100%

Урыным — зиндан. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Урыным - зиндан...
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты



Урыным — зиндан…*



Ҡат-ҡат сәләм мин мосафир Аҡмулланан,

Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ мулланан.

Бөтә сәхрә эҫтәренә беҙҙән сәләм

Дошмандың ялаһынан пак мулланан.

Бәғд әс-сәләм[1], фәҡир хәлен һораһағыҙ,

Хат менән белдерәйек, теләһәгеҙ.

Аһ ороп, аш эсмәй, ҡан йотабыҙ,

Үлгәнгә, үлмәһәк тә, йәнәшәбеҙ.

Яҙайыҡ һеҙгә ғибрәт, һораһағыҙ,

Йәйелгән тамам йортҡа тамашабыҙ:

Һимеҙҙәр ябығалар, түҙә алмай,

Был ерҙә бөйөктәрҙән алашабыҙ[2].

Һарғайып, тән йоҡламай, таң ашабыҙ,

Күп уйлауҙан аҡылдан аҙашабыҙ.

Ау ҡороп, себен тотҡан үрмәкселәй,

Ҡандала, бөрсә менән талашабыҙ.

Урыным минең ятҡан — аты зиндан,

Һәр төрлө әҙәме бар яфа ҡылған.

Эсендә төрлө ғибрәт — хисабы юҡ,

Мөнафиҡ нисә төрлө — бар йыйылған.

Тимер менән ҡаҙаҡланған тәҙрәһе,

Ҡара таш менән уралған бар тирәһе.

Урыҫтың тулып ятыр кенәгәһе…

Был урынға дошманыңды теләмәһен!

Күңел баҫыр бер нәмә юҡ, күңел сарсай,

Мылтыҡлы һалдат йөрөй урай-урай.

Башыма төшкән эшкә сара бармы?

Ятабыҙ, бисаралар, илай-илай.

Тотҡондоң, һораһағыҙ, яйы шулай

(Әҙәмде ошондайҙа әҙәм һынай):

Күрәбеҙ тәҙрәнән мирзаларҙы -

Үтәләр ҡаршыбыҙҙан һыбай-һыбай.

Ҡайһылары ун йыл ята, оҙаҡ ҡалған,

"Эш"тәре Петербурға оҙап ҡалған.

Һиммәтле ниндәй ирҙәр, заиғ[3] булып,

Аяғы кешән менән тоҙаҡланған.

Һарғайтты аҡ йөҙөмдө ҡара таш өй,

Ат менән ниҙәр күрмәй әҙәм башы.

Ҡаңғырҙы башым минең тауыш менән,

Яҡшының ямандан юҡ айырмаһы.

Әҙәмдең ҡараңғы өйҙә ҡайғырғаны -

Ауыртҡан ята-ята ҡабырғаһы.

Эсендә нахаҡ та бар, хаҡы ла бар,

Яталар елкәләрен ҡашый-ҡашый.

Ҡатыҡһыҙ ҡара өйрә — эскән ашы,

Эскәнендә тамсылай күҙҙең йәше.

Борадәр, эсмәйем, тип булма ғасый[4] -

Донъяның вафаһы юҡ, атаң башы!

Мин дә бит быны теләп алғаным юҡ,

Ҡаҙаҡҡа көсләп кейәү булғаным юҡ.

Хоҙайҙың ҡылғанына сара бармы?

Йөрәгем яна уттай, дарманым юҡ.

Беҙ ҙә бит бер шаһбаздың балаһы инек,

Хәлфәнең дин өйрәткән таҙаһы инек.

Ғилемлек майҙанында ҡатар килгән

Дүртенсе, бишенсегә талаша инек.

Киң япан тар булалыр, ҡаза килһә,

Юҡ ғәйеп бар булалыр, яза килһә.

Ҡәҙере именлектең — имен саҡта,

Башыңдан аҡыл китер, бәлә килһә.

Бәләне күп күргәндәр аҫыл заттар,

Ҡазанан тар-мар булған алтын таҡтар[5].

