0%

Тыуған яҡтарым һәйбәт!(хикәйә). Мөкәрәмә Садиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тыуған яҡтарым һәйбәт! (хикәйә)
автор Мөкәрәмә Садиҡова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Тыуған яҡтарым һәйбәт!


 Хәбирҙәрҙең күршеһенә ҡунаҡтар килеп төштө. Уларҙың 9 — 10 йәштәр самаһындағы бер малайы ла бар ине. Тиҙҙән ул малай, тубын алып, урамға сыҡты ла Хәбиргә:
— Әйҙә, футбол уйнайыҡ! — тине.
— Әйҙә! — тине Хәбир. — Ә һинең исемең нисек һуң?
— Вәкил, — тине ҡунаҡ малай, ҡулын һуҙып. — Ә һин Хәбирме? Зәйтүнә апай, беҙҙең күршелә бер һәйбәт малай бар, тигәйне шул.
— Ә һеҙ беҙгә ҡайҙан килдегеҙ? — тип һораны Хәбир.
— Өйҙән, — тине Вәкил йылмайып.
— Уныһын беләм инде. Ә өйөгөҙ ҡайҙа һуң?
— Өйөбөҙмө? Беҙҙең өйөбөҙ Ташбулат ауылында.
— Ә ул Ташбулат ауылы ҡайҙа?
— Ташбулат ауылы Әбйәлил районында.
— Ә Әбйәлил районы ҡайҙа?
— Ошо Башҡортостанда инде. Урал тауы итәгендә, — тип йылмайҙы Вәкил. — Әгәр миңә хат яҙырға уйлаһаң, адресы: «Башҡортостан, Әбйәлил районы,  Ташбулат ауылы, Хәжиәхмәтов Вәкилгә», — тип яҙырһың. Әгәр инде ҡунаҡҡа барырға булһаң, «Яҡтыгүл» шифаханаһын һорап бар. Беҙҙең ауыл шул шифаханаға яҡын ғына.
— Шифахана нимә була һуң?
— Ауырыу кешеләр килеп дауалана һәм, хәл йыйып, һауыға торған урын. Ә беҙҙең Яҡтыгүлдең һыуы, беләһеңме, ниндәй шифалы!
— Йәшәгән ерең бик һәйбәт икән, — тине Хәбир. — Ә беҙҙең яҡтарҙа нефть сығаралар. Үҫкәс, мин нефтсе булам.
— Ә мин, атайым кеүек, механизатор булам. Беҙҙең районда иген бик шәп үҫә, — тине Вәкил.
— Иген беҙҙең яҡта ла ишелеп уңа ул, — тине Хәбир. — Атайым әйтә, үткән йыл беҙҙең район дәүләткә иген һатыу буйынса алдынғылар сафында булды, ти.
— Беҙҙең Башҡортостандың бөтә ерендә лә иген уңа шул, — тип һүҙҙе йомғаҡлап ҡуйҙы Вәкил. — Ер өҫтөндә иген шаулап үҫә, ер аҫтында нефть сыға.
Танышып алғас, Хәбир менән Вәкил йәшел үлән өҫтөндә туп уйнарға тотондолар. Уларға башҡа малайҙар ҙа килеп ҡушылды. Был көндәге футбол уйыны ҡунаҡ малай командаһы файҙаһына 2:1 иҫәбе менән бөттө.
 
 


1988 йыл