Jump to content

Уҡыу әсбаптары(йомаҡ). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Уҡыу әсбаптары (йомаҡ)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Уҡыу әсбаптары


Теле юҡ, һүҙе бар,
Күҙе юҡ, күрһәтә,
Бар нәмәне өйрәтә.(китап)

Үҙе уҡый белмәһә лә,
Ғүмер буйы һүҙ яҙа.(ҡәләм, ручка)

Ун ике битле,
Һыҙыҡ ситле,
Ап-аҡ төҫлө,
Тимер епле.(дәфтәр)
  
 


1988 йыл