Jump to content

Уңған ҡыҙ Зәлифә(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Уңған ҡыҙ Зәлифә ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Уңған ҡыҙ Зәлифә


 Зәлифәнең өләсәһе менән урманға еләккә барғыһы килә лә бит, Әлифә инәй:
— Ҡуй, арырһың! Йыйып алып ҡайтҡанын ашағас та яраған һиңә, — тине.
Зәлифәнең урмандағы айыуҙар, бүреләр менән дуҫлашҡыһы килә ине.
Ҡыҙыҡай Әлифә инәй күрмәгәндә генә уның кәрзиненең төбөнә инеп ятты. Өҫтөнә өләсәһе урманда ашарға тип алған ризыҡтар төргәген ҡапланы.
Китеп бара Әлифә инәй, үҙе һөйләнә:
— Ни эшләп был юлы кәрзинем ауыр тойола һуң әле? Әллә ҡартайыла инде?
Зәлифәнең йөрәге дөп-дөп тибә: өләсәһе уның кәрзиндә ятҡанын белеп кенә ҡуймаһын!
Әлифә инәй, йырлай-көйләй, урман аҡланына килеп етте лә, күпереп үҫкән хуш еҫле үлән- сәскә өҫтөндә ултырып, ял итеп алды. Зәлифә, кәрзиндән һикереп төшөп, ҡайынлыҡ араһына инеп юғалды. Өләсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды.
Зәлифәгә Бүре малайы Ослотеш осраны. Зәлифә ҡыуанып китте:
— Мин урманға ысын бүре күрергә килдем, — тине. — һинең менән дуҫлашҡым килә.
— Мин ҡыҙҙар менән дуҫлашмайым, — тине Ослотеш. — Мин уларҙы ашайым ғына.
— Ярар, ашағың килгәс, ҡабырһың да йоторһоң. Әйҙә, башта өләсәйемә еләк йыйышайыҡ.
Ослотеш риза булды. Зәлифә менән Бүре малайы кәрзинде тултырып та ҡуйҙы. Әлифә инәй:
— Бәй-бәй, был ни хикмәт? Кәрзинем өймәләмә булған да ҡуйған. Әллә Шүрәле ярҙам иттеме икән? — тип һөйләнә-һөйләнә ҡайтырға сыҡты. — Ейәнсәрем ҡыуаныр инде, тәмле еләк менән һыйлағас...
Зәлифә Ослотешкә ялынды:
— Бүреләрҙең өйөн күргем килә, мине алып барып күрһәт әле. Унан ҡабырһың да йоторһоң.
Ослотештәрҙең өйөнә барып инһәләр, Зәлифәнең күҙе дүрт булды: ҡайҙа ҡарама — бысраҡ!
— Башта өйөгөҙҙө йыуып сығарайым. Унан ҡабырһың да йоторһоң, — тине тағы Зәлифә.
Бүреләрҙең өйөн ҡырып йыуып сығарҙы уңған ҡыҙыҡай. Ослотеш уның эшләп бөткәнен тупһа төбөндә көтөп ултырҙы.
— Бынау мөйөштә торған керегеҙҙе лә йыуып алайым да инде. Унан ҡабырһың да йоторһоң.
— Тиҙерәк бул! Ҡорһағым асты!
Зәлифә бүреләрҙең кейем-һалымын йыуып ағас ботаҡтарына кибергә элеп ҡуйҙы.
— Асыҡты-ы-ым! — тип ырылданы Ослотеш.
— Хәҙер әсәйеңдәр ҡайтыуға аш ҡына бешерәйем дә... Унан ҡабырһың да йоторһоң.
Аштың тәмле еҫе сығыуға урман юлында Ослотештең ата-әсәһе күренде.
Бүре балаһының Зәлифәне ата-әсәһенә күрһәткеһе килмәне: бер ҡыуаҡлыҡ төбөнә йәшереп ҡуйҙы. «Әйҙә, бөтөн эште мин эшләгән, тип уйлаһындар!»
Эй, маҡтаны Ослотеште атаһы менән әсәһе, эй, маҡтаны:
— Өйөбөҙҙә ҡояш нуры уйнап тора!
— Улыбыҙ ҡалай үҫкән!
— Уф, бешергән ашы телеңде йоторлоҡ! Ҡайһы арала оҫтарып алған!
Ослотеш күҙҙәрен ялтыратып, иркәләнеп ултырҙы. «Мине түгел, Зәлифәне маҡтағыҙ!» — тип әйтергә һис кенә лә теле әйләнмәне.
Ашҡа хуш иткәс, Ослотеш Зәлифә янына һыпыртты.
Зәлифә Ослотешкә ялынды:
— Мине ауылыбыҙға илтеп ҡуй. Ауыл осонда ҡабырһың да йоторһоң.
— Атланып ал миңә, — тине Ослотеш.
Ауылға ла килеп еттеләр. Бүре малайы:
— һинең һымаҡ һәйбәт ҡыҙҙы ашап тормайым инде. Әйҙә, дуҫлашайыҡ, — тине лә кире урманға елдерҙе. — Беҙгә тағы ҡунаҡҡа кил, йәме!
Атаһы менән әсәһенең уны маҡтағанын бик яратты Ослотеш. «Дуҫлашып алһалар, Зәлифә уға гел эшләшер», — тип уйланы. Ҡабып йоторға башҡа ҡыҙҙар бөткәнме әллә?
Өләсәһе урмандан ҡайтып ингәндә Зәлифә уға өйҙә сәй ҡайнатып тора ине инде. Икәүләп хуш еҫле еләк менән сәй эстеләр. Сәй эсергә Һеҙҙе лә саҡыралар. Ана ғына тора өйҙәре. Уңғанлығы менән Бүрене лә еңгән батыр ҡыҙыҡайҙы һеҙ ҙә барып күрәһегеҙме әллә, булмаһа?

 


2009 йыл