҙе аяғы иҙеп ватып бөтөргән; алып ҡарап эшкә ярамаҫын белеп, Ниғмәтулла ағайға бирә. Ниғмәтулла бик асыуланып: «Күҙең сыҡҡанмы ни? Шул еҙҙе күрмәй ватып бөтөргәнһең!»— тип, ҡысҡырып һүгә башлай. Сәрүи ҙә тик тораһы килмәй, ҡаршы яуап ҡайтара: «Мин ҡайҙан күрәйем? Ҡараңғы баҙҙа мине ен тип белдеңме ни?..»

Ниғмәтулла:

— Тағы ҡаршы яуаплашаһың!— тип баҙҙан сығып килгәндә һалып та ебәрә.

Сәрүи ҡайтанан баҙға төшөп китә. Ниғмәтулла ла, бер биргәндә бирергә кәрәк тигән кеүек, аяғы менән һуҙылып тибәм тигәндә, үҙе лә баҙға йығылып төшөп китә. Ниғмәтулла баҙға төшөүенә ғәйәт асыуланып, баҙҙың эсендә Сәрүиҙең яғаһына барып йәбешеп, өҫтөнә менеп Сәрүиҙе туҡмай. Баҙға төшкән бала ла ҡурҡып, мин сәбәп булдым тип ҡурҡып, иларға ла белмәй, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, йүгереп сығып китә. Урамға сығыу менән ул, бындай ҡурҡыныслы һуғыштан сәләмәт ҡалыуына шат булып, ҡысҡырып илай башланы. Ул арала был балаға Яҡуп ағай менән Љәни ағай осрайҙар ҙа илауының сәбәбен һорайҙар. Бала ла эште бер-бер һөйләп, Ниғмәтулла ағай ҡатынын үлтерә тиеүе менән, Яҡуп менән Љәни йәһәтерәк йүгереп, Ниғмәтулла ағайҙың өйөнә керәләр. Ашығып кереү сәбәпле улар, баҙҙың асыҡ икәнен белмәй, икәүһе бер юлы баҙға төшөп тә китәләр. Яҡуп ағай менән Љәни, ҡайҙа төшкәндәрен белмәй, был ниндәй соҡор тип фекер ҡылып торғанда, Ниғмәтулла менән Сәрүиҙең шап-шоп үлтерә-үлтерә тигән төрлө тауыштарын ишетеп, ҡайһы тарафта икәндәрен белмәй, арлы-бирле йөрөй башларға итһәләр ҙә, дүрт оло кеше баҙға һыйыша алмай, иҙәнгә нығыраҡ бәрелеүҙәре сәбәпле, мейес һелкенеп бер тарафтан ике-өс кирбес емерелеп, береһе Яҡуп ағайҙың башына төшөп, маңлайын ярып, ҡан ағыҙа башлай. Яҡуп ағай кирбес төшкәнен белмәй, Ниғмәтулла һуҡты тип фарыз ҡылып ҡысҡырып:

— Миңә ниңә һуғаһың?.. Мине ҡатының тип белдеңме?— тип, Ниғмәтулланың яғаһына йәбешә, күҙгә төртһәң күренмәҫтәй ҡараңғыла Љәни ағай ҡаушап, ҡурҡып, ни эшләргә белмәй, ашығып, бер таҡтаға башы бәрелеп, башы йәрәхәтләнмәһә лә, күҙ төбө япраҡ миҡдары ҡара янып сыға. Љәни ағай ҙа, кем һуҡты икән, тип уйлап: «Алла! Алла!»— тип ҡат-ҡат ҡаты-ҡаты ҡысҡырһа ла, баҙҙағы тауышты кем ишетһен?.. Ниғмәтулла ағай менән һуғышыу сәбәпле, Сәрүи ысҡынып китеп, баҙҙан сығып, өйҙә тормай, күршеләренә барырға уйлап, сыға башланы. Ул арала баҙға төшкән мәғлүм бала ҡайтып, эште атаһы Шакир ҡартҡа һөйләү сәбәпле, Шакир ҡарт тура өйгә килеп кергәндә, ишектән атҡан уҡ кеүек сығып килгән Сәрүигә бәрелеп артҡа йығылып китеп, әүәл зекер ителмеш сей ҡайын арҡаһын яра. Сәрүи, туҡтауһыҙ атылмыш уҡ кеүек, ҡеүәт менән илап, күршеләренә барып эште һөйләп, Хәким ағайҙы алып килә.

