Әсәләре алып ҡайтҡан ҡатырға ҡумтаны асып ебәреүҙәре булды, унан ике ҡата һикереп килеп тә сыҡты. Кәзә бәрәстәреме ни! Үҙҙәре матур – ап-аҡ ғына, ялтырап торалар. Ҡаптырмаларында күбәләк ултыра хатта.
Сафия береһен алып кейеүгә, икенсеһе әллә ҡайҙа инеп тә боҫҡан. Әй эҙләне ҡыҙыҡай, әй эҙләне. Өләсәйҙең итеге һалынған ҡумтаға инеп йәшеренгән икән шаянҡай. Аяҡҡа кейелеп тә өлгөрҙө, шарҡылдап көлә лә башланы был ҡата:
- Яңылыш кейҙең, яңылыш кейҙең!
Бәй, ысынлап та, ҡаталары ҡып-ҡылый ҡарап ята. Ҡаптырмалағы күбәләктәр бер-береһенә тейеп, урынға талаша башлаған хатта. Сафия уларҙың икеһен ике яҡҡа айырып, дөрөҫләп кейҙе. Ҡайһы арала урындарын алмаштырып өлгөргәндәр, ҡаталар йәнә тайыш кейелгән. Сафия бик ҡаты асыуланып, иң тыңлауһыҙ ҡатаһын ҡулына алды ла:
- Һин һул аяҡтыҡы. Оҙонса яғың – баш бармаҡ урыны, ҡыҫҡараҡ яғың – сәтәкәйҙеке. Икенсе мине бутама. Бутаһаң, кеймәйем. Ятырһың ҡумтала бер ни ҙә күрмәй, - тине.
Ҡумта эсендә ҡаталарға бик күңелһеҙ ине, шуға улар Сафияны тыңлап ҡына тора башланылар. Башҡаса һис ҡасан тайыш кейелмәнеләр.