Jump to content

Утрауҙы һыу баҫты(хикәйә). В.Бианки

From Wikisource
Утрауҙы һыу баҫты (хикәйә )
автор В.Бианки
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Утрауҙы һыу баҫты


 
 Йылға уртаһындағы утрауҙа ҡуян йәшәй ине. Яҙ килде. Утрау тирәһендәге боҙҙар ағып бөттө.
 Был көндө ҡуян үҙенең ҡыуағы аҫтында йоҡланы ла йоҡланы, сөнки уны ҡояш йылыта ине. Йоҡлағанлыҡтан, йылғала һыуҙың арта башлауын һиҙмәне. Һыу ҡуян ятҡан ҡыуаҡ төбөнә лә килеп етте. Уның туны сыланды. Ҡуян быны һиҙеп, уянып китте. Тирә-яғына ҡараһа, бөтә ерҙе һыу баҫҡан. Ҡуян тиҙ генә утрауҙың уртаһына сапты. Унда ҡоро урын бар ине.
Ләкин йылғалағы һыу тиҙ артты. Утрау бәләкәйләнә барҙы. Ҡуян утрауҙың бер ситенән икенсе ситенә сапты.
Бөтә көнөн һәм төнөн сабып уҙғарҙы. Икенсе көндө утрауҙың бик бәләкәй генә киҫәге һыуҙан ҡалҡып тора ине. Унда ҡороған бер ағас ултыра. Ҡуян шул ағас тирәһендә йүгереп йөрөй башланы.
Өсөнсө көн һыу ағас төбөнә үк килеп етте. Ҡуян ағасҡа менергә уйланы. Ләкин, һикергән һайын, һыуға йығылып төштө.
Маташа торғас, түбәнге йыуан ботағына һикереп менә алды. Ҡуян шунда яйлап ултырҙы ла һыу ҡайтыуын көтә башланы. Йылға һыуы артабан күтәрелмәне.
Ҡуян асҡа үлеүҙән ҡурҡманы. Ҡарт ағастың ҡабығы, бик ҡаты һәм әсе булһа ла, ашарға ярарлыҡ ине.
Ел ағасты шул тиклем һелкетә, ҡуян ағас ботағында саҡ-саҡ ултыра. Киң йылғанан ҙур бүрәнәләр, ағас ботаҡтары, һалам һәм башҡа нәмәләр аға ине.
Ҡуян ағас ботағында өс көн ултырҙы. Һыу тартылғас, ҡуян ергә төштө.


1988 йыл