Ул арала Яҡуп ағай Ниғмәтулланы бер мөйөшкә алып барып, йығып, өҫтөнә менеп ултыра. Љәйре күршеләре килеп, ут яндырып, һәммәһен айырып баҙҙан сығаралар. Ниғмәтулла ағайҙың һаман асыуы баҫылмай, Яҡуп ағайға ҡарап: «Һин минең өйҙө баҫырға килеп, баҫа алмағас, һуғыш сығарғанһың икән. Разбой, разбой!»— тип ҡысҡырып. Яҡуп ағайға барып йәбешеп һуға башлай.

Яҡуп был бәләгә ни эшләп килеп керҙем, был ниндәй аяҡ аҫтынан сыҡҡан бәлә тип, үкенеп-ҡайғырып: «Бәйләнмә, бәйләнмә!»— тип ҡысҡыра.

Ниғмәтулла:

— Ниңә бәйләнмәҫкә! Ни өсөн йорт баҫып, һуғыш сығараһың?

Ул арала башҡалар бер-береһенән айырып алып китәләр. Ниғмәтулла, гуаһландырып, эште судҡа ҡалдыра.

Кешеләр сығып киткәс, Ниғмәтулла менән Сәрүи икеһе ике урынға ултырып, бер-береһенә өндәшмәй, асыулы йөҙҙәре менән ултыралар. Шулай булһа ла Ниғмәтулла ағай ас, ашағаны юҡ. Сыҙар хәл юҡ, ихтыярһыҙ ҡаты тауыш менән һүҙ башланы:

— Ни эшләп ултыраһың, тағы самауыр ҡуймай... — Сәрүи:

— Эскең килһә, ҡуй ҙа эс, ҡулың бар бит!.. — — Ниғмәтулла: — — Бына мин «ҡуй ҙа эс»те яңынан ныҡлап бирермен әле...

Сәрүи:

— Бирҙең инде, етер, һиңә гелән-гелән бирҙермәҫтәр. Ас хәйерсе! Һиндә минән башҡа кеше ҡатын да булып тормаҫ!

Ниғмәтулла:

— Бар, сығып кит!.. Һин яҡшы булһаң, мин дә былай булмаҫ инем,— тине лә, мендәр аҫтына ҡуйған аҡ тунды кейеп сығып китә. Лавкаға керә лә: — — Арыумы, Василий!— тип әйтеүе менән, Василий сыҙай алмай көлә башлай. — Ниғмәтулла уның ни сәбәпле көлөүен белмәй, был ниҙән көлә икән, туным йыртыҡтан көлә, тиһәм, әүәлдән һәр көн кейеп килә торған туным, ул ваҡыт көлмәгәс, бөгөн көлмәҫ ине, әллә һуғышҡанды ишеттеме икән?— тип аптырап, ошолай яуап бирә:

– Шту смиутса?..

Василий (татарса):

– Юҡ, үҙем әүәлдән көлөп тора инем,— ти ҙә яңынан көлә башлай; көлөүенең сәбәбе — Ниғмәтулла баҙҙа йөрөгәндә битенә әнүағ үрмәкес шәһәре йәбешмеш ине. Быны үҙе белмәй барған ине. Бер сирек сәй, ярты ҡаҙаҡ шәкәр, бер ҡаҙаҡ керәндил алып ҡайтты.

