Jump to content

Умарта күтәреү

From Wikisource
Умарта күтәреү
автор Йәүҙәт Әхтәмов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2001. Сығанаҡ: Йәшлек. 68-се һан 19 июнь 2001 йыл


Мәғлүм булыуынса бөгөн урта мәктәп, лицей һәм колледждарҙа һәм үҙебеҙҙең аграр унверситет төрлө квалификациялы умартасылар әҙерләй. Бәғзе берәү был шөғөлдө /атанан күргән-уҡ юнған/ тигән һымаҡ өйрәнә..Эйе был кәсепте быуындан быуынға күсә килеш тип тә атарға булалыр, моғайын, Мин үҙем умартасалыҡ тәжрибәһенә атайым Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы Әхтәмовтан өйрәндем. Был хаҡта Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылының урта быуынына һәм өлкән йәштәгеләренә мәғлүм Кем дә кем умартасалыҡ менән шөғөлләнеп эшҡыуар булырға ниәтләнә икән, хәҙерге көрсөклөктә ул умарта күтәреп, күс ҡундырып,үҙенең буласаҡ умартасалығына нигеҙ һала ала.

Умарта күтәреү хаҡында заманында Башҡорт дәүләт аграр унивеситеты /Зоология һәм умартасалыҡ / ккфедраһы доценты Ивнәй Вахит улы Шафиҡов үҙенең «Бал ҡортоноң наҙы бар» исемле Өфөлә /1992. һәм //2006 // сыҡҡын китабында былай тип яҙып сыҡҡан ине: « Был һөнәр йәки бындай ысул менән ҡорт аҫырау көндән көн, йылдан-йыл онотола бара...» // Шафиков И.В.. Бал ҡортоноң наҙы барп.- Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте.1992.-176 бит /, Шафиков И.В.. Бал ҡортоноң наҙы бар.- Өфө: Китап,2006.- 192 бит/Эйе хаҡ юлдар. Бөгөн бороңғо ата-бабаларыбыҙ шөғөлө булған умартасалыҡ кәсебен йәнләндереү менән бер үк ваҡытта был «арзан» ысулды ла тергеҙеү зарур. Һәр умартасы үҙ шөғөлөн нәҫеленә мираҫ итеп ҡалдырған кеүек, һәр ғаилә үҙенсәлекле умарта күтәрә. Был эште яңғыҙ башҡарып булмай, кәмендә ике кеше кәрәк.. Беҙҙең Башҡортостан Республикаһы шарттарында умарта күтәреҙҙе элгәре яҙ урман кипкәс, майҙың урталарынан июнь баштарына тиклемге осорҙа башҡарылһа, хәҙер һуңғы йылдарҙа бал ҡорттарының тәүге күс айырыуы майҙың аҙаҡтарына тап килә башланы. Шуғала умарта күтәреү эшен майҙың 20 ләренә тиклем тамамлау мотлаҡтыр..

Әйткәнләй, умарта күтәреү өсөн « ҡорт юлы»н белеү зарур. Оҙаҡ йылдар күҙәтеү шуны кеүрһәтә бал ҡорттары күстәре күпселек көнъяҡкөнсығыш һәм төнъяҡ-көнсығышҡа урманға ҡарай оса Мәҫәлән минең тыуған ауылым Башҡорт Үргене өсөн бал ҡорттары күстәренең осоу юлы булып.Биҡҡол, Ҡушай, Ҡарамалы –Тау, Осорма, Дегәнәк, Төлкө атҡан, Һерембәт, Кәлсер ,Туҡмаҡ, Оҙон тирәк буйндағы бейек ағастар һанала Ошоны иҫкә алып , беҙҙең урам умартасылары « Уҫаҡ кисеүе» буйындағы бейек уҫаҡ йә тирәккә, йә ҡарамаға умарта күт!әреп Урыҫ Үргене Сембер, йә Яңы – Петрорвск , Иҫәнғол айыу менән күрше Ырымбур өлкәһе михайловка ауылдары күстәрен ҡундырып алыр ине. Ғәҙәттә ул яҡтан осҡан күстәр. « Таш келәт» кисеүе Ағас Үргене буйндағы йылға тирәктәренә лә ҡуна торған ине.