Дошмандың бәлә һалған ҡайғыһынан

Кителгән булат ҡылыс, мәрурд[6] һаптар.

Һәр кемгә бер сәбәптән афәт булған,

Яҡшыға булһа тағы — нахаҡ булған:

Ҡарышҡан бер солтанға ҡаршы килеп,

Хибестә[7] Имам Әғзам вафат булған.

Әҫәре[8] аҫыл һүҙҙең балдай татыр,

Был ерҙә күңел ҡурҡаҡ, телем батыр.

Аҡ йәне нахаҡ көйгән бисарағыҙ

Аҡрын ҡисса[9] ҡылып һулҡылдатыр.

Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр,

Сәселгән ризығы булһа, йөрөп татыр.

Һәр бәндә күрәһене күрмәй ҡалмаҫ,

Кәрәк солтан булһын, кәрәк император.

Таушалды ҡайғы менән аҡыл, хәтер.

Әсемдә ҡайғы-хәсрәт тулып ятыр.

Шулай ятып, Аҡмулла бисарағыҙ

Тәрәндән әйләндереп һүҙ ҡуҙғатыр.

Бер ҡаза күрмәйенсә, әҙәм шашыр,

Бәндәнең ҡаза тигән күңелен баҫыр.

Бауырһаҡ та еймәгән Аҡмулла инем,

Сәйнәйем ҡара нанды ҡашыр-ҡашыр.

Һалдаттар, кис булғанда, ҡуйҙай ҡамай,

Ябалар, малдай ҡылып, һанай-һанай.

Үлерем иҫемдә ине, был — иҫтә юҡ,

Ҡаза етһә, бирә икән жәббар[10] хоҙай.

Һарғайҙым тәҙрәнән ҡарай-ҡарай,

Зарығып, сыҙамай татлы йән, ай!

Иҫәнгилде, Батучка остаҙ булып,

Аҡмулла хурлыҡ күрҙе талай-талай.

Ябыҡтым ҡайғы менән, уйлай-уйлай,

Был ерҙә һис берәүгә һүҙем һыймай.

Ҡазаға ғәрип бәндә сыҙай икән -

Залимдар Аҡмулланың йәнен ҡыйнай.

Әсе икән мазлум булып ҡалған көн, ай,

Ҡөрьәндә залимлыҡтан тыйған Хоҙай.

Ҡылғаны Иҫәнгилде иҫкә төшһә,

Илаймын ике күҙҙән йәшем тыймай.

Күп ине дошман мине абалаған,

Төрлө ошаҡ, яла һәм яман сығарған.

Бер мәҡәл бар: юҡ, тигән, хаҡҡа — үлем,

Хаҡ эште бер Хоҙайым аралаған.

Мәғәнәләп инде әйтәйем, ҡара маған[11],

Лайыҡһыҙ, яҡшы һүҙгә ҡарамаған.

Яҙылды ҡайғы менән, ғәйеп итмә -

Бүреләр йөрәгемде яралаған.

Күтәрмәйһеҙ тура әйткәнде, наҙан әҙәм,

Боронғо рәсем ҡалған замананан.

Дошманға пәйғәмбәр ҙә ярамаған,

Эт эсенә һары май онамаған.

Һауалы был заманда ҡараламай[12]

Араһын килмешәктәр аралаған.

Тере саҡта күнмәй икән ҡара наҙан,

Донъя ҡыуып, мәғрифәткә ҡарамаған.

Әҙәмдә ошаҡ менән яла яман,

Себендә саға торған ара яман.

Һөйләһә, һөйләй бирһен ҡара таған[13] -

Ҡушылмаҫ аҡ маралға ҡара ҡабан.

Ҡарамаҫ ғилем ҡәҙерен ҡара наҙан -

Ҡара эт тә пәйғәмбәргә абалаған.

Эт ҡалманы инде мине таламаған -

Тәнемдең урыны юҡ ҡанамаған.

Яу ҡайтып баш асылыр был ҡайғынан,

Шоңҡарҙай күҙен асҡан томағанан[14].