Шул уҡ йорт. Марттың ун бишенсе көнө. Ниғмәтулла өйҙә юҡ. Рус ауылына йәкшәмбе байрамына киткән. Сәрүи мейес тултырып икмәк һалған, өйгә икмәк еҫе сығып киткән. Мейес тирәһендә йөрөү сәбәпле, Сәрүиҙең йөҙө ҡыҙарып киткән, самауыр ҡуйған, үҙе самауырҙың морон төбөн ҡамыр менән йәбештереп ултыра. Самауырҙың эсенән һирәк-һирәк һыу тамып, шаж-шаж тип дәһшәтле-дәһшәтле тауыштар сығара. Һәм дә самауырҙың ал тарафындағы селтәре һыныу сәбәпле, ике ҡолағына тимер сыбыҡ менән тартып бағлаған.

Самауыр ҡайнағас, иҫке ҡалай һауыттан сәй алып, тыҡ иттереп сәйнүккә һалып ебәрҙе лә, һыу ағыҙа башлай. Самауырҙың мороно тар булыу сәбәпле, һыу бик оҙаҡ аға. Сәйнүктең мороно ватылғанға, ҡалай менән моронон урап ҡуйып, тимер сыбыҡ менән ҡоршаған. Ҡапҡастың тотҡаһы һынғас, ағас ҡуйған. Әлхасил, сәйнүк бик күп төрлө зиннәттәр менән зиннәтләнгән ине. Һыу ағыҙып, утҡа ултырта ла, ашъяулыҡ йәйеп, сынаяҡтарҙы ултыртып, самауыр ултырта торған, уйылып-уйылып янған таҡтаны һикенең бер ситенә ҡуйып, самауырҙы килтереп ултырта. Ул арала, ут өҫтөндә ултырған сәйнүк тә бығыр-бығыр ҡайнап, ҡапҡасты сылтырата башлай. Икмәк тә бешеп, Сәрүи хозур менән сәй эсергә ултыра.

Ул арала Биби әбей ах-вах итеп килеп керә. Сәрүи ҡаушап китә.

— Ни булды, әбей?.. Ни булды?— тип ҡат-ҡат һорай башлай. — — Ни булһын, балам?.. Ауылдың бер тарафында бер кеше араҡы эсеп янып үлгән, ти. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, беҙҙең Ниғмәтуллаға оҡшай, ти. Аллаһы тәғәлә хәйерле ҡылып, бағый имен бирһен инде, һәр ҡайһыбыҙ бара торған урын, ҡасып ҡотолоп булмай... — Сәрүи илап:

— Ай аллам, ниҙәр эшләйем икән?.. Бигерәк бәхетһеҙ баш икәнмен, бигерәк насар урындарҙа вафат булды, йөрәктәремде яндыра. Өйҙә, түшәк өҫтөндә ятып үлһә, тағы бер хәл ине, ундай урындарҙа вафат булды, әҙәм араһында ла оят...

Биби:

— Сабыр ит инде, балам! Әллә ул булмаҫ, икенсе кеше булыр. Ул була ҡалһа ла, илау менән файҙа юҡ инде.

Сәрүи:

— Шулдыр, әбей, шулдыр. Минең бәхетһеҙлегемә ҡаршы тура килгәндер. Әллә ниҙәр күрер көнөбөҙ барҙыр әле, үҙебеҙ белмәгәс тә...

Ул арала Сәйфетдин ҡарт балаһы Хәбибулла, йүгереп килеп керҙе лә, быларҙың илап ултырғанын күреп, туҡтап тора.

Сәрүи:

— Ниңә килдең, Хәбибулла, ни йомошоң бар?.. — Хәбибулла:

— Үҙегеҙ ишеткәнһегеҙҙер, илап ултыраһығыҙ бит. — Сәрүи:

— Әле бер татар үлгәнме?.. — Хәбибулла:

— Ул татар тигәндәре Ниғмәтулла ағай икән... Ауылдың был тарафында үлгән, ти. Юлдың бер яҡ ситендә ята, ти. Янында бер бот он менән бәрәңгеһе бар, ти. Шуға хәҙер староста кеше алып бара. Закон, доктор килгәнсе, ҡарауылларға ҡуша икән.

