0%

Тыуған яҡты һағынғанда. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тыуған яҡты һағынғанда. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2005.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Борсоуло көн боғаҙымдан ала,
Йәнем тығыла тамаҡ төбөмә,
Атлап түгел, яланаяҡ килеш
Йүгерерҙәй булам илемә.

Болот болармайҙыр баш осомда-
Бар булмышым шулай тулай ул,
Ямғыр яумай гүйә болоттарҙан-
Йөрәккәйем шулай илай ул.

Ҡайтыр инем бер минутҡа ҡалмай
Осоп, йүгереп, атлап, имгәкләп…
Ҡатын-ҡыҙға яҙмыш-ҡаты ҡәйнә,
Әйтерһең дә һин бер имгәк йән!

Борсоуҙарым боғаҙымдан ала,
Һағыштарым гүйә һары һыу.
Һағыныуҙан кипкән йөрәгемә
Кем тамыҙыр тамсы тереһыу…