Jump to content

Уҡытыусыма. Рәми Ғарипов

From Wikisource

Яңы текст ҡуйыу өсөн әҙерләмә

Уҡытыусыма (Шиғыр)
автор Рәми Ғарипов
Ижад итеү ваҡыты: 1950й. Нәшер ителгән: 2010й. Сығанаҡ: Электрон дәреслек


Уҡытыусыма


Мәрйәм апайға

Ниндәй бәхет —
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы.
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.

Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын,
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер хистәрем.

Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.

Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.

Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була
Тиҙ булһа ла
Йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн
булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!


1950