Сәрүи күҙен ең осо менән һөртә-һөртә:

— Нихәл итәйем, хоҙай ҡушҡан эштер инде. Бик бәхетһеҙ икәнмен, бер рәхәтләнеп ғүмер һөрә алманым. Фәҡир генә булһаң да, тигеҙ генә ғүмер һөрһәң, шул бик яҡшы икән. Был донъяла рәхәт күрә алманы, аллаһы тәғәлә әхирәттә бирһен инде.

Биби ҡарсыҡ:

— Инша алла, әхирәттә бирер. Бай булып вафат булғандарға ҡарағанда, фәҡир кеше ожмахҡа ҡырҡ йыл алдан керә, тип әйтәләр икән муллалар.

Сәрүи:

— Һис булмаһа, әхирәттә бирһен инде.

Биби:

— Үлгән кеше үлгән, үлгән артынан үлеп булмай. Әле һеҙҙең бик ҡайғырыр ерегеҙ юҡ, әле йәш кенә. Һеҙҙең үҙегеҙҙәй берәр йәш табылыр, юҡ өсөн иламай тор әле.

Сәрүи:

— Уныһы шулай ҙа шул, үлеүе менән кейәүгә барыуы ла кешенән оятыраҡ булыр...

Биби:

— Ниңә оят булһын, ҡарар кеше булмағас, бер ҙә оят булмаҫ.

Сәрүи:

— Кейәү табылыр табылыуын да, бигерәк тә ауыры — был иремде һәйәтләп ҡуйыуы. Кәфенгә, саҙаҡаға аҡса ҡайҙан алырмын икән? Кәфенде Саҙрый бай бирһә лә бирер, бүтәндәрен ҡайҙан алырмын икән?..

Биби:

— Инша алла, барыһы ла табылыр,— тигәндә, бер бот он менән бәрәңгене староста арҡылы килтереп бирәләр.

Өс-дүрт көндән һуң становой менән доктор килеп ҡарай ҙа, «араҡы эсеп вафат» тип, күмергә әмер итәләр. Кеше араһында төрлө һүҙҙәр күп була, «Ниғмәтулла араҡы эсеп үлгән, мосолман зыяратына күмергә ярамай», тип әйтеүселәр ҙә бар. Фәҡирлек ниҙәр күрһәтмәй!..

Шул уҡ йорт. Ниғмәтулла үлгәндән бер-ике ай һуң соланды яҡшылап таҙартҡан, Сәрүи йөҙөнә аҡбур яғын ағартҡан. Ҡырҡ биш йәшендәге Сәрүи бармаҡтарына йөҙөктәр, беләктәренә беләҙектәр кейеп, түрбашына менеп ултырған, тәҙрәгә ҡарап ошо йырҙы йырлап ултыра:

Беҙҙең урам арҡыры аға һыуҙың һалҡыны,

Шул йәнейем иҫкә төшһә, яна йөрәк ялҡыны, әлех...

Ул, һирәк-һирәк тәҙрәгә ҡарап, асыҡ йөҙ менән көлөп-көлөп ҡуя. Сәрүиҙең йорто тураһында, урамдың икенсе яғында, Әхмәтғәли арлы-бирле йөрөй. Ул ҡыҙыл бишмәт кейгән, ҡара билбау менән билен быуған, бейек үксәле итек кейеп, салбарын һалындырған. Әхмәтғәлиҙең ата-әсәһе юҡ, кем тура килһә, шунда хеҙмәт итеп тамаҡ туйҙырып йөрөй торған бер кеше ине. Шул ваҡыт урам буйлап, Биби ҡарсыҡ аҡрын ғына килеп:

— Иҫәнме, Әхмәтғәли балам?— тип туҡтаны.

Әхмәтғәли:

— Аллаға шөкөр әле, әбей, үҙегеҙ иҫәнме? Йә, әбей, эштәр буламы?

