Төлкө менән айыу (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Төлкө менән айыу


Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.

— Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға барып маҡтанайым әле, — ти.

Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.

Төлкө:

— Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? — тип һораны, ти. Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кепә:

— Турғай, — тине, ти. Төлкө:

— Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөп таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, — тигән булды, ти.

— Турғай, турғай!..

— Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?

Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:

— Тур-ғай! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.

Төлкө:

— Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән,— тигән булды,

ти.

Айыу:

— Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул,— тип һуҡранды, ти.

Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:

— Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! — тине, ти. — Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот, һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.