Төлкө менән әтәс (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Төлкө менән әтәс (әкиәт)


Бер төлкө киптерергә элеп ҡуйған ҡуян тиреһен урлай. Ҡуян тиреһе уға ниңә көрәктер инде, кем белһен. Тирене ашап булмай. Үҙенә тун тектерергә уйлайҙыр, тиһәң, төлкөнөң өҫтөндә бик һәйбәт туны бар. Берәй хәйлә өсөндөр инде. Төлкө бит гел хәйлә менән генә көн итә.

Бер саҡ ҡуян тиреһен ябына ла был ауылға тауыҡ урларға китә. Төлкө тауыҡтарҙың ҡуяндан ҡурҡмауын яҡшы белә. Тауыҡтар ғына түгел, хатта унан турғайҙар ҙа ҡурҡмай.

Ауыл осондағы өйҙөң баҡсаһы артында бер әтәс менән бер тауыҡ, тибенеп, ем сүпләп йөрөй икән. Ҡуян тиреһе ябынған төлкө туп-тура быларға ҡарап килә. Тауыҡ уны күреп ҡала ла әтәскә:

– Ҡара әле, беҙгә табан әллә кем килә! – ти. Әтәс, күкрәген кирә биреп, эре генә ҡарай ҙа:

– Ҡурҡма, ҡуян бит ул! – ти. Үҙе тағы ла тибенергә тотона. Шул арала төлкө килен етә лә тауыҡты эләктереп алып та китә. Әтәс, атаҡ-атаҡ, тип аптырап тора ла ҡала. Тауығы өсөн бик ҡайғырып, әтәс ҡураға ҡайтып китә. Ҡурала йөрөгән тауыҡтар, әтәстең кәйефе бик төшөнкө икәнен күреп, уның янына югереп килеп етәләр.

– Ни булды ла ни булды? Ниңә улай күңелһеҙһең? – тип һораша башлайҙар. Әтәс, илаған һымаҡ, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп:

– Берегеҙҙө ҡуян алып китте! – ти. Тауыҡтар, бер-береһенә ҡарашып, көлөп ебәрәләр.

– Ҡайһы саҡта бигерәк юҡты һөйләйһең. Шаяра белмәйһең,– тиҙәр.

Әтәс асыулана, кикреге ҡыҙарып китә.

– Ниңә көләһегеҙ, ахмаҡтар? Мин һеҙгә үҙ күҙем менән күргәнде әйтәм дәбаһа! – тип екеренә.

Тауыҡтар барыбер ышанмайҙар. Әтәстән ҡурҡып, юрый ғына ышанған булалар. Әтәс һаман әтәсләнә:

– Һиҙмәйерәк ҡалдым, һиҙгән булһам, ул ҡуянды мин, елкәһенә ҡунып, суҡыр ҙа тырнар инем үҙен. Икенсе килә ҡалһа, эләгер әле үҙенә! Күрмәгәнен күрһәтермен! Туп-тура өҫтөнә барып ҡунырмын, һеҙҙең алдығыҙҙа ҡысҡыртып талармын үҙен! – тип, көр генә тауыш менән ҡысҡырып ебәрә.

Бер көндө кис менән теге төлкө, тағы ла шул ҡуян тиреһен бөркәнеп, тауыҡтар ҡунаҡсаһына килә. Әтәс быны күреп кенә ҡала ла:

– Бына килеп эләктеңме хәҙер! – тип, төлкөнөң өҫтөнә һикерә. Ҡапыл ғына булғас, төлкө быны әтәстер, тип уйламай. Ниндәйҙер көслө йыртҡыс ҡоштор, тип шикләнә. Шуның өсөн ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Әтәс тырнаҡтарын ҡуян тиреһенә ныҡ ҡына батыра. Тире тырнаҡтарына эләгеп ҡала. Әтәс, тағы ла ҡуҡырая төшөп, тауыҡтар алдында маҡтана башлай.

– Бына ҡарағыҙ, теге уҫал ҡуяндың тиреһен һыҙырып алын ҡалдым! Һап-һары булып, шыр яланғас көйө ҡасты. Үлтерә инем, ҡасып ҡотолдо,– ти.

Тауыҡтар әтәстең шундай батырлығына һоҡланалар.

– Бигерәк батырһың инде! – тиҙәр.

Әтәс, тағы ла ғорурланып, маҡтаныуын дауам итә:

– Мин иҫән саҡта бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙе йәберләтмәм. Ҡуян түгел, төлкө килһә лә ҡурҡмағыҙ, тыныс булығыҙ! – тип, тауыҡтарҙы тынысландыра.

Икенсе бер көндө кис менән теге төлкө тағы ла ҡунаҡсаға килә. Әтәс быны күрә лә:

– Әһә, теге шәрә ҡуян килгән. Хәҙер үлтерәм мин уны! – тип төлкөнөң елкәһенә осоп ҡуна. Төлкө ситкә югерә лә инәлгән була:

– Әтәс туғанҡайым, харап итмә инде мине, үлтермә, зинһар! – тип ялынған була.

Әтәс батырланып:

– Тиреңде һыҙырып алдым, хәҙер мин йәнеңде алам һинең, яуыз ҡуян! Ҡайҙа алып киттең минең тауыҡты? Йә, әйт әле! – тип ҡысҡыра. Төлкө үҙ хәйләһен дауам итә:

– Тауығың иҫән, әтәс туганҡайым, уға бер кем дә теймәгән, юҡҡа ҡыҙма. Урманда ул. Әйҙә барайыҡ, алып ҡайтырһың,– ти.

– Тауығымды ҡайтармайынса тороп, мин һинең елкәңдән төшмәйем! – ти әтәс.

– Бына шунда китеп барабыҙ бит инде, әтәс туғанҡайым. Алын ҡайтырһың, бер аҙ сабыр ит,– ти төлкө.

Урманға барып инәүҙәре була, төлкө аунай ҙа, әтәстең муйынынан эләктереп ала. Бер аҙҙан аңра әтәстең тик йөндәре генә туҙып ятып ҡала.