Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе. 3-сө өлөш. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе* (3-сө өлөш)
Автор: Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
ҠАРА: Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.  


3-сө өлөш


Уйламағыҙ, "Жарудә"не* күргән юҡ, тип,
Әгәр күрһә, ғибарәтен белгән юҡ, тип.
Көс барынса һаҙаҡ артҡан* егеттәр бар,
Уйламағыҙ, донъяла мәргән юҡ, тип.

Мәргәнгә хоҙай бирһә туры уғын,
Уға иптәш булһа әгәр тоғро зиһен,
Бәхетенә тотҡарлыҡ юҡ, беләһеҙме?
Бар ғаләм белеп тора мәшрәбәһен21.

Ҡаршы торор минең ни миҡдарым бар -
Үҙемдең ноҡсаныма22 иҡрарым23 бар.
Беҙ — ҡырмыҫҡа, һеҙ Сөләймән булғанда ла,
«Фаин тәҙһәбу?»ҙан24 хәбәрем бар.

Дамелла икәнегеҙ иҫебеҙҙә,
Фәҡирҙе лә алығыҙ иҫегеҙгә.
Аҡрын, йәйәүләтеп, артҡа төштөк,
Аҡмулла — фәлән-төгән, тиһәгеҙ ҙә.

Ирҙең хәле беленер, ләфыз25 атһа,
Кемдең хәле беленер, йәшерен ятһа?
Мәғрифәгә сифатҡа ярап китә,
Нөкирә бер сәбәп менән билге тапһа*.

Берәүгә морат булһа хаҡтың яды26,
Белеме миҡдарынса уға бади27,
Һадиҙар28 исеменә мозһир29 булыр
Зиһенлелек, һәләтлелек — шарты ғади.

Һәр кемгә бәхет бирелгән ҡисмәт30 менән,
Ирҙәргә яла яҡма хиссәт31 менән.
Мыҫҡыллауға муллалыҡтың хәжәте юҡ,
Ғалим булһа, лаф орһон хикмәт менән.

Дәртһеҙҙәрҙең эше юҡ һиммәт менән,
Һиммәтленең ҡулы ҡыҫҡа ҡилләт32 менән,
Халыҡтың ҡарашында хур күренеп,
Ғүмере үтер бисараның зилләт33 менән.



Аңлатмалар

Аңлатмалар автор хоҡуҡтары менән һаҡлана. Уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһына ҡуйылған Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит. китабында уҡығыҙ.

Иҫкәрмәләр