Уйҙар

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Уйҙар (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1985, Иҫәнгилде. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (117-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Уйҙар*


Кеше йәшәй,
       көлә, илай –
Бер минут.
Аҙаҡ бара,
      ҡала,
      яна
Ут булып.
Әле типкән йөрәк менән
Ҡыуана,
Донъя йәмен татый-татый
Йыуана.
Ҡараштары күптән күккә
Төбәлгән.
Үҙе ерҙә.
     Ни әйтәһең
Йүләргә?
Кеше йәшәй,
     көлә, илай –
Бер минут.
Ҡалһа ҡала яҡты эҙе
Нур булып,
Ә ҡалмаһа
     әйләнә тик
Ер булып…

* "Кеше йәшәй, көлә, илай"-яңы атамаһы



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.