Шулай итеп беҙҙең ауыл ҡортсолары « тоҙаҡтарын» уҫаҡҡа, ҡарама, имән йә юкә ағвстарыеа күтәрер ине. Ағасҡа күтәрелә торған түмәр умартаның шул ағастан юнылған булыуы ла мөмкин. Ағастың йыуанлығына ҡарап, умарта эсе лә киң һәм уңайлы була. Түмәр умарта ишек алдында йә урмандаерҙә эшләнә, солоҡ эшләгәндәге ҡоралдар /бысҡы, балта, бағау, ҡасау, түңәрәк юнғы/ ҡулланыла. Түмәрҙең эсен соҡоп юнғас, ҡапҡас һәм кейә яһайһың. Умарта ҡыуышына эс яҡтан , уның түбәһенә йүкәнән эшләнгән 15-20 см оҙонлоғондағы рейкаға 90 градус мөйөш менән арҡырыға 5-8 см оҙонлоғондағы рейканы ҡаталар. Ә был крестовиналар балауыҙға терәк булып тора. Кеә умартаның урта өлөшөндә уйыла. Кейәнән үрҙә һәм түбәндәрәк йүкәнән кинжал формаһында юнылған ике арҡыры ркйка ҡуялар. Умарта эсен таҙартып, юнып ҡуйғас, үрҙә әйткән “ тырмаға” / түмәр эсендәге кәрәҙҙәрҙе тотоу өсөн/ ике яҡлап ҡоро балауыҙ элеп ҡуябыҙ ҙа, умартаның эсенә инә “” ҡорт үләне һөртәбеҙ. Ҡапҡасты япҡас, уның ярыҡтарын, сепрәк менән тығып, ҡапҡастар өҫтөнә япраҡ ҡуйғас, ҡаты ҡабыҡ менән ҡаплап, йүкә менән сырмайбыҙ.

Күтәреләсәк умарталарҙы арбаға тейәп, сығыр, арҡан, балта һәм оҙон баҫҡыс /5-6 м /тейәп, һайлап алған ағас үҫкән яҡҡа юлланаһың. Лҙон баҫҡыс урынына таған да ҡулланып була. Түмәр умартаны ерҙән кәмендә 4-5 метр бейеклекккә күтәрә инек. Умарта күтәрәер тәңгәлдә ағас ботаҡтарының ҡулайлыһынан һәндерә эшләйһең. Унан үрҙәрәк // 2-3 метр бейегерәк* ерҙә сығырҙы бәйләп, йыуан арҡанды уның аша үткәреп, бер осона-умартаны, икенсе осон арбаға , умарта өҫкә күтәрелә. Һәндерә менән тиңләшкәс, ағас олонона, кейәһен көнъяҡкәнсығышҡа ҡаратып, сырмап бәйләйһең. Умартаның өҫтөн / түбәһен/ туҙ йә ҡабыҡ менән ябып , ул осмаһын өсөн арҡыры баҫырау мкеән бәйләйһең Ошоноң менән умарта күтәреү тамам йә эше ослана тиергә була. Шулай итеп төшкә тиклем 2-3 умарта күтәрергә була. Әйтергә кәрәк, һәр умартасаның умарта күтәрер ағасы була. Ул ағасҡа йә уның уланы йә яҡын туғаны ғына уның рөхсәте күтәрә ала .1998 йылының май айында беҙ ғаиләбеҙ менән Ҡаҙағыстандан ҡайтҡас, Дим улым, Үрге Бикбирҙе ауылының данлыҡлы алтын ҡуллы Вәкил кейәүем менән “ Уҫаҡ кисеү” туғайындағы атайым иҫән саҡта күтәргән уҫаҡтар етемһерәп торғас, шул ағастарға бер таҡта, бер түмәр умарта күтәреп, күс ҡундырып, ҡортло булдыҡ. Әйтергә кәрәк был умарталар ҙа беҙгә атай ҡомарнтҡыһы булып байтаҡ хәҙмәт итте әле ул.

Бал бешкәс август аҙаҡтарында күршем Бакир һәм Хәмитъйән кейәүем менән умарталарҙы төшәрәп ишек алдына алып ҡайттыҡ Умартаны төшөрөү уны күтәргәндәге кеүек эшләнә.: иртә таңдан / таң һарыһында-/ барып умартаның кейәһен томалап ябып, сығырҙы шул уҡ күтәргән ваҡыттағы урынға бәйләп, ипләп кенә һәндерәнән ҡуҙғатып төшөрөргә була. Ат арбаһына умартаның аҫтына йә һалам, йә сапҡан үлән һалыу мотлаҡ. Ихатаға алып ҡайтҡаста, умарталарҙы алдан әҙерләгән урынға ултыртып, күс бер аҙ тынысланғас, умарта кейәһен асаһың, ә бал ҡорттары яңы урын менән танышҡас та эшкә тотона. Кискә умартаны асып ғаиләнең хәлен белергә була.