Биби әбей:

— Аҡрын ғына йөрөгән булам шунда, кеше ҡайғыһын ҡайғыртып.

Әхмәтғәли:

— Барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең ҡайғыбыҙҙы ҡайғыртҡас, ҡатынды ҡайҙан алабыҙ, беҙгә кем баш ҡоҙа булыр?..

Биби әбей:

— Шулай шул, Әхмәтғәли, беҙгә кеше өсөн йөрөгәс тә ярар.

Әхмәтғәли:

— Йә, әбей, кисә барҙыңмы, шуны әйт! Беҙгә бүтән һүҙҙең кәрәге юҡ, эш булырлыкмы?

Биби әбей:

— Эй балам, беҙ йөрөгән эш булмай ҡаламы һуң? Кисә барҙым, ундай-бындай китаптар, әкиәттәр һөйләп ултырҙым. Таһир менән Зөһрәнең ғишыҡ булғандарын, шул юлда йөрөп ҡауыша алмай вафат булғандарын — һәммәһен һөйләнем. Үҙе лә рәхәтләнеп китте. Сәй ҡуйҙы. Кейәүгә барыу яйҙарын һөйләп кенә ултыра инем, ҡәһәр һуҡһын, Гөльямал килеп керҙе лә, мин сығып киткәнсе, сыҡманы. Инде бөгөн әйтермен һәм күндерермен тип барғанда бына үҙеңә юлыҡтым. Хуш, һау бул әле, мин кереп эште булдырып сығайым.

Әхмәтғәли:

— Хуш, иҫән бул, әбей.

Биби әбей Сәрүиҙең ишеген асып һөйләнә-һөйләнә керә:

— Кейәүгә барырға әҙерләнгән ҡыҙҙар шикелле, ни эшләп ултыраһың, Сәрүи ҡыҙым, ни эшләп ултыраһың?

Сәрүи (көлөп):

— Анау-бынау ҡыҙҙарҙан артыҡ булмаһам, минең ҡайһы ерем ҡыҙҙарҙан кәм?!

Биби әбей һикегә ултырып:

— Арыумы, балам, иҫән-һау ултыраһыңмы?

Сәрүи:

— Аллаға шөкөр, әкренләп кенә. Љәйепкә алмаһаң, ҡыҙ булып кейәүгә барырға ултырам әле...

Биби әбей:

— Кем ғәйепкә алһын? Йәш кенә көйө кейәүгә бармай, кейәү йөҙөн күрмәй нисек тораһың инде? Ниғмәтулланы онотҡанһыңдыр инде?

Сәрүи:

— Эй әбей, онотмайһыңмы һуң инде? Үлгәне яҡшы булды. Әллә икенсе, йәшерәк, кейәүгә барыр инем. Йәшәреп, рәхәтләнеп ҡалыр инем. Әле лә күңелем, ҡыҙҙар күңеле кеүек, дәртләнеп тора, йәш кейәү менән ҡушылыуҙарымды уйлап, рәхәтләнеп ҡалам.

Биби әбей:

— Эй балам, ул һүҙең бик дөрөҫ! Бына мин үҙем ундайҙы бик күп күрҙем. Ун һигеҙ йәшемдә, айғыр кеүек йөрөгәнемдә, атай тотто ла кейәүгә бирҙе. Биргән кейәүе утыҙ биш йәшендә, ҙур һаҡаллы ине. Биргәнен үҙем дә белмәй ҡалдым; тауарын-аҡсаһын алып, никах уҡыр сағында ғына белдем. Никах уҡығанда Сәлих ағай килде лә: «Илау — ризалыҡ ғәләмәте»,— тип никах уҡынылар. Шул кисте мылтыҡ атып, кейәү килеп керҙе. Килеп кереү менән күңелдәрем һалҡын булып китте, бары бер мәртәбә шәлемде күтәреп бер генә ҡараным. Ҡайтанан күрәһем килмәне. Шулай итеп, был мөхәббәтһеҙ ирем менән ун биш йыл торҙом, һаман бик яратмай инем. Әлдә вафат булды. Шул ирем вафат булғас, утыҙ биш йәшемдә икенсе иргә барҙым. Был ирем утыҙ биш йәшендә көслө, йәш матур егет ине. Әүәлге ирем вафат булыуына ҡат-ҡат шөкөрҙәр ҡылдым. Шулай рәхәтлек менән егерме йыл торғас, илле биш йәшендә вафат булды. Аллаһы тәғәлә урынын йәннәттә ҡылһын! Үҙем дә ҡартайҙым, өсөнсө иргә бара алманым.

