0%

Фокус. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Фокус. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 16.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Фокус


Ауылға юл төҙөнөләр
Хөкүмәт аҡсаһына.
Өс саҡрым етмәне. Осҡан
Түрәләр баҡсаһына.

Һайлау еткән һайын ошо
Өс саҡрым иҫкә төшә:
Һәр депутат вәғәҙәлә
Юлды төҙөтөп бөтә…

…Иҫкә төшә студент йылдар,
Бүлмәлә бишәү инек,
Һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып
Күңелле йәшәү ине.

Бер көн шулай бер ҡыҙыбыҙ
Дәфтәр бите таратты,
Фокус вәғәҙә итте лә,
Йом(о)шартырға ҡушты.

Ултырабыҙ ҡағыҙ ышҡып-
Фокусҡа иҫтәр китте:
Дуҫ ҡыҙыбыҙ, йыйып алып,
Бәҙрәфкә сығып китте…

…Һайлау етһә, иҫкә төшә
Йәш саҡтағы ваҡиға,
Күпме депутат һайланды
Ошо юлдың хаҡына!

Халыҡ алдап, беҙҙе йолдап,
Күпме депутат ота.
Ә юл нисек? Урынында!
Шул килеш һаман ята.

Егерме йыл инде шулай
Һайлауға наказ әҙер,
Нисәнсе депутат хәҙер
Юлды “төҙөргә әҙер”.

Килер һайлауҙар хаҡына
Төҙөмәйсә һаҡлайҙар.
Ә беҙ һаман ышанабыҙ-
Фокус инде һайлауҙар…


16.03.2014