Jump to content

Улдар(хикәйә). В.Осеева

From Wikisource
Улдар ( хикәйә )
автор В.Осеева
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Улдар


 Ике ҡатын ҡоҙоҡтан һыу алалар ине. Улар янына өсөнсөһө килде. Һәм шунда ҡарт бабай ҙа таш өҫтөнә ял итергә ултырҙы.
Бына ҡатындарҙың береһе икенсеһенә былай тине:
— Минең улым үҙе етеҙ, үҙе көслө, бер кем дә уны еңә алмай.
— Ә минең улым һандуғас һымаҡ матур итеп йырлай. Ундай тауыш бер кемдә лә юҡ.
Ә өсөнсөһө бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
— Ниңә һин улың тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйһең? — тине ҡарт.
— Минең улымда иҫ китерлек бер ни ҙә юҡ.
Ҡатындар биҙрәләрен тултырып һыу алдылар ҙа ҡайтып киттеләр. Ә ҡарт улар артынан эйәрҙе. Ҡатындар баралар-баралар ҙа ял итәләр. Ҡулдары ауырта, һыуҙары сайҡала, арҡалары һыҙлай.
Ҡапыл уларҙың ҡаршыһына өс малай йүгереп килеп сыҡты.
Уларҙың береһе тәгәрмәс һымаҡ әйләнә башланы. Ҡатындар аптырап ҡалдылар.
Икенсеһе шундай итеп йырлай, әйтерһең, һандуғас һайрай. Ҡатындар йотлоғоп тыңлайҙар.
Ә өсөнсөһө әсәһе янына йүгереп килде лә уның ауыр биҙрәләрен алып ҡайтып китте.
— Йә, беҙҙең улдарыбыҙ нисек? — тип һорайҙар ҡатындар ҡарттан.
— Ә ҡайҙа һуң улар? — тип яуап бирә ҡарт. — Мин берегеҙҙең улын ғына күрәм!

 


1988 йыл