Сәрүи:

— Ай әбей, бик рәхәт ғүмер һөргән икәнһегеҙ. Хоҙай насип итеп, миңә лә бер йәш кенә ир тура килһә ярар ине.

Биби:

— Шулай инде, ҡыҙым, йәш һөйәк — аҫыл һөйәк була. һиңә лә табылыр, әллә нисә урындан һорарға торалар. Бына хәҙер генә Әхмәтғәли менән һөйләшеп ултырҙым. Һине алырға бик ихласлы йөрөй, үҙемә әллә нисә мәртәбә әйтте: «Әбей, һораһана, һораһана инде!»— тип, Әхмәтғәли шикелле егет бик бәхетле ҡыҙға ғына тура килер, үҙе матур, үҙе таҙа, уға ҡушылһаң, яңынан ҡыҙ булырһың!..

Сәрүи:

— Эйе шул, әбей! Үҙем дә Әхмәтғәлиҙе ҡасандан бирле яратып йөрөйөм. Өйөмдө йыйыштырам, ҡыҙҙар кеүек кенә, түрбашына менеп ултырам. Әхмәтғәли ҙә урамда, мин һине алам, тигән кеше шикелле арлы-бирле йөрөй. Бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡмы, тип тә уйлап ҡуям.

Биби әбей:

— Љашиҡ булһағыҙ, бына мин һеҙҙе бер-берегеҙгә ҡушып, һауаплы булайым. Һин аҡса-фәлән күп һорама, туй уҙҙырырлыҡ булһа ярар. Әхмәтғәли үҙеңә килә торған кеше. Хатта туйға килеүҙән ҡасмаҫ.

Сәрүи:

— Үҙемдең ирем буласаҡ кешенән ниңә аҡса һорайым! Тик ғитдәт тулғансы сабыр итһен.

Биби әбей:

— Сабыр итер, ниңә итмәһен! Бер-ике көн сабыр итеү түгел, бер йыл да сабыр итер. Ҡатын алыу тиҙлек менән булмай, бер сәғәттә була торған ҡурсаҡ уйыны түгел бит ул! Сабыр иткән мораҙына еткән. Ашығыу шайтан фиғылы, сабырлыҡ аллаһы тәғәлә фиғылы, тип әйткәндәр ғалим-ғөләмәләр.

Сәрүи:

— Әбей, инде улай булһа, Әхмәтғәлиҙең үҙен күреп, бер һөйләшеп вәғәҙәләшеп ҡуйырға кәрәк. Араға шайтан кереп ҡуймаһын.

Биби әбей:

—- Улай булһа, мин бөгөн кис килергә ҡушырмын.

Сәрүи:

— Ярай, улай булһа, мин әҙерләнеп торормон, һеҙ бик һарғайтмай ғына килегеҙ...

Биби әбей:

— Ярай, улай булһа, һау булып тор!— тип сапанын ябынып сығып китә. Саҙрый байҙар тураһында Әхмәтғәли осрап: — — Ай-һай, беҙҙең әбей! Эште булдырғандыр, ахыры, бик ҡаты атлап килә! — Биби әбей:

— Беҙ йөрөгән эш булмай ҡалмаҫ... Бындай нисә эште урынына ҡуйған әбейең булырмын мин!

Әхмәтғәли:

— Ни булды, әбей? Йәһәтерәк, йөрәктәрем сығып бара!

