100%

Уяныу. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Уяныу
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Уяныу


Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.

Баҡсалай, егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһә бал шикелле.

Яҙ сыҡты баҡсаларҙа былбыл һайрап,

Атылып сәскәләре гөл-гөл жайнап.

Һалайыҡ шул баҡсаға күҙебеҙҙе,

Ҡуйған юҡ ҡараңғыға беҙҙе бәйләп.

Ҡар китте, һыуҙар ағып, боҙҙар иреп,

Бар донъяны хозурлыҡҡа китте тороп.

Кейемһеҙ, әйҙә ултырған етем бала

Таралды урмандарға сәскә тиреп.

Йүгерҙе йәш балалар яланаяҡ,

Ҡушылды сырҡыратып уға тай-тулаҡ.

Йән бармы хәрәкәтһеҙ - ҡарағыҙсы,

Быҙырап сыҡҡанда яҙ йәшел ҡыяҡ?

Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа -

Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа.

Һин дә инде һөнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл,

Талпынып һөнәр өсөн бындай саҡта!



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр