Әсәһе. Төлөкәй, тор, тор инде. Бөгөн һиңә мәктәпкә.
Төлөкәй. Эй, йоҡом килә.
Мырауай. Иркә Төлөкәй!..
Төлөкәй. Кит әле бынан, йоҡосо бесәй! Мине уятмағанһың...
Әсәһе. Әтәс менән бесәйгә ышанған — йоҡлап ҡалған.
Ҡояш. Үҙеңә ышан, миңә ышан, Төлөкәй.
Ҡара, бөгөн ниндәй матур көн!
Юрғаныңды алып бәр! һикереп тор, йүгереп ал!
Мырауай . Иркә, иркә Төлөкәй, исемен дә белмәй Төлөкәй.
Төлөкәй. Үсекләшмә, Мырауай. Әсәй, ҡайҙа минең кейемдәр?
Ҡулйыуғыс. Тәүҙә йыуын. Бына һабын, теш ышҡығыс... Рәхәт була йыуынғас.
Ҡоймаҡ. Шыж-шыж итеп табала, иртүк һиңә өлгөрҙөм. Бик тәмлемен, майлымын, шәкәрлемен, баллымын.
Төлөкәй. Ҡайҙа минең китаптар?
Китаптар. Беҙ кистән үк әҙербеҙ. Дәфтәрҙәр ҙә, ҡәләмдәр ҙә һине генә көтәләр. Берүк беҙҙе ҡалдырма, төшөрөп-нитеп юғалтма.
Сәғәт. Төлөкәй, ниңә яй? Ваҡыт тар! Тиҙерәк мәктәпкә бар! Бар-бар...
Төлөкәй. Ә һин, Сәғәт, ҡарама, миңә бармаҡ янама.
Мәктәп кейеме.
Мин бит һиңә тап-таман,
Аптырар бөтә урам;
Танымай ҙа торорҙар,
Кем ул, тиеп һорарҙар.
Ботинкалар. Тып-тып, туп-туп итеп кенә,
һикереп тә йүгереп кенә,
Хәҙер барып етербеҙ.
Көҙгө. Төлөкәй, миңә ҡара, матурлап сәсең тара.
Бөтәһе. Ай, Төлөкәй ҙур үҫте, бөгөн мәктәпкә бара!
Әсәһе. Ҡана, мин дә барайым. Улымдың, сәскәләр тотоп, тәүгә мәктәпкә ингәнен мин дә күреп ҡалайым.
Төлөкәй. Юҡ, мин хәҙер ҙур булам, үҙем дә бара алам.
Сәғәт. Юлға сыҡты Төлөкәй! Ана, сапты Төлөкәй.
Аҡбай. Төлөкәйҙе оҙатам. Сумкаһын үҙем тотам.
Турғайҙар. Сыҡ-сырыҡ, беҙгә лә ҡыҙыҡ, мәктәптә бөгөн байрам.
Бесәй. Мин дә барам.
Төлөкәй. Юҡ, Мырауай, эйәрмә, беҙҙең арттан йүгермә, һин уҡымышлы бесәй, һиңә уҡыу кәрәкмәй. Кәрәкмәгәс —- эләкмәй.
Бесәй. Көлмә әйҙә, Төлөкәй. Мин беләм: уҡыу — энә менән ҡойо ҡаҙыу.
Төлөкәй. Ниндәй энә? Ниндәй ҡойо?
Бөтәһе. Әлләсе...
Бесәй. Ә мин беләм — әйтмәйем. Үҙең бит эйәртмәйһең.
Төлөкәй. Әсәй! Әсәй! Ә ҡайҙа минең энәм?
Әсәһе. Тырышлығың, отҡорлоғоң, уңғанлығың — шулар һинең энәләрең.
Төлөкәй. Әйҙә, әйҙә, һин дә бар. Энәләрҙе һораһалар, бар, тип үҙең әйтерһең.
Бөтәһе. Әйҙә инде, Төлөкәй.
Бесәй. Төлөкәй ҙә Төлөкәй...
Төлөкәй. Минең исемем —- Тимеркәй!
Бөтәһе. Төлөкәй өйҙә ҡала,
Тимеркәй уҡырға бара.
Хәйерле юл, Тимеркәй!