Jump to content

Төлкө,төлкө, төләмән(һанашмаҡ). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Төлкө, төлкө, төләмән ( һанашмаҡ )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Төлкө, төлкө, төләмән


— Төлкө,төлкө,төләмәй,
Төндә ҡайҙа бараһың?
— Һыу буйына барамын.
— Һыу буйында ниең бар?
— Кәкре башлы талым бар.
— Тал төбөндә ниең бар?
— Атлас тышлы туным бар.
— Туның янһа, нишләрһең?
— Ағым һыуға һалырмын.
— Ағып китһә, нишләрһең?
— Ҡолға менән алырмын.
— Ҡолға аҡһа, нишләрһең?
— Һыуға төшөп алырмын.
— Ағып китһәң, нишләрһең?
— Талға йәбешеп сығырмын.
— Өҫтөң һыуланһа, нишләрһең?
— Көнгә йәйеп һалырмын.

 


2006 йыл