0%

Уралиә тигән ил(хикәйә). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Уралиә тигән ил ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Уралиә тигән ил


 Борон-борон заманда һәр төр халыҡтар ил-ил булып донъя көтөүҙе һанламай, бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөүҙе хуп күргән бер ваҡытта, улар араһында йыш ҡына ыҙғыш-тартыштар ҡубып торған, ти. Тора-бара, ҡояш сығышы яғынан ҡояш байышына йә көньяҡтан төньяҡҡа табан сәйәхәт иткәндә, береһенән- береһе аҫылыраҡ урындарға юлығып, хайран ҡалған сәйәхәтселәр йәндәренә яҡын төбәктәргә хужа булырға ынтыла башлаған. «Был ерҙәрҙе иң тәүҙә беҙ күрҙек,— тип һөрән һалған бер өйөр сәйәхәтселәр башлығы,— тимәк, ул беҙҙеке!» «Юҡ,— тип ҡаршы килгән уға икенселәр,— был гүзәл ергә беҙ, тәүләп аяҡ баҫып, тамғабыҙҙы һуғып киттек, был ерҙәр беҙҙеке!» Икенселәргә өсөнсөләр ҡаршы килгән, өсөнсөләрҙе дүртенселәр битәрләгән... Киткән талаш-тартыш, уҡтар юнылған, һөңгөләр осланған, һуғыш барышында ҡандар ҡойолған. Үҙенә оҡшаған төйәкте берәү ҙә икенсеһенә бирергә теләмәгән. Быуындарҙы быуындар алыштырған, ерҙән ҡот-йәм китә башлаған, ирҙәр башы ҡырылған.
Шунан ирҙәренән, балаларынан яҙған, ҡайғынан йөҙө һарғайған ҡатын-ҡыҙҙар Тәңре алдына килеп теҙләнгән:
— Эй, аллаларҙың аллаһы, илаһи Тәңребеҙ,— тип ялбарған улар,— һинең рәхимең менән яратылған Ер талаш-тартыштан көйрәй, балаларыбыҙ, ирҙәребеҙҙең ҡаны ҡойола, һөйәктәренән уба-уба тауҙар күтәрелә. Ҡөҙрәтең киң, бәхәсебеҙҙе хәл ит, Ерҙе һәммәбеҙгә лә ғәҙел итеп бүл.
Бығаса, минең эш бөттө, Ер тигән һәр яҡтан да уңайлы планетаны булдырҙым, унда көн итергә кешеләр төшөрҙөм, шарттар тыуҙырҙым, тип күктә тыныс ҡына йәшәгән Тәңре уйға ҡалған. Бер көн уйлаған ул, ике көн, өс көн һәм халыҡтарға ҡоралдарын ҡуйып тороп, уның әмерен тыңларға бойорған.
— Бөгөндән,— тип һүҙен башлаған Тәңре,— Ерҙе һәммәгеҙгә тәғәйенләп бүлеп сығам. Үпкәләштән булмаһын. Кем бәхетенә ҡайһы төбәк тура килә бит. Ғәҙел булһын өсөн һәр ырыу башлығы йәрәбә тартһын. Йәнә шуны ла киҫәтәйем: өлөшөгөҙгә төшкән төйәк өсөн бынан кире яуаплы булаһығыҙ. Ырыуығыҙға уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Ризаһығыҙмы?
— Ант итәбеҙ,— тиешкән яуҙарҙан миктәгән кешеләр.
Тәңре һәр ырыуҙың тамға таяғын йыйып алған да бейеклектән, үҙе йәшәгән күк-тәхетенән, уларҙы берәм-берәм ергә сөйөлдөргән. Тамғалы таяҡ осоп бара-бара ла ергә ҡаҙала, ти. Ана шул рәүешле, берәүҙәргә — диңгеҙ буйы, икенселәргә — йәй булмай торған һалҡынлыҡ иле, өсөнсөләргә — гел ҡояш йылмайған сүлдәр, дүртенселәргә тау-таш аралары һәм башҡа, һәм башҡа төйәктәр насип булған.
— Ә һеҙгә,— тигән Тәңре баштарына ҡамсат бүрек кейгән, уҡ-һаҙаҡтарына бүре башы ырылған, иңдәренә ҡарсыға ҡунған бөркөт ҡарашлы бер төркөм һыбай кешеләргә,— һеҙгә яҙғаны — Уралиә тигән ил. Әлеге алышта ҡорбан булғандарҙың һөйәгенән хасил булған анау тауға барып ҡаҙалды тамғалы таяғығыҙ. Ошо тау тирәһе бынан кире һеҙҙең йәшәү-тороу урынығыҙ булыр!
