Уҫал малай үтеп бара,
Өҫтө-башы ҡап-ҡара.
Уға, бер айыу күргәндәй,
Кешеләр ҡарап ҡала.
Өй артындағы ышыҡҡа
йыйҙы ул малайҙарҙы.
Берәү унан ҡурҡты, берәү
Батырҙыр тип алданды.
«Исемем Вәли булһа булһын,
Асылда мин Бармалей,—
Тине малай.— Бер мискә һыу
Эсә алам. Бар, налей!»
Сигаретын тоҡандырып,
Төтөн борҡто Вәли.
Шул төтөндән кескәй Нурҙың
Бөттө лә ҡуйҙы хәле.
Бөтәһенән дә һурҙыртты
Сигаретты — зәхмәтте.
Теш аралаш төкөрөргә
Өйрәтте ул Әхмәтте.
Дамир быуылып ҡапылдан
Сәсәй-сәсәй йүткерҙе.
Уны ишетеп, өй алдында
Хәтәр ҙур бер эт өрҙө.
Уҫал этте күреп ҡалғас,
Дүрт күҙле булды Вәли...
һәм табанын ялтыратты
Ҡурҡаҡ Вәли — Бармалей.