Jump to content

Тәьҫҫорат

From Wikisource
Тәҫҫорат (Йәй көнөнөң төнгө ай яҡтыһында)
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: 1913. Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.



Беҙ Ағиҙел буйында ағаслыҡтар араһында киске ай яҡтыһында йәйге көндөң йотоп туя алмаҫлыҡ саф һауаһында тамаша ҡылып йөрөп, тәбиғәттең матурлығынан мәфтүн булып, ниндәйҙер бер матурлыҡ аҫтында арбалған — сихырланған кеүек булып ултыра инек. Ситтәрәк торған бейек тау айҙың тоноҡ яҡтыһы менән аҙ-маҙ ғына күренә, тирә-яғыбыҙҙағы ағастар аҙ ғына аҡҡа маил булып торалар ине.

Был ниндәй шатлыҡ ҡатыш моңлолоҡ! Әллә ниндәй бер шиғриәт тамам иҙерәткән, мәғнәүи бер ҡеүәттең тәьҫире беҙҙе тик торорға мәжбүр иткән ине.

Ысынлап та, был ваҡытта бөтә ер өҫтөн бик тәрән сәкәнәт ҡаплаған... Һәммә нәмә бик көслө тәьҫир аҫтында... Бөтөн мәхлүкәт мәғнәүи бер ҡеүәттең тәьҫиренән ғәйре ихтыяри сәкәнәтте илтижа ҡылғандар. Быларҙың һәр береһе фәүҡылғадә бер эш көткән һымаҡ, бер ҡеүәткә тәүзиғлек итәләр. Бөтә әшйә ҡайҙандыр бер илһам, серле бер тәблиғтең булыуын көтә. Йәки тиҙҙән буласаҡ бер нәмәнең ләззәтенән мәхрүм ҡалмаҫ өсөн, бөтә ҡәлебтәре вә жәүәдтәре менән бер ҡеүәттең алдында сүккәндәр.

Быларҙың һәммәһе лә бер хәтиптең әҫәрле хотбаһын бөтә инсандарҙы азатлыҡҡа сығара торған һүҙҙәрен тыңларға әҙерләнгән кешеләр кеүек, мөсәххәр булып һелкенмәй-нитмәй нимәлер көтәләр...

Был ваҡытта йондоҙҙар, ғәҙәттәренсә, күп йымылдамай, елберләмәй, шөбһәһеҙ, бер нәмәгә мәфтүн булып, шаҡ ҡатып урындарында торалар.

Тулған ай ҙа, бер ғазамат алдында сәждә иткән кеүек, ергә ҡарап, урынында ҡуҙғалмай тора, нурҙары үҙенең ихтыярынан башҡа ғына ергә һирпелә... Ағастарҙың япраҡтары, был сәкәнәтте боҙмаҫ өсөн, бер-береһенә бәрелешеүҙән, ботаҡтары бер-береһенә сәләм бирешеүҙән туҡтап, һәммәһе тик торорға мәжбүр булғандар.

Мәңгенән бирле әкрен, фәҡәт мөһабәт, мөнзам аға торған Ағиҙелдең һыуы, тауыш сығарыуҙан ҡурҡып, үҙенең ағыуын, тәртипле рәүештә әкренәйтеп, ни нәмәгәлер итәғәт иткән.

Был сәкәнәтте боҙорға, был ғазамат алдында сәждәнән баш күтәрергә, быларҙың тик тороуҙарынан килгән матурлыҡҡа хәләл килтерерҙәй эште эшләргә — башлап һелкенергә һис бер мәхлүҡ вә башҡа йәнһеҙ нәмәләр йәсәрәт ҡыла алмайҙар.

Был минутта донъяны бер мәғнәүи ғазамат солғаған... Бөтә ер өҫтө: ҡырҙар, урмандар, тауҙар, һыу буйҙары, быларҙағы мәхлүҡтәр ысын ихлас менән тик торорға мәхкүмдәр. Быларҙың һәммәһе үҙҙәренең өҫтәрендә был ҡеүәттең ғалиб булыуын һиҙәләр... Һәммә нәмә күңелдәрен илһам килә торған тарафҡа йүнәлдергәндәр. Был ләззәтле минуттарҙың, был илһам ваҡытының оҙаҡҡа һуҙылыуын теләйҙәр.