Башына ҡамсат бүрек кейгән, уҡ-һаҙағына бүре башы ырыған, иңенә ҡарсыға ҡундырған бөркөт ҡарашлы һыбай кешеләр Тәңре күрһәткән ергә боролоп ҡараған да таң ҡалған. Матурлыҡтың бындайы ла була икән! Йөҙәрләгән төр ағастарҙан хасил булған ҡуйы- ҡуйы урмандар, ундағы йөҙәрләгән төр хайуан-йәнлектәр, ялан-болондар өҫтөндә аңҡыған бал еҫе, күҙ ҡамаштырыр сәскәләр төҫө, алҡынып-алҡынып ятҡан күк ҡылғанлы далалар, күҙҙәрен күккә төбәгән мөлдөрәмә күлдәр һәм һанап бөткөһөҙ бүтән гүзәллектәре булған был ил быларҙы ғашиҡ иткән. Тик шуныһы ғына кәйефен ҡырған уларҙың: Уралиә илендә йылғалар ғына күренмәй, ти.
— Уралиә, Уралиә, Уралиә...— тип йыр һуҙған йырсылар.
— Уралиә, Уралиә, Уралиә...— тип шиғыр сығарған шағирҙар.
— Уралиә, Уралиә, Уралиә...— тип сутылдашҡан ҡоштар.
Уралиә иленә һоҡланмаған халыҡ булмаған. Уны үҙенеке итергә теләүселәр башына ҡамсат бүрек кейгән, иңенә ҡарсыға ҡундырған, уҡ-һаҙағына бүре башы ырыған бөркөт ҡарашлы һыбайлы кешеләргә көнләшеп ҡараған һәм күптәре рәнйешеп, күңеленә хаслыҡ төйнәгән.
Шул саҡ һөйәктәрҙән өйөлгән тау теҙмәләренең көньяғынан бер шишмә атылып сыҡҡан. Башта ул ҡалҡыулыҡтар буйлап ағып барған, шунан саҡ ҡына көнбайышҡа юлланған. Тау армыттарын барлап сыҡҡас, төньяҡҡараҡ ыңғайлап, шул көйө аға биргән дә көньяҡ- көнсығыш, һуңынан төньяҡ-көнбайышҡа табан тәгәрәгән. Уның һылыулығы тураһындағы хәбәрҙе ҡоштар аймаҡтан аймаҡҡа, түбәнән түбәгә таратҡан һәм ҡайһы бер дыуамал егеттәр уны күрәм тип, һыбай елдергән.
— Ап-аҡ, күрегеҙ әле, ҡалай ап-аҡ йылға,— тип һөрәнләгән егеттәрҙең береһе.
— Аҡйылға, ҡалай гүзәлһең һин!— тип һоҡланған икенсеһе.
Аҡйылғаны күрергә тип килгән егеттәр Нөгөш, Еҙем, Сөн, Бөрө, Танып, Ашҡаҙар, Инйәр, Ҡариҙел, Стәрле, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, База, Әй, Йүрүҙән исемле булған. Аҡйылға ярына баҫҡан был уҙамандар арттарына әйләнеп ҡараһа, килгән юлдары эреле-ваҡлы йылғалар булып ағып ята, ти.
— Былай булғас, яҙған төйәгебеҙгә бәрәкәт ҡуныр,— тип юраған аҡһаҡалдар. Ошо көндән бында йәшәүселәр балыҡ тотоу, йәнлек аулау, мал үрсетеү кәсебенә тотонған. Урман солоҡтарынан бал йыйған. Ҡурай тигән үләнде ҡырҡып, көй көйләгән.
Бәхетле ил икән Уралиә, тиһегеҙме? Бәхет ул һәр саҡ бәхетһеҙлек менән ҡуша йөрөй. Үҙҙәренә тәтемәгән был төйәккә дәғүә итеүселәр бер заманда ла кәмемәгән. Ә инде Уралиәнең Тәңрегә ант иткән халҡы, шул антына тоғролоҡ һаҡлап, ил-төйәкте яҡлап яуға сыҡҡан. Бындай яуҙарҙа ғәскәр башына иң батыр уландар ҡуйылған. Уларҙың күбеһенең исеме хәҙер онотолған. Ҡайһы берҙәренең даны йырҙарға күскән. Ә ҡайһы берҙәренең исемен кешеләр ҡолаҡтан ҡолаҡҡа, быуындан быуынға аманат итеп тапшыра икән.
Ул ил әле картала бармы, тип эҙләһәгеҙ, ҡайһы бер һыҙаттарынан танып та ҡуйырһығыҙ. Тик ул әле сиргә һабышҡан. Уны яҡлар батыр улдар тыумай тормаҫ, әлбиттә. Уралиәне сихырлаған яуыз көстөң төйәген улар табыр. Тәңре ундай ҡөҙрәтте тик халҡына һәм еренә мөхәббәт һаҡлағандарға ғына тапшырырға вәғәҙә итә, ти.
 


1993 йыл