Биби әбей:

— Никах уҡытып ҡайттым, тиһәм, ялған булыр, туғрыһы, бөгөн йәсиғ ваҡытында ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бармай ҡалма! Мин дә барырмын, ни булһа ла шунда булыр.

Әхмәтғәли:

— Раҫ әйтәһеңме?..

Биби әбей:

— Ниңә ялған әйтәйем? Мине ялғансы тип белдеңме ни?!.

Әхмәтғәли:

— Һүҙ рәте менән генә әйтәм. Бигерәк шатлыҡ ҡылған өсөн.

Биби әбей:

— Әхмәтғәли, балам, инде һүҙҙең тураһы шул: һеҙгә-килергә риза булды. Үҙегеҙ, бер-берегеҙҙе күреп, һөйләшеп ҡарағыҙ әүәл. Сәрүи үҙе лә шулай тип әйтте. Бер булғас, йәһәтерәк булһын инде. Изге эштең, инша алла, хоҙай тиҙ йүнен бирер.

Сәрүиҙең йорто. Биби әбей йәсиғ намаҙын уҡый. Сәрүи самауырҙың башын түбән ҡаратып, шалтыр-шолтор ҡаға. Әхмәтғәли ишек асып һөйләнә-һөйләнә:

— Беҙҙең әбейҙең намаҙ уҡыуы бөтмәҫ инде, бының, һауабын ҡайҙа ҡуйып бөтөрөр икән? Сәрүи туташ, һин бик иҫән тораһыңмы?

Сәрүи (тиҙ генә шәлен алып ябынып):

— Аллаға шөкөр, аҡрын ғына торған булабыҙ әле. Ирһеҙ ҡатындың тороуында ни йүн булһын!

Биби доға ҡыла башлай, башын түбән ҡуйып, әҡәлле ун минут ваҡыт үткәрә. Был ваҡыт Әхмәтғәли тик тора. Биби, ҡулын юғары күтәреп, доға ҡылып бөтөргәс:

— Эй балам, Әхмәтғәли! Һауабы булһа, урыны табылыр табылыуын. Беҙ үҙебеҙ ялҡаусан, төн буйы егерме рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыйым, ялҡаулыҡҡа сәбәп шайтан вәсвәсәһе инде.

Әхмәтғәли:

— Әбей, ярай әле һеҙ намаҙ уҡыйһығыҙ. Беҙ бер ҙә уҡымайбыҙ, ни булыр?..

Биби:

— Эй Әхмәтғәли! Әле һеҙҙең йәш ваҡыт, аҙыраҡ уйнап-көлөп ҡалығыҙ!

Әхмәтғәли:

— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, әбей, йәш ваҡыт, аҙыраҡ уйнап-көлөп йөрөмәй булмай.

Биби:

— Шулай шул, әле мине күрәһегеҙ бит: ике кеше уйнап-көлөп йөрөһөн өсөн нисә көндәр зәхмәт сигеп йөрөйөм.

Әхмәтғәли мыйығын борған булып көлөмһөрәп:

— Рәхмәт инде, әбей, был эшегеҙҙе ғүмер буйы онотмабыҙ!

Биби:

— Инде уныһын-быныһын ҡуйығыҙ! Бына мин барҙа ике арала булған һүҙегеҙҙе һөйләшеп бөтөрөп ҡуйығыҙ.

Әхмәтғәли:

— Инде, әбей, беҙ икебеҙ бер-беребеҙгә буласаҡ кеше, беҙ бер-беребеҙҙе ҙур расходҡа батырырға тырышмабыҙ.

Сәрүи:

— Эйе шул, туй уҙҙырырлыҡ расход булһа ярар, унан һуң...

Биби:

— «Унан һуң» тигән һүҙең ни һүҙ?..

Сәрүи:

— Күпме аҡса, күпме тауар алдығыҙ?— тип һораһалар, ни әйтербеҙ?

