0%

Уҡыусыларыма. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Уҡыусыларыма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 25.05.2013.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һеҙ мәктәпкә тәүге килгән саҡта
Бәләкәйҙәр, шуҡтар инегеҙ,
Хәҙер инде тормош ауырлығын
Күтәрерлек булды иңегеҙ.

Мәшәҡәтле мәлдәр байтаҡ булды-
Сабырлығым сиге тулманы,
Һеҙҙең менән ауыр булһа булды,
Тик күңелһеҙ бер ҙә булманы.

Еңелергә һеҙҙе өйрәтмәнем,
Һәр ярышта булдыҡ беренсе.
Өйрәнгәнсә, оло тормошта ла,
Булығыҙ һеҙ шулай еңеүсе!

Ете йылда күпме талант астыҡ,
Даныбыҙҙы илгә тараттыҡ.
Мин тырыштым һеҙҙә үҫтерергә
Яҡшы кеше булыу талантын.

Бөгөн һеҙгә ҡарап ғорурланам:
Аҡыллылар, ҙурҙар, матурҙар!
Һеҙҙең алда - оло, ҙур маҡсаттар,
Һеҙҙең алда асыҡ бар юлдар.

Маҡсатығыҙ, көслө компас булып,
Тормош даръяһында әйҙәһен,
Хыялығыҙ һеҙгә ҡанат булһын,
Барыр юлығыҙҙы биҙәһен!

Оҙатабыҙ һеҙҙе ҙур тормошҡа,
Бөйөк яҙмыш юрап ҡалабыҙ,
Осор өсөн һеҙгә ҡанат биреп,
Эшләргә дәрт һеҙҙән алабыҙ.

Хәйерле юл һеҙгә, балаларым!
Һау-сәләмәт бер үк булығыҙ,
Юлдаш булһын һеҙгә тик уңыштар,
Изгелекле эштәр ҡылығыҙ.

Онотмағыҙ: тыуған ауыл, мәктәп,
Ғаиләгеҙ бар арҡа терәрлек.
Яҙмышығыҙ бөйөк, яҡты булһын,
Ғорурланып ҡына һөйләрлек.