Сәкәнәт тағы ла ҡатыраҡ хөкөм һөрҙө. Тынлыҡ ниһайәтенә иреште. Илһам көтөргә тағы нығыраҡ әҙерләнделәр.

Шул ваҡытта Иҙел буйында бөгөлөп, һығылып үҫкән ағастарҙың араһында, ҡайҙалыр кеше күҙе күрә алмай торған мөнбәр өҫтөндә, бер һандуғас шыңғырлатып, бер күтәреп, бер төшөрөп, һыҙҙырып-һыҙҙырып, сутылдатып, кәмал мәртәбә бөйөклөк менән һайрап ебәрҙе. Һандуғастың күңелендә һаҡланып торған мөхәббәт, ғишыҡ, сер моңло тауыш менән тирә-яҡҡа тарала башланы.

Бының һайрауы бөтөн мәхлүкәт тарафынан вәкәләт менән тәбиғәттең илһамына ҡаршы бер нотоҡ, йәки мәғнәүи ҡеүәттең илһамын быларға тәблиғ ине.

Һандуғас үҙенең һайрауын барған һайын арттыра бара, тауышы уның һайын матурлана, ер өҫтөндә сәкәнәт арта бара ине.

Һандуғастың һайрауы бер аҙ ваҡытҡа һуҙылды. Ниһайәт, үҙенә илһам ҡылынған әсрарҙы, мөхәббәт һәм ғишыҡты кәмал муафәҡиәт менән тәблиғ итеп бөткән рәүешле, һайрауынан туҡталды. Бер минутта ер өҫтө һис бер енәйәт һәм уҫаллыҡ эшләнмәгән мөҡәддәс һүрәтте алды. Сәкәнәт тағы бер-ике минутҡа һуҙылды.

Һуңынан һандугастың һайрағанын тыңлаған мәхлүҡ вә башҡа нәмәләр, үҙҙәренең шатлыҡтарын белдереү өсөн, ихтиәт менән генә хәрәкәткә килделәр. Ағастарҙың япраҡтары әкрен генә хәрәкәткә килделәр. Ағастарҙың япраҡтары, әкрен генә хәрәкәткә килеп, ҡул сапҡан рәүешен килтерҙеләр. Ай йылмайып көлөп, яҡтылығын арттырып, урынынан ҡуҙғалған һымаҡ булды. Йондоҙҙар йымылдауҙарын арттырып, тамырға торған тамсылар кеүек һелкенеп, ер өҫтөнә сәләм юллаған, баштарын эйгән кеүек булдылар. Ағиҙелдең һыуы мөнзам һүрәттә матур ғына тауышланып аға башланы.

Ләкин был хәрәкәттәр, был ҡуҙғалыштар күпкә тартылманы. Тирә-яҡты баяғынан да тәрән сәкәнәт ҡапланы. Ғазамат, әллә ниндәй мәғнәүи бер ҡеүәт тағы ла арта төштө.

Әшйәләрҙең бер-береһе араһында ғәләкә һиҙелде. Былар бер-береһенә мәғнәүи, фәҡәт ныҡлы бер көс менән бәйләнгән кеүек булдылар. Һәр нәмә бер-береһен ҡосаҡларға, бер-береһенең муйынына һарылырға ынтыла башланы. Айҙың нуры тағы артты. Ундағы Зөһрә ҡыҙ ап-асыҡ хижапһыҙ күренә башланы.

Күктәге йондоҙҙарҙың һандары күбәйҙе. Ағас япраҡтары бер-береһенә сәләм бирештеләр. Айҙағы Зөһрә ҡыҙ, ергә ҡарап, башын эйҙе. Һәммә нәмә лә бер низам менән хәрәкәт башланы. Һәммә әшйә шатланған һымаҡ булып йылмайҙылар. Һандуғас баяғынан да әҫәрле, серле, моңло тауышы менән һайрап ебәрҙе...

Был минутта һәммә нәмә тәьҫиренең иң ниһайәтенә еткән ине. Сөнки был минутта ер өҫтөндә ысын мөхәббәт менән ысын ғишыҡ хөкөм һөрә ине...

Аһ, ысын мөхәббәт менән ысын ғишыҡ!..