Биби:

— Эй ҡыҙым, кем һораһын? һин ҡыҙ түгел бит инде, хәҙергә аҡса-фәлән кәрәкмәй.

Сәрүи:

— Шулай булһа ла...

Әхмәтғәли:

— Юҡ инде, әбей, хәл ҡәҙәре аҡса бирмәй булмаҫ: ҡыҙ булмаһа ла, ҡыҙҙан артыҡ әле ул беҙҙең Сәрүийыһан! Ете-һигеҙ һум аҡса, ике күлдәк, дәхи ваҡ-төйәк нәмәләр бирмәй булмаҫ. Кеше араһында егетлекте күреп ҡалһындар.

Сәрүи:

— Мин шул әйткән һүҙҙәргә риза...

Биби (уйнап):

— Ай-һай, һеҙ икегеҙ алдан килешеп ҡуйған кеүек икәнһегеҙ. «Љашиҡ булдыҡ» тигән инегеҙ, уныһы ла дөрөҫмө әллә?

Әхмәтғәли:

— Хоҙай ҡушҡандыр инде.

Биби әбей:

— Ярай, һәр нәмәлә лә тәүәккәллек кәрәк: туй ҡасан булыр?..

Әхмәтғәли:

– Миңә, хут бөгөн булһын! Бер булғас тиҙ булғаны яҡшы.

Биби:

— Шулай ҙа, балам, ғитдәт тигән нәмә бар шул.

Әхмәтғәли:

— Әбей, һуң муллаға аҡса күберәк бирһәң, уҡымаҫмы икән?!

Биби:

— Юҡ, балам, шәриғәт ҡушҡан эште аҡса өсөн боҙмаҫтар.

Әхмәтғәли:

— Хәл юҡ, сабыр итербеҙ инде.

Биби ҡарсыҡ менән Әхмәтғәли сығып китәләр. Бер-ике айҙан һуң, ауыл рәсеменсә туй ҡылалар.

Туйҙан бер ун көн миҡдары һуңыраҡ.

Сәрүи:

— Һин, хәйерсе, урам буйынса йөрөгән эт аҙғынына барған мин дә дурак! Яҡшыраҡ ир табылмаҫ инеме ни?

Әхмәтғәли:

— Етер, тимен, ҡара йөҙ! Етер!.. Тик торғансы эт урынына туҡмап ташлармын!

Сәрүи:

— Килеп һуғып ҡара әле, нисек булыр икән?.. — Әхмәтғәли:

— Һуғыу түгел, аръяғына китер! — Сәрүи:

— Әҙер өйгә кергәс, һимереп киткән икәнһең, бик уҙып :һөйләшмә!

Әхмәтғәли:

— Өйөңә ут төртөп яндырырлыҡ бар. Шуның менән маҡтанаһың яуыз ҡатын!..

Сәрүи:

— Һин хәйерсегә ундай өй ҙә юҡ бит әле! — Әхмәтғәли:

— Күп һөйләнмә, етер инде. Етер, тимен, етер!.. — Сәрүи:

— Етмәһә ни эшләтерһең? Әллә үлтерергә итәһеңме?.. — Әхмәтғәли:

— Һин ләғнәтте үлтереп, Себер китәйемме ни? Башыңды ватып бөтөрөрмөн, беләһеңме?

Сәрүи:

— Ай-һай, тиҙ генә баш ватыу ҡайҙан сыҡты?.. Ватып ҡара әле!

Әхмәтғәли, ҡыҙып китеп, барып йәбешеп, сәсенән тартып Сәрүиҙе ергә йығып, бер мәртәбә һуғып ебәрә. Сәрүи ҙә ҡысҡыра башлай. Әхмәтғәли «ҡысҡырма!» тип барып йәбешә. Сәрүиҙең күлдәге айырылып та китә. Күршеләре килеп айыралар. Сәрүи муллаға китә, айырылырға һорай.

Ул ваҡыт Әхмәтғәли ҙә килеп:

— Талаҡ! Талаҡ!— ти ҙә, сығып китәләр.