Тотҡон булып, гәүһәрем юғалмаған:

Ул гәүһәр — бер Аллаһы Тәғәләнән.

Яҡшыны күрә алмайҙыр наҙан әҙәм,

Ғибрәт булып ҡалған борон замананан.

Муса һайын бер фирғәүен, тигән кеүек,

Ҡалған ул бойороҡ булып ғөләмәнән.

Ҡәрҙәштәрем, барсағыҙға күп-күп сәләм,

Һеҙҙәргә бәғд әс-сәләм ғибрәт кәләм.

Һәр төрлө мәғәнәләп ҡисса яҙҙым -

Йөҙәлер һәнәрле әҙәм үргә табан.

Хур булдым хата төшөп ҡоҙғондарға,

Ярандар илтифат ит беҙҙең зарға,

Арыҡты аша баҫҡан арғымаҡ инем,

Тойоҡлап, туҡтап ҡалдым киҫә ярға.

Бындай эш ҡылғаны юҡ, күргәне юҡ

Ҡаҙағы Кесе Йөҙҙөң, Ырымбурҙың.

Атлас тун баҙарында ҡиммәт үтәр,

Мутлыҡ-хәйлә араһында сауҙа бикар[15].

Зәр ҡәҙерен зәргәр[16] белер, тигән һүҙ бар,

Гәүһәрҙе эт муйынына таҡһаң, китәр.

Һайыҫҡан, хаким булып, тутый булмаҫ.

Юҡ илдә буҙ баланың ҡото булмаҫ,

Быҙауы үлгән һыйырҙың һөтө булмаҫ.

Сарата[17] йондоҙо Ҡәүәс[18] булмаҫ,

Ямандың касафаты алыҫ булмаҫ.

Ала ҡуңыҙ тиреһе әйгә күнмәҫ,

Йүкәне, майлау менән, ҡайыш булмаҫ.

Яҡшының сауҙаһында һағыш булмаҫ,

Ямандың сауҙаһында табыш булмаҫ.

Һыйырға келәм ябып булмағандай,

Аҡсарлаҡ, буяу менән, тауис булмаҫ.

Күк тимер, ҡайрау менән алмас булмаҫ,

Күк ишәк, ҡорҙаш булып, моңдаш булмаҫ.

Яман дуҫ — ҡара йылан, тигән кеүек,

Йәр булып, юха йылан юлдаш булмаҫ.

Яманды, күп буйлатһаң, өмөт киҫәр,

Хозурлыҡтың ҡәҙерен белмәҫ тинтәк, иҫәр

Залимдың золомо күп, күп һимертһәң,

Табаҡтан эттең башы һөрһөп төшәр.

Яманды түрә ҡылһаң, йортоң боҙар,

Аҡылһыҙҙы иркәләһәң, ботон һуҙар.

Түрә тимә, ҡара тимә — фиғелен ҡара -

Ҡай яман арғымаҡтан мастак[19] уҙар.

Әҙәме был замандың — харам тамаҡ,

Күңеле ҡара, ауыҙы ала, ирене ялаҡ.

Ғилем эшенә сәмсел аттай сығынлайҙыр,

Дау тигәндә, арыҡ атын китәр туҡмап…

Зар ҡылып, мин ятырмын, ҡарындаш, ай,

Ябығып, һөйәк ҡалған арғымаҡтай.

Залимдар ҡәҙер белмәҫ һәләк итте,

Көн нурын күрә алмаған ярғанаттай…

Һаҡланһын ғалим ир яман дуҫтан,

Наҙан дуҫ — бер айлыҡ дуҫ, төбө — дошман.

Йофарҙың пошоҡ* кеше еҫен һиҙмәҫ,

Гөл еҫен ҡайҙан һиҙһен томшоғо осҡан?..

Күп ятып тар ерҙәрҙә һарғайҙы бит,

Был ерҙәрҙә йәндәй яҡын булалыр сит.

Мут илдең баҙарында дөкан[20] асып,

Гәүһәрем, баһаһы төшөп, хур булды тик.

