0%

Тәүге дәрес(хикәйә). Салауат Кәрим

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тәүге дәрес ( хикәйә )
автор Салауат Кәрим
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Тәүге дәрес


 Иртән иртүк Уралды әсәһе уятты:
— Тор, улым, бөгөн 1 сентябрь, мәктәпкә барабыҙ!
— Ура! — Тәүге тапҡыр мәктәпкә йыйынған Урал ҡыуанысынан һикереп торҙо ла йыуынырға ашыҡты. Сәй эсергә ултырғансы, оҙаҡ итеп портфеленә, костюмына ҡарап торҙо. Өҫтәл артынан торғас та кейенә башланы. «Ярҙам ит әле», — тип атаһына мыжыманы ла. Хәҙер ҙур малай бит инде, уҡырға бара. Балалар баҡсаһына йөрөгәндәр генә мыжый ул.
Әсәһе менән мәктәпкә килгәндә, ҡулдарына сәскә бәйләме тотҡан балалар туп- тулы ине. Атайҙары, әсәйҙәре лә килгән. Синыфташтарын тиҙ тапты Урал. Малайҙар һәм ҡыҙҙар менән өйрәнсек төркөмөнә йөрөгәндә үк танышып алғайны инде. 
Уҡыу йылын тантаналы асҡандан һуң, беренселәрҙе синыф бүлмәһенә саҡырҙылар. Урал үҙенең сәскәһен
тәүге уҡытыусыһы Нәсимә Хәсәновнаға бүләк итте.
Бына ҡыңғырау шылтыраны. Уҡыу башланды. Урал танымаған балалар ҙа бар икән синыфта. Яҡшылап һәр береһе менән танышып сыҡтылар.
— Уҡыусылар! Алфавит ниндәй хәрефтән башлана? Йә, кемегеҙ әйтә? — тип һораны уҡытыусы апай.
— Мин! — Урал урынынан ырғып та торҙо.
— Тыңлайбыҙ һине, Урал.
— «Атай» тигәндәге «А» хәрефенән...
— Дөрөҫ. Ултыр. Ә хәҙер, балалар, дәфтәрегеҙҙең тәүге битен асып, «А» хәрефен бер юлға теҙеп яҙығыҙ, — тине лә уҡытыусы таҡтаға «А» хәрефен яҙҙы.
Урал тотош бер биткә ҙур итеп бер генә «А» хәрефе яҙып ҡуйҙы. Үҙе тирә-яғына күҙ һалды. Ҡайһы берәүҙәргә Нәсимә Хәсәновна яҙып күрһәтә. «Яҙа белмәгәс, ниңә мәктәпкә килделәр икән?» Урал, башҡаларҙың яҙғанын көтөп, арып бөттө.
— Урал, ниңә ҙур итеп бер хәреф кенә яҙҙың? — тип һораны уҡытыусы, эштәрҙе тикшергәс.
— Атайҙар ҙур була бит!
Уҡытыусы йылмайып ҡуйҙы ла ниҙер әйтергә генә уҡталғайны, ҡыңғырау шылтыраны.
— Тәнәфестә уйнап алығыҙ, унан һуң бер дәрес уҡыйбыҙ ҙа бөгөнгә ял итерһегеҙ, — тине Нәсимә Хәсәновна.
Малайҙар баҫтырышып төрлө уйын уйнаны, ҡыҙҙар, бер партаға йыйылышып, һөйләшеп ултырҙы. Уралға мәктәп ныҡ оҡшаны: синыф бүлмәләре иркен, яҡты. «Балалар баҡсаһы түгел инде», — тип ҡуйҙы ул эстән генә.
Икенсе дәрестә уҡытыусы апай әкиәт уҡыны, балалар йомаҡ ҡойошто. Кемдер шиғыр ятлап килгән. Ә бер ҡыҙыҡай матур итеп йырланы. Нәсимә Хәсәновна мәктәптә үҙеңде нисек тоторға, дәрестә ҡул күтәреп кенә һүҙ һорарға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Ғорурланып ҡайтты Урал мәктәптән. Урамда осраған бар кеше уға ғына ҡарай кеүек. Ҡыуанысынан үҙен етәкләгән әсәһенә ҡарап-ҡарап ала. Өйгә ҡайтып ингәс, ниҙер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл бүлмәһенә инеп китте. Үҙенең уйынсыҡ машиналарын һағынып та өлгөргән икән.
Атаһы эштән ҡайтыу менән, Урал мәктәптәге тәүге уҡыу көнө тураһында һөйләй башланы.
— Ниндәй дәрес оҡшаны һуң, улым?
— Ныҡ оҡшағаны, атай, тәнәфес тигән дәрес булды, — тине ул. — Шунан тағы «атай» тигәндәге «А» хәрефен дәфтәргә яҙҙыҡ. Бына ҡара!
Урал дәфтәрен килтереп күрһәткәс, атаһы аптырап һорап ҡуйҙы:
— Ә ниңә бер биткә бер генә хәреф яҙҙың?
— Атай берәү генә була инде...
Улының тапҡыр һүҙенән һуң атаһы көлөп ебәрҙе.

 


2006 йыл