Jump to content

Уйланам(шиғыр). Муса Ғәли

From Wikisource
Уйланам (Шиғыр)
автор Муса Ғәли
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Уйланам


Уйланам, гел уйланам...
Ниңә турғай талпына?
Ниңә йондоҙ атыла?
Шишмәләр ниңә тынмай?
Сиңерткә ниңә сыңлай?
Уйланам, гел уйланам...
Болоттар ниңә яна?
Ниңә кәкүк моңая?
Яҙын үлән уяна?
Томандар ниңә ҡалҡа?
Ҡайынға ниңә алҡа?
Ник тыуа йәйғор-ҡапҡа?
Ғәжәпләнеп донъяға,
Һәр нәмәгә мин бағам.
Бер һөйөнәм, бер янам,
Уйланам мин, уйланам.
 


1996 йыл