Ямандың, борадәрем, һыртынан кит:

Әүлиә булһаң да һин, ҡуймайҙыр эт.

Эт өрҙө пәйғәмбәргә, тигән һүҙ бар,

Эт атым юғалмаһын, тип әйтә, тип.

Борадәр, был һүҙемде күрмәгеҙ ек,

Минең юҡ яҡшығыҙға әсемдә кик[21].

Яманды дошман күрмәк — дин сөннәте,

Бәғзегеҙҙең иманынан ҡыламын шик:

Пәйғәмбәр хәдисенән ҡалған һүҙ бар,

Ошаҡсы — йәһәннәмдең кәнтәйе, тип.

Дуҫ булмаҫ, дуҫын һырттан яманлаһа,

Кеше булмаҫ, бер хатаны яба алмаһа.

Бәндәне һырттан әҙәм ни тимәйҙер,

Инсаф итеп, бер хоҙайҙан оялмаһа.

Маҡтамаҫ әҙәмде әҙәм, күрә алмаһа,

Аҡһаҡ эт ятып орор, йөрөй алмаһа.

Ауыҙына тупраҡ тулып, шунда туҡтар,

Ғазраил эшен килеп тамамлаһа.

Ни ҡылып, йәнең сыҙар, борадәрем,

Аҡ һөтөң бер эт килеп харамлаһа.

Аһ ормаҫ ир, йөрәген һары алмаһа,

Ҡайғыһы ҡайғы өҫтөнә ямалмаһа.

Барынан да ошо хурлыҡ яман икән -

Хәстәнән күңел хушлыҡ таба алмаһа.

Был ваҡытта тилмергән бер тотҡон инек,

Күреп-китеп йөрөһәгеҙсе, һис булмаһа.

Ҡайғылы бәндәһенә Хоҙай яҡын,

Илатыр бәндәһенең аҫыл затын.

Кемде ул артыҡ һөйә — артыҡ ҡыйнар,

Дуҫының ишетәйем тип мөнәжәтен.

Ә был яһил, Мөхәммәткә инанмаған,

Иманға өндәһә лә, ышанмаған.

Өс йөҙ алтмыш мөғжизәһен сәхәр тиеп,

Яралған ай менән көндө күрә алмаған.

Әйтәйем ҡыҫҡа һүҙҙең мин тулғауын[22],

Дошмандың ошағына юҡтыр дауым.

Беҙ түгел, пәйғәмбәргә ошаҡ булған,

Булыр, тип, һәр Мусаға бер фирғәүен.

Тотҡон булып ғәзиз Йософ күпме ятты,

Сығарып, ағалары ҡол тип һатты.

Унан һуң Зөләйханың ялаһынан

Зинданда ун ике йыл яфа тартты.

Ни ҡылды Исраилдың даналары[23],

Үҙҙәре — яҡын нәби[24] балалары.

Уғыры, үлтереүсе, ошаҡсы тип,

Йософто ниндәй ҡылды ағалары!..

Яҙылған, ҡараһағыҙ, һәр китапҡа,

Ялғанлыҡ алынмаҫ, тип, илтифатҡа.

Ҡәберендә Имам Әғзам эт булды, тип

Ҡай сама ғәйбәт булды аҫыл затҡа.

Бәләне күрә килгән пәйғәмбәрҙәр,

Яфаны тарта килгән сын гәүһәрҙәр.

Ни ғәйептән тотҡон был, тип уйламағыҙ -

Файҙа юҡ артыҡ һүҙҙән, борадәрҙәр.

Арғымаҡҡа кәмселек юҡ тышағандан,

Бындай һүҙгә төшөнмәгән — тома наҙан.

Мосолман тип ошаҡсыны әйтә алмаймын

Беҙ түгел, пәйғәмбәр ҙә ышанмаған.

Яҡшы һүҙ тыңламаҡҡа хуп, мөбәрәк,

Яҡшыға хоҙа — мәдәд[25], аҡыл — сәбәп.

Был һүҙем үләң түгел — бер нәсихәт…

Яҙғаны — булмағаны фарсы, ғәрәп.



Аңлатмалар

  • «Урыным — зиндан…» Был әҫәр «Аҡмелла әфәнденең мәхбүс заманында иншад итдеке шиғырләре» («Аҡмулла әфәнденең тотҡонлоҡта ижад иткән шиғырҙары») исеме аҫтында тәүге тапҡыр шағирҙең 1904 йылда Ҡазанда сыҡҡан «Аҡмелла әфәнденең иншад итдеке манзуматы илә башҡа бер ҡач мөншадәтене вә кәндесенең тәржемәи хәлене мөштәмил мәжмүғәдер» («Аҡмулла әфәнденең ижад иткән шиғырҙары менән башҡа бер ни тиклем әҫәрҙәрен һәм үҙенең биографияһын эсенә алған йыйынтыҡ») китабында баҫыла һәм бынан һуңғы бөтә йыйынтыҡтарына ла индерелә. Ҡыҫҡартылған варианты "Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы"нда, мәктәп дәреслек-хрестоматияларында һәм "Башҡорт поэзияһы антологияһы"нда бирелә («Мәканем минең— аты зиндан» исеме аҫтында). Исеме, мәғәнәһе яғынан әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килеп торған шиғри юлды ҡыҫҡартып, «Урыным — зиндан…» тип алынды.
  • Пошоҡ — ауырыуҙан танауы шиңеп, наҡыҫланып ҡалған кеше. Иҫәнгилденең танауы пошоҡ булған. Бында шағир шуға төрттөрә. «Булмаған» әҫәрендәге «Татлы балдың ләззәтен һиҙмәҫ томшоғо серек», «Шиңгән гөлдө теләһен ул, танауы еҫ һиҙмәгән, еҫле гөлдән томшоғо юҡ һис әҫәрдар булмаған» тигән юлдар ҙа шулай уҡ Иҫәнгилдегә адресләнгән. Шағирҙең туранан-тура ла, кинәйә менән дә Иҫәнгилде байҙың был етешһеҙлегенә төрттөргән юлдар башҡа ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә лә осрай.

Иҫкәрмәләр

  1. Бәғд әс-сәләм (ғ.) — сәләм һуңында.
  2. Түбәнгә төштөк, мәсхәрә ителдек мәғәнәһендә.
  3. Заиғ (ғ.) — әрәм.
  4. Ғасый (ғ.) — буйһонмаусы.
  5. Таҡ (т.) — тәхет.
  6. Мәрурд (ғ.) — зиннәтле.
  7. Хибес (ғ.) — зиндан, төрмә.
  8. Әҫәр (ғ.) — бында: тәьҫире.
  9. Ҡисса (ғ.) — хикәйә, хәбәр.
  10. Жәббар (ғ.) — йәберләүсе, шәфҡәтһеҙ.
  11. Маған (ҡ.) — миңә.
  12. Ҡараламан (ҡ.) — дөйөм кешеләр, ҡара халыҡ.
  13. Таған (ғ.) — һүгеүсе, мыҫҡыллаусы.
  14. Томаға (ҡ.) — һунар шоңҡарының башына кейҙерелә торған күн башлыҡ.
  15. Бикар (ф.) — буш, файҙаһыҙ.
  16. Зәр (ф.) — алтын; зәргәр — ювелир.
  17. Сарата (ғ.) — Ҡыҫала йондоҙ.
  18. Ҡәүәс (ғ.) — Йәйә йондоҙ.
  19. Мастак (ҡ.) — ябай эш аты, егенке ат.
  20. Дөкан (ғ.) — кибет, магазин.
  21. Кик (т.) — хөсөт, кенә, асыу.
  22. Тулғау — шиғри әҫәр.
  23. Дана (ф.) — белдекле, ғалим, аҡыл эйәһе.
  24. Нәби (ғ.) — пәйғәмбәр.
  25. Мәдәд (ғ. -ф.) -ярҙам.